КӘРӘКЛЕ
йөрөй. Кәрәккән-кәрәкмәгәне лә эшләргә маташа.
КӘРӘКЛЕ (Р.: нужный; И.: needed; Т.: gerekli) с.
Кәрәк булған, кәрәге булған. □ Нужный, надобный, необходимый. Кәрәкле нәмә. Кәрәкле тауар. ■ Отрядтың һәр бер кешеһенә кәрәкле курһәтмәләр, приказдар инде бирелгән. Һ. Дәүләтшина.
♦ Кәрәкле кишер {йәки кәбеҫтә) япрағы кәрәкһеҙ кешегә мыҫҡыллап әйтелә. □ со-отв. Пятое колесо в телеге. ■ Колхозсылар [Хәсәнде], кәрәкле кәбеҫтә япрағы, һин генә кәрәк инец, ҡыйратырһың инде эшемде, тигән кеуек һуҙҙәр менән ҡаршы алды. С. Ҡудаш.
КӘРӘКЛЕК (кәрәклеге) (Р.: надобность; И.: necessity; T.: gereklik) и.
Кәрәк булғанлыҡ; хәжәтлек, тейешлек. □ Надобность, необходимость. ■ Байназар больницаға оҙатыу кәрәклегенә ышанып уҡ бөтмәне, ләкин Ғамир, ысын куцелдән бирелеп, бик ныҡығас, ат егә башланылар. Б. Бикбай. Ауылдарҙы йөрөп сығыу Котлоярға тапшырылды. Тик был эште башлар алдынан кәңәште Айбулат менән ныҡ төйнәлергә кәрәклеген әйттеләр. Һ. Дәүләтшина. [Гөлбаныу ҙың] уңған булырға оҡшай килене: ҡайһы эште ҡасан эшләргә кәрәклекте белә, белһә лә, һорап эшләй. Н. Мусин.
КӘРӘКМӘГӘН (Р: ненужный; И.: unnecessary; T.: gereksiz) с.
Кәрәге булмаған; бер кем дә кәрәк тип тапмаған. □ Ненужный. ■ Кәрәкмәгән ялғауҙы ҡыҫҡартыу һуҙгә ыҡсымлыҡ ҡына тугел, асыҡлыҡ бирә, уның мәғәнәһен юшҡындан таҙарта. Ә. Бейешев. Берәу ҡурсаламаған, берәугә кәрәкмәгән ҡыҙ бала ине Линара, бирешмәне, хәҙер бәхете уны уҙе килеп тапты. Л. Якшыбаева. • Кәрәкмәгәнде алһаң, кәрәгеңде һатырһың. Мәҡәл.
КӘРӘКМӘГӘНЕ (Р: ненужное; И.: needless thing; T.: gereksiz) и.
Кәрәк булмаған. □ Ненужное. Кәрәкмәгәнен сығарып ташлау. Кәрәкмәгәне килеп йөрөмәһен. Кәрәкмәгәнен алма. Кәрәкмәгәнен кире тапшырыу.
КӘРӘКҺЕҘ (Р: ненужный; И.: useless; Т.: gereksiz) с.
Кәрәге булмаған, кәрәге юҡ. □ Ненужный, непотребный. Кәрәкһеҙ әйбер. ■ Купме кәрәкһеҙ гәзиттәр сығарыла? һәр өйҙөң подъезы шул гәзиттәр менән тулған. Л. Якшыбаева. Айбулат, ғәҙәте буйынса, бөгөн дә Рәхимә менән һуҙ көрәштереуҙең кәрәкһеҙ икәнен уйлап, уның был һуҙҙәренә яуап та бирмәйенсә сығып китергә ҡуҙғалғайны, ләкин Рәхимәнең һуҙҙәреуның асыуын килтерҙе. Һ. Дәүләтшина.
КӘРӘКҺЕҘГӘ (Р: зря; И.: in vain; T.: boşuna) р.
Бушҡа, файҙаһыҙға. □ Зря, понапрасну. ■ Телебеҙҙә ялғауҙарҙы кәрәкһеҙгә ҡатлан-дырып ҡуйыу, килтерелгән миҫалдарҙағы кеуек, исемдән исем яһаған ғына тугел, сифаттан исем яһаған саҡ та йыш осрай. Ә. Бейешев. Ни өсөндөр, куҙ йәштәрең менән кәрәкһеҙгә ғәфу утендең .. Р. Ғарипов. Диңгеҙҙә, ғөмумән, кәрәкһеҙгә һуҙ бутҡаһы бешереу хупланмай. Г. Ғиззәтуллина. [Врач — Гөлсирәгә:] Беләһең бит, ҡалаға куп халыҡ килә, гостиницаларҙа урын етешмәй. Шулай булғас, ниңә кәрәкһеҙгә номер биләргә? Б. Бикбай.
КӘРӘКҺЕҘЛЕК (кәрәкһеҙлеге) (Р: ненадобность; И.: lack of need; T.: gereksizlik) и.
Кәрәге булмағанлыҡ, кәрәк тип тапмау. □ Ненадобность, ненужность. ■ Сәмәрә иһә әсәһен ғәфу итә алманы. Улының улеуендә әсәһенең ғәйебе лә юҡ та бит, ләкин... шыҡһыҙ, толҡаһыҙ бала сағы, уҙенең кәрәкһеҙлеген аңлау, донъяға тыуғаны һәм йәшәгәне өсөн әсәһенән өнһөҙ һәм даими ғәфу утенеу. Т. Ғарипова. Аслыҡ, яланғаслыҡ, яңғыҙлыҡ кеуек йөрәк өшөткәс ауырлыҡтарҙан, тағы ниндәйҙер бәхетһеҙлек өҫтәлеу, уҙеңдең кә-рәкһеҙлегеңде, йәшәуеңдең мәғәнәһеҙлеген тойоу аҙаптарынан тора бит уның бөгөнгөһө. 3. Биишева.
КӘРӘКҺЕНЕҮ (кәрәкһен-) (Р: нуждаться; И.: need; T.: ihtiyaç olmak) ҡ.
Кәрәк тип күреү, кәрәкле һанау. □ Нуждаться в чём, почувствовать необходимость,
916