Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 842 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮПТЕ КҮРЕҮ
1. Үтә ныҡ әсеп, бызырлап күпереү, артыу. □ Прокисать и вздуваться. Купсегән ҡатыҡ. Купсегән эркет. Сейә ҡайнатмаһы купсегән. ■ Иҫкергән һабала ҡымыҙ купсей, ҡаҡһыған тәм сығып боҙола. М. Ғөбәйҙуллин.
2. Артылыу, ташыу. □ Разливаться, выходить из берегов. Ямғырҙан һуң йылғалар купсей. ■ Урман араһында ҡар. Уяларҙа тәрән әле, шарлауыҡтар, йылғалар. Ҡар кәушәк. Юлдар купсегән. Бата. Ғ. Ибраһимов.
3. Йомшаҡ булып ҡабарып, күпереп ятыу, көрпөлдәү. □ Пушиться; взбиваться. Тупраҡ купсеп ята. ■ Һыу буйында улән куп-сеп ята ине, мал аҫрарға һәйбәт. Экспедиция материалдарынан. Матур ғына, ыҡсым ғына аҡ мендәрҙәр ҡорһаҡтары купсеп яталар. Ғ. Дәүләтшин.
4. Шыйыҡлыҡтың өҫтөнә ҡалҡыу, ҡабарып йөҙөп йөрөү (шыйыҡлыҡ өҫтөндәге нәмәләргә ҡарата). □ Всплывать, всплыть (на поверхность). ■ Бына Зәлифәне бер мәл тулҡындар кумеп китте, хатта уныц һыу өҫтөндә купсеп килгән плащы ла юҡ булды. Н. Мусин. [Ғибәт:] Туры бейә батҡан куленә йырып китеп, һалабаштар купсеп йөрөнөләр ҙә баһа кулдә. Ж. Кейекбаев.
КҮПТЕ КҮРЕҮ (күпте күр-) (Р.: многое повидать; И.: see much; go through thick and thin; T.: çok şey görmek) ҡ.
Төрлө ауыр хәлдәрҙе баштан үткәреү. □ Многое повидать, соотв. Пройти огонь и воду. Үҙ ғумеремдә купте курҙем. ■ Ике лә генә аҡҡош, ай, һауала, ыласын, шоцҡар ятмаҫ ояла; бик куп йөрөп илдә, купте курҙем, һиндәй һылыу һирәк донъяла. Халыҡ йырынан. Купте кургән илдең аҡһаҡалдары, купте белгән саф гәуһәр аҡылдары! Һәр эшләгән эшегеҙ уңдан булһын, хеҙмәттәге һәр кеше уңған булһын! М. Кәрим.
КҮПТЕРЕҮ (күптер-) ҡ. йөкм. ҡар. күбеү I. понуд. от күбеү I. ■ .. Әсегән ҡатыҡ айраны менән эсте куптереп йөрөрмөн. Д. Юлтый.
КҮПТЕРМӘ (Р: оладьи; И.: pancake; Т: tavakeki) и.
1. Борсаҡ йәки һоло ононан бешерелгән әсе ҡоймаҡ. □ Оладьи из гороховой или овсяной муки. Куптермэ бешереу.
2. Ҡабартма. □ Пышка. Купертмә баҫыу.
КҮПТИН-КҮП с. ҡар. күптән-күп. Куп-тин-куп кайнар сәләм!
КҮП ТӨРЛӨЛӨК (төрлөлөгө) (Р: многообразие; И.: multiformity; T: çeşitlilik) и.
Күп яҡлылыҡ. □ Многообразие. Жанрҙағы куп төрлөлөк. Мәҙәни куп төрлөлөк.
КҮПТӘН (Р: давно; И.: long ago; T: uzun süre önce) p.
1. Күп ваҡыттар элек; күп элек. □ Давно. Куптән таныш булыу. Куптән онотолған ваҡиға. ■ Ул өлкәнең партия һәм совет органдары һәм уларҙың етәкселәре — дивизияның яңы командирына куптән таныш кешеләр. Р. Өмөтбаев.
2. Әллә ҡасандан бирле. □ Издавна, с давних пор. Куптән уйлай инем. Куптән хәл итеу. ■ Әсғәт тә инде ебәк уләнле ғәзиз тупраҡтың уҙ аяғы аҫтында икәнен куптән аңлағайны. М. Кәрим. [Әбелхәйер:] Яҡшымбәт, һин уйлағанды оло ағаң куптән уйлаған. Б. Бикбай. Баяр кумеп ҡасҡан ҙур суйын һандыҡ тулы алтын-көмөш менән гәуһәр-яҡут тураһында имеш-мимеш тирә-яҡта куптән йөрөй ине. М. Кәрим.
♦ Күптән кәрәк ине берәй эште ҡеүәтләгәндә әйтелә. □ Давно надо было. Куптән эшләргә кәрәк ине. Төҙөкләндереу куптән кәрәк ине.
КҮПТӘН БИРЕ р. ҡар. күптән 2.
КҮПТӘН БИРЛЕ р. ҡар. күптән 2.
■ Юлдыбай куптән бирле курешмәгән, уҙе өсөн ҡәҙерле булған был иптәшен Рәйсә рөхсәтенән башҡа ҡунаҡҡа алып ҡайтҡаны өсөн уҙен ғәйепле кеше кеуек һиҙә. Һ. Дәүләтшина.
КҮПТӘНГЕ (Р: давний; И.: old, ancient; T: eski) с.
1. Бик күп ваҡыт элек булған; әллә ҡасанғы. □ Давний, давнишний. Куптәнге хәл. Куптәнге киҫкен мәсьәлә. ■ [Азамат] аныҡ ҡына фекергә килә алмай бер аҙ ултырҙы, куптәнге хәлдәрҙе башынан уткәреп маташты. Р. Солтангәрәев.
842