Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 732 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КРЕТИНИЗМ
1. Кретинизм менән ауырыусы кеше.
□ Кретин.
2. кусм. һөйл. әрл. Миңрәү, иҫәр. □ Тупой.
КРЕТИНИЗМ [рус.] (Р: кретинизм; И.: cretinism; T.: kretenizm) и.
Ҡалкан биҙенең тейешенсә үҫешмәүе сәбәпле була торған физик һәм аҡыл яғынан зәғифлек. □ Кретинизм. Кретинизм менән ауырыу.
КРЕТОН [рус. < фр. cretonne] (Р.: кретон; И.: cretonne; T.: kreton) и. туҡ.
Буяулы иләнгән ептән эшләнгән ҡаты кизе-мамыҡ туҡыма. □ Кретон. Кретон һатып алыу. Кретондан мебель көплөгө тегеу.
КРИВОШИП (кривошибы) [рус] (Р: кривошип; И.: crank, crankshaft; T.: dirsek) и. тех.
Әтеү көсө менән тәгәрмәсте әйләндерә торған терһәкле механизм. □ Кривошип. / Кривошипный. ■ Скважиналарҙың береһендә улар штангының өҫкә күтәрелгәндә ауырыраҡ тауыш менән ҡылтырҙауын ишеттеләр, икенсеһендә кривошиптың яҡшылап майланмауы һиҙелде. Ғ. Ибраһимов.
КРИВОШИПЛЫ (Р: кривошипный; И.: crank; T.: dirsek) с. тех.
Кривошибы булған механизм. □ Кривошипный механизм. Кривошиплы механизм.
КРИЗИС [рус. < гр. krisis] (Р: кризис; И.: crisis; T.: kriz) и.
1. Киҫкен үҙгәреш, киҫкен күсеш.
□ Кризис. Кризис кисереу. Ауыр кризис. Хөкумәт кризисы. Сәйәси кризис. И Бөтә донъя финанс-иҡтисади кризисы тураһында «Ағиҙел» былтырғы март һанында «Баҙар шәуләһе» тип аталған мәҡәләлә бер ни тиклем мәғлумәт килтергәйне. «Ағиҙел», №2,2010.
2. Ауырыуҙың иң көслө, киҫкенләшкән мәле. □ Кризис. Кризис уткәреу.
3. иҡт. Ниндәйҙер илдә етештерелгән тауарҙарҙың ваҡыт-ваҡыт кәрәктән тыш күп булып китеүенән, шуның һөҙөмтәһендә производствоның ҡыҫҡарыуынан, эшһеҙлектең артыуынан ғибәрәт булған иҡтисади хәл. □ Кризис. Аграр кризис. Дөйөм кризис.
Иҡтисади кризис. ■ Кумертауҙар эшһеҙлек, иҡтисади кризис алдында ҡаушап, юғалып ҡалманы, урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты уңышлы уҫтереугә ныҡлы йунәлеш алды. «Ағиҙел», № 9, 2010.
4. Нимәнеңдер етешмәүенән тыуған ҡыйын хәл, ҡытлыҡ. □ Кризис. ■ Хәҙер беҙ металлургия әлкәһендә ҙур кризис кисерәбеҙ. Металһыҙ ҡорал эшләп булмай. Д. Юлтый.
КРИЗИСЛЫ (Р: кризисный; И.: crisis; T.: kriz) с.
Кризис хәлендәге. □ Кризисный. Кризислы иҡтисади мәл. Кризислы хәл. Кризислы дәуер. Иҡтисадтағы кризислы осор.
КРИКЕТ [рус. < ингл. cricket] (Р: крикет; И.: cricket; T.: kriket) и. спорт.
Туп һәм һуҡҡыс таяҡтар менән уйнай торған спорт уйыны. □ Крикет (спортивная игра с мячом и битами). Крикет уйнау. Крикет клубы. Крикет уйынсыһы. Крикет тубы.
КРИМИНАЛ [рус. < лат. crimen ‘енәйәт’] и. юр. ҡар. енәйәт. Бында криминал бар кеуек. И Уйын бизнесы криминал менән тығыҙ бәйле булыуы бер кемгә лә сер тугел. «Йәшлек», 2 июль 2009.
КРИМИНАЛЛАШЫУ (криминаллаш-) (Р: криминализироваться; И.: criminal; Т.: cinayet) ҡ.
Енәйәт йоғонтоһона бирелеү, енәйәт-ләшеү. □ Криминализироваться. Криминал-лашҡан ҡала. Криминаллашҡан район. Кри-миналлашҡан ойошма.
КРИМИНАЛИСТ [рус.] (Р: криминалист; И.: criminalist; T.: kriminolog) и. юр.
Криминалистика әлкәһендә эшләгән белгес. □ Криминалист, криминолог. Криминалист эшмәкәрлеге. Криминалист булыу. Криминалист дәлилдәре. ■ Криминалист, тәу ҡарашта куҙгә куренмәгән дәлилдәргә ҡарап, ҙур енәйәттәрҙе дауам иткән кеуек, археологтың да балсыҡ көршәк ватыҡтары һымаҡ ваҡ табыштарҙан башланып киткән тикшеренеуҙәре ер йөҙөндә юғалып ҡалған халыҡтарҙың да тарихын асыуға килтерә. Н. Мәжитов.
КРИМИНАЛИСТИК (Р: криминали стический; И.: criminalist; T.: cinayet) с. юр.
732