Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 917 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӘСЕП
надобность. ■ Сейәбикә буш ултырыуҙы кәрәкһенмәне, ҡолғаһын ала һалып, төбөн урындыҡ ҡаҙнаһына терәп, үрге осон тубә таҡтаға ташланы ла, орсоғон алып, төкөрә -төкөрә киндер иләргә тотондо. Т. Хәйбуллин. Атаһы ғына тугел, башҡа партизандар ҙа Павликты бик кәрәкһенеп ҡаршы алалар, сөнки ул бушҡа ғына йөрөмәй. Ә. Харис.
КӘРӘКӘ и. диал. ҡар. күтер.
КӘРӘК-ЯРАҠ (кәрәк-ярағы) (Р.: необходимые вещи; И.: necessities; T.: gereklik) и. йыйн.
Төрлө кәрәк нәмә. □ Необходимые вещи, принадлежности (домашний скарб). Йорт кәрәк-ярағы. Спорт кәрәк-ярағы. И Фәниәнец донъя кәрәк-ярағы байтаҡ ине, өй эсен йыйыштырып ебәрҙе. Н. Мусин. [Әхсән — ҡатынына:] Ярай, бар. Низамиҙыц кәрәк-яраҡтарын барлағыҙ. Мин унда ат егергә ҡуштым. Ғ. Ибраһимов. Баҙарҙа туҡтап, кәрәк-яраҡты алғас, Хисамды теге егеттәр уҙенец ауылына уҡ илткән. Әкиәттән.
КӘРӘМ [ғәр. (Р.: великодушие; И.: magnanimity; T: kerem) и. иҫк.
Йомартлыҡ, киң күңеллелек. □ Великодушие, широта души. Кәрәм курһәтеу.
КӘРӘМӘТ [ғәр. (Р: чудо; И.: miracle; T: keramet) и. иҫк. һөйл.
Аптырарлыҡ, ғәжәп нәмә; мөғжизә. □ Чудо, волшебство. / Волшебный, чудесный. Кәрәмәт курһәтеу. ■ Заятуләк тигәнең кәрәмәттең уҙе икән. «Заятүләк менән һыуһылыу». [Йылҡыбай:] Тағы бер бәрейҙе дөмөктөрһәк, шул уҙе бер кәрәмәт булмаҫмы? Әкиәттән. [Марина:] Карасы, бына ниндәй кәрәмәт яҡ икән ул минең тыуған ер! М. Хәйҙәров.
КӘРӘМӘТ АҒАСЫ (Р: дерево, которому поклонялись язычники; И.: heathens’ worship tree; T: keramet ağacı) и. этн.
Мәжүсиҙәрҙең Аллалаштырып табына торған ағасы. □ Дерево, которому поклонялись язычники. И Кәрәмәт ағасы — ул табыныу ағасы. Башҡорт мифологияһынан.
КӘРӘСИН [рус. керосин < ингл. kerosene] (Р: керосин; И.: kerosene; T: kerozen) и.
Нефттән алынған шыйыҡ яғыулыҡ.
□ Керосин. / Керосиновый; керосинный. Кәрәсин еҫе. Кәрәсин шәме. Кәрәсин һибеу.
■ Тәнзилә әбей уны шаяртмаҡсы булғайны, Ғаббас Сынбулатов, утҡа кәрәсин һибеп ебәргән һымаҡ, гөлт итеп ҡыҙҙы ла китте. М. Тажи. Әгәр ҙә ҡулығыҙға кәрәсин йәки бензин тейһә, уны горчицалы һыу менән йыуығыҙ. Башҡортостан календарынан. Караңғы төшөп тә етмәне, кәрәсингә мохтаж ауыл халҡы ятып йоҡларға ла өлгөрҙө. Я. Хамматов.
КӘРӘСИН МАЙ и. диал. ҡар. кәрәсин.
КӘРӘСИН ШӘМЕ и. ҡар. һуҡыр шәм.
■ Өйҙөң урта тәҙрәһенә ҡаршы ҡуйылған киң өҫтәлдә кәрәсин шәме яна. Һ. Дәүләтшина.
КӘСБИ [ғәр. (Р: жизненный; И.: vital; true-to-life; T: gerçek hayattaki gibi) c. иҫк. кит.
Эш-тормош күнекмәһенән алынған.
□ Жизненный, взятый из жизни, из практики. Кәсби тәжрибә. Кәсби сифат.
КӘСЕП (кәсебе) [ғәр. ч^] (Р: ремесло; И.: trade; T: iş) и.
1. Тормош сығанағы булған шөғөл; эш.
□ Промысел, ремесло. Төп кәсеп. Урман кәсебе. Һунарсылыҡ кәсебе. И Был ауылдың бөтә кәсебе урман киҫеу икән. М. Ғафури. Ул капитан миңә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан һуң минең губернамды һорашты, тыуған ауылымды, кәсебемде, уҡыуымды һорашты. Д. Юлтый. Ер биләуҙе байлыҡ һанау — ул елгә еленләу. Ундай кеше ил кәсебенә, ил бәхетенә аяҡ салыусы, улар халыҡты аҙҙырыусылар, дин-имандан яҙҙырыусылар, халыҡты донъя рәхәтенән мәхрүм итеүселәр. Т. Хәйбуллин. [Батыр:] Мин Килдекәй улы Алтынбилбау, кәсебем минең йәнлек, ҡоштар аулау. Әкиәттән. Ташбатҡан халҡы урмандың ҡәҙерен белә хәҙер, сөнки улар урман кәсебе менән көн күрәләр.. Ж. Кейекбаев.
917