КҮПСЕҮ
КҮПМӘС (Р.: поплавок; И.: float; T: şamandıra) и.
1. Сепаратор камфоркаһы эсендәге ҡалҡыуыс. □ Поплавок (у сепаратора). Купмәсте йыуыу. Купмәсте кутәреу.
2. диал. ҡар. түбәсәй. Самауыр купмәсе. Купмәсен һалыу. Купмәсте алыу.
КҮП НӨКТӘ (Р: многоточие; И.: (three) dots; T.: üç nokta) и. линг.
Өс нөктәнән торған тыныш билдәһе.
□ Многоточие. Куп нөктә ҡуйып китеу. Куп нөктә урынына һуҙҙәр яҙыу. ■ Әгәр ҙә алмашыныусы поэтик объекттар һөйләмдә бер-береһенә яҡын торһа, көтөлмәгәнлек эффектын яҙмала куп нөктә (...) менән тамғалайҙар. К. Әхмәтйәнов.
КҮПСЕК 1 (күпсеге) [боронғо төрки көпчук} (Р: маленькая подушечка; И.: pillow; T.: küçük yastık) и.
1. Бәләкәй генә йомшаҡ мендәр, ҡолаҡ мендәре. □ Маленькая подушечка, думка.
■ Иҙәнгә кук ҡуйҙың көҙәменән баҫылған ап-аҡ кейеҙ йәйелеп, стена буйҙарына матур буйһуҙмалар һалынып, кейеҙҙең ситтәре баҫтырып ҡуйылған. Уларҙың өҫтөнә яңы ғына ҡаҙ мамығынан яһалған ап-аҡ куп-сектәр ҡуйылған. Ғ. Дәүләтшин. Тоҡтарҙы баш аҫтына купсек итеп, бик тәмле йоҡоға киттек. Ш. Хоҙайбирҙин. Карауат бейек итеп тушәлгән һәм купсектәр ҙә башҡа карауаттағы кеуек бер генә тугел, ә бер нисә. А. Карнай.
2. Күн тышлы бәләкәй эйәр мендәре.
□ Кожаная подушка (для седла). ■ Куҙый-курпәс .. аҫтына серге тушәп; башы аҫтына купсек һалып, татлы йоҡоға сума. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу».
3. диал. ҡар. күпмә 1. Купсек эшләу. Купсеккә тыш кейҙереу.
КҮПСЕК II (Р: мягкий; И.: soft; Т.: yumuşak) с. диал.
Йомшаҡ, күпереп торған. □ Мягкий.
■ Ул [Фәйзрахман] эргәһендә ятҡан ҡултыҡ таяғын ынтылып алды, ауыр кутәрелде һәм таяҡтарын купсек ергә һеңдерә таянып китеп барҙы. Н. Мусин.
КҮПСЕК III (Р: перекисший; И.: turned too sour; T.: ekşi) c.
Ныҡ әсеп, бызырлап, ҡабарып сыҡҡан (һөт аҙыҡтарына ҡарата). □ Перекисший (о молочных продуктах). Купсек ҡатыҡ.
КҮПСЕЛЕК I (күпселеге)(Р.: большинство; И.: the greater / most part of; T.: çoğu) и.
Һан яғынан өҫтөнлөк иткән яҡ, өлөш. □ Большинство, преобладающая часть. Купселек менән хәл итеу. Купселек тарафынан ҡабул ителеу. ® Купселек ҡайҙа — көс шунда. Мәҡәл.
КҮПСЕЛЕК II с. ҡар. күп II, 1. Купселек хужалыҡтарҙа сәсеугә төштөләр. ■ Үҙе ку-неккән эштән айырылып, игенселеккә тотонған купселек ярлы халыҡ бөлгәндән-бөлдө. Р Өмөтбаев. Илдең купселек төбәктәрендә колхоздар таралып, халыҡ эшһеҙлектән йонсоған бер мәлдә Табылдыла ферма ла, мастерской ҙа, башҡаһы ла элеккесә эшләп ята. М. Хужин.
КҮПСЕЛЕКТӘ (Р: в большинстве случаев; И.: in most cases; T.: çoğunlukla) p.
Күберәк ваҡыт, күп осраҡта. □ В большинстве случаев, чаще всего. Купселек-тә тап килә. И Йәй буйы уҫкәнлектән, ул [кук мәтрушкә] купселектә сәй урынына ҡулланылған төп улән була. «Йәшлек», 14 апрель 2009. Әхмәҙи совхоз һарығын көтә. Купселектә малды аҫта, йылға буйындағы типһәндә йөрөтә. Р. Солтангәрәев.
КҮПСЕТЕҮ (күпсет-) ҡ. йөкм. ҡар. күпсеү, понуд. от күпсеү. И Лесничий ағай эштең нисегерәк килеп сыҡҡанын шундуҡ самалап алды: куперҙең урта тирәләрҙәге бурәнәләрен һыу купсетеп ағыҙған. Н. Мусин. Шуның өҫтәуенә өҙлөкһөҙ яуған ямғыр ер өҫтөн һыу менән купсетә. Д. Юлтый.
0 Талағын күпсетеү туҡмау, кәрәген биреү. □ Бить, й Ай, һай, һай, һай, алдан сабып барамын, осраған бер дошмандың купсетәмен талағын. Ҡобайырҙан.
КҮПСЕТТЕРЕҮ (күпсеттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күпсеү, понуд. от күпсеү.
КҮПСЕҮ (күпсе-) (Р: прокисать и вздуваться; И.: turn sour; T.: ekşimek) ҡ.
841