Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 861 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮСЕР-КҮСМӘҪ
2. мед. Берәй ағзаны икенсе организмға ҡуйыу. □ Пересадка органов. Бөйөрҙө күсереп ултыртыу.
КҮСЕРЕР-КҮСЕРМӘҪ (Р.: сомневаясь с переносом; И.: doubting the transfer; T.tereddütle göçürmek) p.
Күсерергә икеләнеп. □ Сомневаясь с переносом. Күсерер-күсермәҫ йөрөү.
КҮСЕРЕҮ (күсер-) (Р.: перемещать; И.: move; T.: göçürmek) к.
1. Нимәнелер бер урындан икенсе урынға шылдырыу; урынын үҙгәртеү. П Перемещать, передвигать, переставлять. Өҫтәлде күсереү. Өйҙө күсереү. Төймәне күсереү. ■ [Шәрифулла] ыштанын һалмайынса, балағын бороп һыҡты, ҡатаһын соландан алып, сыуаҡ төшкән ергә күсерҙе. Я. Хамматов. Бер аҙ тереклек иткәс, Нәфисә әбейем атайыма: «Кейәү, әллә беҙҙец Карагужалағы өйҙө күсереп алып килеп, үҙең һалып инәһеңме? Алмашына беҙгә ошо йортто ҡалдырһаң, шуға ҡәнәғәт булырбыҙ», — тигән тәҡдим яһай. М. Ямалетдинов.
2. Кемделер бөтә донъяһы, мал-мөлкәте менән бер ерҙән алып икенсе ергә урынлаштырыу, илтеп ҡуйыу. □ Переносить, переселять; перемещать. Яңы йортҡа күсереү. Кыҙымды икенсе ҡалаға күсерҙем. ■ Ул [түрә] түҙмәне, халыҡҡа белдермәй генә, ғаиләһен икенсе ҡалаға күсерергә ҡарар итте. К. Мәргән.
3. Эш-хеҙмәт, уҡыу буйынса бер урындан алып, икенсе урынға ебәрелеү, билдәләү. □ Перекинуть. Яңы предприятиеға күсереү. Көндөҙгө бүлеккә күсереү. Бишенсе курсҡа күсереү. И Бер нисә райондың Беренсе секретарын Өфөгә эшкә күсереп тороп, йәше тулыу менән пенсияға оҙатҡандарын хәтеренә төшөрҙө [Айытҡолов]. Д. Бүләков.
4. Булыу шартын үҙгәртеү, икенсе ысулға ҡороу (эш-хәрәкәтте). □ Переносить; перемещать. Эш графигын күсереү. Машинаны газға күсереү. Сәғәттең телен артҡа күсереү.
5. Икенсе бер үлсәмгә әйләндереү. □ Переводить. Килограмға күсереп иҫәпләү. Метр системаһына күсереү.
6. Билдәләнгән ваҡытын үҙгәртеү. □ Переносить. Йыйылышты күсереү. Имтиханды күсереү.
7. Яҙыуҙа һүҙҙәге ижекте икенсе юлға сығарыу. □ Переносить. Күсергәндә ижекте бүлергә ярамай. Юлдан-юлға күсереү.
8. Берәүҙең ҡарамағынан икенсе кеше ҡарамағына тапшырыу. □ Переводить. Аҡса күсереү. Фатирҙы улының исеменә күсереү. Дәүләт иҫәбенә күсереү.
9. Кемдәндер ҡарап, яҙып алыу; бер ҡағыҙҙан ҡарап икенсеһенә яҙыу. □ Переписывать; списывать. Адрес күсереү. Таҡмаҡтар күсереү.
10. күсм. Бер телдән икенсе телгә әйләндереү. □ Перевести на какой-л. язык. ■ Инглиз теленә күсерҙе. Әҫәрҙәрҙе башҡортсанан руссаға күсереү.
11. күсм. Бүтән әлкәгә, икенсе яҡҡа йүнәлтеү (һүҙҙе һ. б.)', бороу. □ Перевести (разговор). Кыуаныслы хәбәргә күсереү. Иғтибарҙы күсереү.
КҮСЕРЕҮСЕ I (Р.: переписчик; И.: copyist; T.: kopyacı) и.
1. Күсереп яҙыусы. □ Переписчик, писец. Китап күсереүсе.
2. Күсермәләр эшләүсе. □ Копировщик. Күсереүсе урыны буш. Күсереүсе булып эшләү.
КҮСЕРЕҮСЕ II (Р.: переносчик; И.: carrier; T.: taşıyıcı) и.
Нимәнелер ҡайҙалыр күсереп ҡуйыусы. □ Переносчик. Яҡтыға күсереүсе кеше.
КҮСЕРЕШЕҮ (күсереш-) ҡ. урт. ҡар. күсереү 1, 2. взаимн. от күсереү 1, 2. Өй күсерешеү. М [Ауылдаштар] егерме беренсе йылғы аслыҡтан һуң эйәһеҙ ҡалған бер өйҙө омә менән күсерешеп, ҡола ялан Тирәкле йылғаһы буйындағы ата-баба баҫыуының башына өйөп бирҙеләр, кәртә-ҡура ҡорош-толар. Й. Солтанов.
КҮСЕРЕШТЕРЕҮ (күсерештер-) ҡ. урт. ҡар. күсереү, взаимн. от күсереү.
КҮСЕР-КҮСМӘҪ (Р: сомневаясь с переездом; И.: doubting with the removal; T.: göçmeye tereddütle bakarak) u.
Күсергә икеләнеп. □ Сомневаясь с переездом. Күсер-күсмәҫ йөрөү.
861