КҮСЕРМӘ
КҮСЕРМӘ (Р.: копия; И.: duplicate; copy; T.: kopya) и.
Берәй яҙманың, һүрәттең, һыҙманың күсереп алынған данаһы. □ Копия. Ҡулъяҙманың күсермәһе. Һүрәттең күсермәһе. Күсермә яһау.
КҮСЕРМӘЛЕ (Р.: передвижной; И.: movable; T.: gezici) с.
Урындан урынға күсереп йөрөтмәле, куймалы. □ Передвижной. Күсермәле ҡорамал. Күсермәле ишек. Күсермәле флюорография кабинеты.
КҮСЕРТЕҮ (күсерт-) ҡ. йөкм. ҡар. күсереү. понуд. от күсереү. Күсертеп алыу. Күсертеп ҡуйыу. Фатирҙы ҡыҙының исеменә күсертеү. Икенсе эшкә күсертеү. Газға күсертеү. ■ Әминбәк, үҙенең ата-әсәһен таптырып, үҙ янына күсертеп алған, ти. Әкиәттән.
КҮСЕРТТЕРЕҮ (күсерттер-) ҡ. йөкм. ҡар. күсереү, понуд. от күсереү. Күсертте-реп һалдырыу.
КҮСЕҮ (күс-) [боронғо төрки көч-\ (Р: перемещаться; И.: move, shift; T.: göçmek) ҡ.
1. Бер урындан икенсе урынға китеү; төйәк алыштырыу. □ Перемещаться, переходить, переезжать, переселяться. Күсеп китеү. Яңы өйгә күсеү. Йәйләүгә күсеү. Ауылға күсеү. • Күсеп киткән иҫке йортонан ҡотолған. Әйтем.
2. Эш-хеҙмәт урынын алмаштырыу, икенсе эшкә урынлашыу. □ Переходить, перейти. Яңы эшкә күсеү. Заводҡа күсеү. Тарих факультетына күсеү.
3. Эш итеү рәүешен үҙгәртеү, икенсе ысулға ҡороу. □ Переходить. Автономияға күсеү. Компьютерға күсеү. Газға күсеү. Фер-мерлыҡҡа күсеү. Эшҡыуарлыҡҡа күсеү. Вахта ысулына күсеү.
4. Ниндәйҙер эш-хәрәкәтте тамамлап йәки ташлап, икенсене башлау, икенсегә төшөү. □ Переходить. Атлауҙан йүгереүгә күсте. Һүҙҙән эшкә күсеү. Уҡыу-уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләһенә күсеү. Я Кол һайлауын бөткән, ти, ҡыҙ һайлауға күскән, ти. «Урал батыр».
5. Берәүҙең ҡарамағынан икенсе берәүҙең ҡарамағына ҡалыу. □ Переходить. Шәхси ҡулға күсте. Донъяһы улына күсте.
6. Икенсе юлға сығыу (һүҙҙәге ижеккә ҡарата). □ Переносить. Юлдан-юлға күсеү. Яңы юлға күсеү.
7. Бер хәлдән икенсе хәлгә килеү, шылыу.
□ Передвинуться. Сәғәттең теле күскән.
8. Берәүҙән икенсегә бирелеү (әйбер, һүҙ, хәбәр, ауырыу һ. б.). □ Перейти. // Переход. Бала-сағаның ҡыуанысы ололарға ла күсте.
■ Ҡылысбаев һорауҙар биреү юлы менән дәресте йомғаҡлауға күсте. 3. Биишева.
9. Уҡыуҙа, эш әлкәһендә юғары баҫҡысҡа үрләү. □ Переходить. // Переход. Икенсе курсҡа күсеү. Кластан класҡа күсеү.
10. Ниндәйҙер ҡараш, фекерҙе ҡабул итеү, уны яҡлаусылар яғына сығыу. □ Перейти, принять. Мосолман диненә күсеү.
4 Теге донъяға күсеү үлеү. □ Умереть.
КҮСЕҮСЕ I (Р.: переходящий; И.: transient; T.: göçmen) с.
1. Күсеп йөрөүсе. □ Переходящий. Күсеүсе кешеләр.
2. Берәүҙән икенсегә бирелгән (ауырыуға ҡарата). □ Переходящий (о болезнях). Күсеүсе инфекция.
КҮСЕҮСЕ И с. ҡар. күсмә. Йылы яҡҡа күсеүсе ҡоштар.
КҮСКЕН (Р.: лавина; И.: avalanche; snowslip; T.: çığ) и.
Тауҙан ябырылып төшкән ҡар ишелмәһе. □ Лавина. Күскен аҫтында ҡалыу.
■ Фәхри — альпинист Эльбрусты' штурмлағанда күскен аҫтына эләккән. А. Ғирфанов.
КҮСКЕНСЕ I (Р: кочевник; И.: nomad; T: göçebe) и.
Күсеп йөрөгән кеше йәки халыҡ; күсәбә.
□ Кочевник. / Кочевой. Күскенселәр төркөмө. Күскенсе халыҡ. Я Күскенсе башҡорттарға был .. Таналыҡ буйы мөләйем күренгән. Ҡ. Аралбай.
КҮСКЕНСЕ II и. ҡар. килмешәк. Башҡорт биләмәләренә ылау-ылау күскенселәр ағыла — урыҫы ла, татары ла, сыуашы ла... Б. Рафиҡов.
КҮС ҠУНЫУ (күс ҡун-) ҡ. ҡар. күс һа-рыу. Ағасҡа күс ҡунды.
КҮСМӘ (Р: кочевой; И.: nomadic; T: göçebe) с.
862