КӘСЕП ИТЕҮ
2. Файҙалы, аҡсалы өҫтәмә шөғөл. □ Дополнительный приработок. Кәсепкә йөрөү.
■ Ауылда ҡыш көнө кәсеп юҡ. Д. Юлтый.
КӘСЕП ИТЕҮ (кәсеп ит-) (Р.: промышлять; И.: make a living (by); T.: iş yapmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер берәй эш менән шөғөлләнеп, аҡса эшләү. □ Промышлять, заниматься промыслом. ■ [Ниғмәт:] Эйе, Ғәли бабай, китәм инде, сит ерҙәргә кәсеп итергә. М. Ғафури. Сурағол, яҙ була башлағас та ҡыуғынға йөрөп, арыу ғына кәсеп итеп алғайны. Т. Хәйбуллин. Юҡ, бындағы шәл бәйләүҙе беҙ ҡоро кәсеп итеу тип кенә ҡабул итә алманыҡ, әлбиттә. К. Мәргән.
2. Сауҙа эше менән шөғөлләнеү, сауҙа итеү. □ Торговать, заниматься торговлей.
■ Минең атай һәнәк, тырма яһап, дегет ҡайнатып кәсеп итә торғайны. М. Тажи.
3. диал. Ғәҙәткә индереү; ғәҙәт итеү. □ Взять себе в привычку что. Һәр кешегә көлөп ҡарауҙы кәсеп итеп алған.
КӘСЕП ҠЫЛЫУ (кәсеп ҡыл-) ҡ. ҡар. кәсеп итеү.
КӘСЕПЛЕ (Р: имеющий ремесло; И.: with a trade; T: işi olan) с.
Кәсебе булған. □ Имеющий ремесло, занятый промыслом. Кәсепле әҙәм. Кәсепле булыу. ■ Кыҙыҡ ҡарт ине Зәйнулла, уҙе хәләл кәсепле, тоғро кеше булды. Картотека фондынан.
КӘСЕПЛӘНЕҮ (кәсеплән-) (Р: промышлять; И.: make a living (by); T: iş yapmak) ҡ.
Ниндәйҙер эш менән шөғөлләнеү. □ Промышлять, заниматься чем. Балыҡсылыҡ менән кәсепләнеү. Кәсепләнеп йөрөу. Дегет ҡайнатыу менән кәсепләнеү. Һатыу эше менән кәсепләнеү.
КӘСЕПСЕ (Р: ремесленник; И.: craftsper-son; T: zanaatkar) и.
Билдәле бер оҫталыҡ талап иткән эш менән шөғөлләнгән кеше; һәнәрсе. □ Ремесленник. Тәжрибәле кәсепсе. Кәсепсе булыу. Ваҡ кәсепсе. ■ Кәсепсе Молодое 1714 йылда Көнгөр баҡыр иретеү заводын ҡаҙна аҡсаһына һалдыра. «Башҡортостан», 12 март 2010. <
КӘСЕПСЕЛЕК (кәсепселеге) и. ҡар. кәсеп 1. ■ Көнбайыш башҡорттары ултыраҡ тормош алып бара, малсылыҡ һәм төрлө кәсепселек менән аралаштырып, башлыса игенселек менән шөғөлләнә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
КӘСЕР [ғәр. (Р: дробь; И.: fraction; T: kesir) и. мат.
Бер бөтөндөң өлөшөн күрһәткән һан.
□ Дробь. Катнаш кәсер. Унарлы кәсер. Ябай кәсер.
КӘСЕРЛЕ (Р: дробный; И.: fractional; T: kesirli) с. мат.
Кәсерҙәрҙән торған, кәсере булған.
□ Дробный. Кәсерле һан. Кәсерле тигеҙләмә.
КӘСИЛКӘ [рус. косилка} (Р: косилка; И.: mowing machine; T: biçme makinesi) и. һөйл.
Сапҡыс. □ Косилка. Кәсилкә менән бесән сабыу. ■ [Мирхәйҙәров — Хашимға:] Арбац да, санац да бар икән. Әллә инде кәсилкә лә үҙеңдеке? Т. Ғарипова. Аранан бер ҡыҙ: «Үҙеңде бел, йәме! Йоҡлап йөрөп, кәсилкәнән ҡолап ҡалғаныңды оноттоңмо ни? Бахыр, һыуға төшкән өтөк әтәс!» — тип шарҡылдап көлдө. М. Тажи.
КӘСИР БЫСАҠ (бысағы) (Р: нож; И.: chopper; T: bıçak) и.
Сыра яра, иҙән ҡыра торған ҡалын ҙур бысаҡ. □ Нож.
КӘСРӘ [ғәр. (Р: кесра; И.: diacritic sign; T: kesre) и. гром.
Ғәрәп орфографияһында: тартынҡы өн аҫтына ҡуйылған ҡыҫҡа «и» өнөн белдергән диакритик билдә. □ Кесра (знак, служащий для обозначения звука «и» в арабском письме).
КӘСТРҮЛ [рус. кастрюля < гол. kastrol < фр. casserole} (Р: кастрюля; И.: stew pan; T: tencere) и.
Аш бешерә торған ҡапҡаслы сом металл һауыт. □ Кастрюля. Алюмин кәстрүл. Кәстрүлдә ҡайнатыу. Кәстрүлдә бешереү. Кәстрүлгә бушатыу.
КӘСӘ и. ҡар. каса. ■ Өҫтәлдең бер башында ҡалай сәйнүк, ике кәсә, ике нан, иҙәндә примус гөжләп яна. А. Таһиров.
КӘСӘКӘЙ и. зоол. диал. ҡар. кеҫәртке.
918