Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 731 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КРЕТИН
сус төрмә. □ Крепость (специальная тюрьма для особых политзаключённых). Рогервик крепосы. И Бөгөнгө яҡты көн, бәхет мең ғазап менән, ҡорбандар менән яулап алынған. Петропавловск крепосы, уның ҡараңғы казематтары, йәшерен төрмәләре шул турала һөйләй. «Башҡортостан», 15 апрель 2010. Салауат һаман тотош крепосты ҡуҙғатыу уйы менән мәшғул ине. Б. Рафиҡов.
3. кусм. ҡар. ҡәлғә 2. ■ Шулай итеп, өләсәйем минең өсөн Ғәлим ағай алдында кәмһеттермәй торған бер крепость булды. Д. Юлтый.
КРЕП-САТИН [рус. < фр.] (Р.: креп-сатин; И.: crepe-sateen; T.: dokuma) и. туҡ.
Бер яғы йылҡылдап торған тығыҙ ебәк туҡыма. □ Креп-сатин. / Креп-сатиновый. Йәшел креп-сатин. Креп-сатин алыу. Креп-сатин кулдәк. Креп-сатин юбка. ■ Креп-сатин, креп-флокс, бәрхәт кеуек туҡымаларҙан тегелгән кейемдэрҙе химик таҙартыуға тапшырыу уңайлыраҡ. «Йәшлек», 21 май 2010.
КРЕСЛО [рус.] (Р: кресло; И.: armchair; T.: koltuk) и.
1. Ҡул һалырға яндауыры, терһәге булған киң ултырғыс. □ Кресло. Йомшаҡ кресло. Үрелгән кресло. ■ Балалар, кемуҙарҙан йугерешеп инеп, йомшаҡ креслоларға ултырҙылар. 3. Биишева. Линара ҡунағын етәкләп алды ла уңайлы, йомшаҡ креслоға килтереп ултыртты. Л. Якшыбаева. Кейәу килеп, һарайҙың ишек төбөнә баҫҡас, ике ҡатын ике ҡулынан етәкләп, ҡыҙҙың булмәһенә алын инеп, алтын креслоға ултырттылар, ти. Әкиәттән. Каҙнабаев ҡул сәғәтенә ҡарап алды ла креслоһына килеп ултырҙы. Д. Бүләков. Уртала - ялтыр өҫтәл, йомшаҡ креслолар. Өҫтәл өҫтөндәге гәлсәр вазала - гладиолус сәскәләре. «Йәшлек», 2 октябрь 2011. Дауыт, урелгән креслоға ултырып, джаз тынмай. Ш. Янбаев.
2. кусм. Дәрәжә, етәкселек дәрәжәһе. □ Руководящий пост. ■ Иң мөһиме, Ба-сариевҡа кресло бушай — начальник киттеме, ғәҙәттә, урынына баш инженерҙы ҡуялар. Р. Солтангәрәев. [Перовский:] Кағыҙҙар яҙышыуҙамы, әллә генерал-губернатор крес
лоһында ултырыуҙамы төп хикмәт? Я. Хамматов.
КРЕСЛО-КАРАУАТ [рус.] (Р: кресло-кровать; И.: chair-bed; T.: koltuk yatak) и.
Яҙылмалы (һуҙылмалы) кресло. □ Кресло-кровать. Кресло-карауат алыу. Кресло-карауатта ултырып тороу. ■ Булмәләр бәләкәй булғас, кресло-карауат алдыҡ. Экспедиция материалдарынан.
КРЕСТ [рус.] (Р: крест; И.: cross; Т.: һаҫ) и.
1. Тәре. □ Крест. Муйынға аҫылмалы крест. Ағас крест. И Каялы урман. Тирә-яғында, тау башында урыҫ зыяраттары, араһында тимер рәшәткә менән уратылғандары бар. Тимер крестары ла бар. М. Буранғолов.
2. Тәренең һыҙаттарын ҡабатлаған ҡул хәрәкәте, суҡыныу. □ Молитвенный жест. Католиктар кресы.
3. Ҡушыу билдәһенә оҡшаған тамға.
□ Крест. Крест ҡуйыу. Крест менән билдәләу.
4. иҫк. Тәре формаһындағы орден йәки миҙал. □ Крест. ■ Ул [Әхтәри ҡарт] йәш сағында Ырымбурҙа бик оҙаҡ хеҙмәт итеп, һуғышта батырлыҡтар курһәтеп, крест миҙал алып ҡайтҡан. Ж. Кейекбаев. Әхмәт мырҙаның муйынына туғыҙ крест таҡтылар. Бәйеттән.
5. Сатраш (сигеу төрө). □ Крестик (вид шитья). Креслап сигеу.
♦ Крест ҡуйыу бөткән тип иҫәпләү; өмөттө өҙөү. □ соотв. Поставить крест на чём.
КРЕСТ ИТЕП (Р: крестом; И.: cross; T: haçvari)p.
Арҡыры-буй. □ Крестом. Кулдарҙы крест итеп ҡуйыу.
КРЕСТОВИНА [рус.] (Р: крестовина; И.: crossing; T: maka) и.
1. Әүернә, асамай. □ Крестовина. Шыршы крестовинаһы.
2. т. юл. Рельстарҙы бер юлдан икенсе юлға күсереү өсөн эшләнгән ҡорамал.
□ Стрелочный перевод (устройство, предназначенное для перевода подвижного состава с одного пути на другой).
КРЕТИН [рус. < нем. kretin < фр. cretin] (Р: кретин; И.: cretin; T: kreten) и.
731