КҮСТӘНӘС
1. Күсеп йөрөгән, ултыраҡ булмаған.
□ Кочевой. Күсмә халыҡ. Күсмә тормош. И Күсмә тормош — күсмә бөлгөнлөктән тик убалар инде ҡалғандар. X. Назар.
2. Көҙөн йылы яҡҡа осоп китә торған; күсер. □ Перелётный. Күсмә ҡоштар.
■ һалҡын көҙҙәр килде инде, күсмә ҡоштар йылы яҡҡа китер инде. Экспедиция материалдарынан. Йәшелғош — күсмә ҡош. Э. Ишбирҙин.
3. Эшен даими бер урында алып бармаған, күсеп йөрөү мөмкинлеге булған. □ Передвижной. Күсмә күргәҙмә. Күсмә цирк. Күсмә зоопарк. Күсмә театр. ■ Рәсәйҙә XIX быуаттыц икенсе яртыһында күсмә художестволы күргәҙмәләр ойошҡан булған. Интернет селтәренән. Күсмә кино йә һирәкләп артистар килә башлағаны бирле ауыл ҡортҡаларына бәлә. Ә. Хәкимов.
4. Эш урынынан ситтә башҡарылған.
□ Выездной. Күсмә ултырыш. Күсмә сессия. Күсмә коллегия. ■ 2007 йылда Республика дәүләт советының һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышы алдынан дауалау комплексында ифрат ҙур үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыла. «Ағиҙел», № 4, 2010.
5. Ярыштағы яңы еңеүсегә бирелә торған, еңеүсенән еңеүсегә күсеп йөрөгән.
□ Переходящий. Күсмә кубок. Күсмә байраҡ.
■ Ауыл биләмәләре араһында төҙөкләнде-реү буйынса иғлан ителгән экологик өмәләргә ай һайын йомғаҡ яһала. Апрель айы өсөн Күсмә вымпелға Таулыҡай ауыл биләмәһе лайыҡ булды. «Һаҡмар», 10 май 2012. Секретарь бригадаға райком менән район Советы башҡарма комитетының күсмә Кыҙыл байрағын алып килгәйне. Ф. Әсәнов.
6. Ситләшкән, үҙгәргән. □ Переносный. һүҙҙең күсмә мәғәнәһе. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.
КҮСМӘКҮС и. диал. ҡар. ҡамҡа II.
■ Дим һөйләшендә — күсемкүс, Кариҙел һөйләшендә — күсембей, Эйектә — күсмәкәй, Һаҡмарҙа — күсәбей тип йөрөтәләр күсмә-күсте. Канат өҫтө ҡыҙыл (йәки һары төҫтәге) ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ нисек кенә аталһа ла, беҙгә ул яратып уйнап үҫкән ҡамҡа булып ҡала. Т. Сәғитов.
КҮСМӘНДЕ с. диал. ҡар. күсмә 1. Күс-мәнде халыҡ. ■ Хәйер, хәрби кешеләрҙең ғүмере буйы күсмәнде тормошҡа дусар булған ғаиләләре улар артынан эйәреп йөрөп, ниҙәр генә күрмәй, ниндәй генә ыҙалар кисермәй. Р. Өмөтбаев. [Гөлғәйшә инәй — Сөмбөлгә:] Атайың ҡасан ошо күсмәнде тормошон ташлар икән? Ш. Янбаев. Бөрйән башҡорттары күсмәнде ҡыпсаҡтарға үҙҙәре менән сиктәш аулаҡ ергә урынлашырға кәңәш бирәләр. Картотека фондынан.
КҮСМӘНСЕ с. диал. ҡар. күсмә. ■ Йәмле яҙ етеү менән бөтә ауыл халҡы мал-тыуары менән күсмәнсе тормошона күскән. Кара көҙгә ҡәҙәр үлән ҡайҙа яҡшы, шунда йәйләү урынын күсергән. М. Бураҡаева. Сауҙа каруандарына, пуштун күсмәнселәренә эйәреп, тап ошо юлдан һәр төрлө шикле әҙәмдәр был яҡҡа һарҡылып уҙа. Ә. Хәкимов. Шул тиклем күтәренеп, күсмәнсе ҡаҙаҡ шикелле ҡайҙан киләһең? Экспедиция материалдарынан.
КҮСТЕРЕҮ (күстер-) ҡ. иҫк. ҡар. күрһәтеү. Йорт күстереү. Килен күстереү.
КҮСТЕРӘ [рус.] (Р.: костёр; И.: bromus; awnless / smooth brome grass; T.: kılçıksız brom) и. бот.
1. Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына ялпаҡ башаҡлы, ҡыяҡ япраҡлы үлән (бесән өсөн сәселә), һарут. □ Костёр (лат. Bromus). Кылсыҡһыҙ күстерә. Арыш күстерәһе. Йомшаҡ күстерә.
2. диал. Ата арыш (бәшмәк ауырыуы). □ Спорынья. Күстерә менән ауырыу.
КҮСТӘНӘС [рус.] (Р: гостинец; И.: present; T.: hediye (gıda) и.
Бүләк итеп алып киленгән йәки ебәрелгән ашамлыҡ. □ Гостинец. Күстәнәс һалыу. Күстәнәс ашау. Килгән һайын күстәнәс менән йөрөй ул өләсәйем. ■ Эй йыуаса, йыуаса, күстәнәс, тип ҡоҙаса төйнәп килтерер ине, ауыҙҙа ирер ине... Р. Ғарипов. Кисә мороном ҡысығайны, ҡала күстәнәсе ашарға булған икән. Н. Мусин. Бер аҙҙан һуң ҡыҙҙар, өҫтәл артына ултырып, Фәриә алып ҡайтҡан күстәнәс менән сәй эсергә тотондолар. М. Ғиләжев.
863