Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 97 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМШАҠ КҮҢЕЛЛЕ
венный). Табан аҫты йомшағы. Тояҡ йомшағы. Эттец табан аҫты йомшағы.
ЙОМШАҠ IV (йомшағы) (Р.: хлеб из пшеничной муки; И.: bread; T: ekmek) и. диал.
Юғары сортлы бойҙай ононан бешерелгән икмәк. □ Хлеб из пшеничной муки. Йомшаҡты мейестән алыу.
ЙОМШАҠАЙ (Р.: нерешительный; И.: irresolute; T.: ikircimli) с.
Ихтыяры ныҡлы түгел, эш-йомош-то еренә еткерә алмай торған, үтә ҡыйыуһыҙ. □ Нерешительный, несмелый; робкий; мягкий. Йомшаҡай булыу. И [Гаң-һылыу — Фәнисәгә:] Һин ҡөлорһөц, мине йомшаҡай, йуләр, тип атарһыц. Р. Камал. [Ҡартәсәй:] Ҡоҙағый уҙе лә Әлтәфенә баш була алманы, йомшаҡай. Г. Яҡупова.
ЙОМШАҠ АЛАНҒЫ (Р: подмаренник; И.: bedstraw; T.: yoğurt otu) и. бот.
Нәҙек оҙон һабаҡлы, оҙонса ваҡ япраҡлы, ваҡ суҡ сәскәле күп йыллыҡ болон үҫемлеге. □ Подмаренник (лат. Galium mollugo). Йомшаҡ аланғы сәскәһе. Йомшаҡ аланғы уләнен йыйыу.
ЙОМШАҠ АҢҠАУ (Р: мягкое нёбо; И.: soft palate; T.: yumuşak damak) и. анат.
Ауыҙ ҡыуышлығының хәрәкәтсән, көмбәҙ формаһындағы юғары өлөшө; таңлай.
□ Мягкое нёбо. Был он йомшаҡ аңҡау менән әйтелә. Йомшаҡ ацҡауҙы сәйгә бешереу.
ЙОМШАҠ АУЫҘ (Р: мямля; И.: milksop; T.: meleme) с.
Ихтыяры ныҡлы түгел, эш-йомошто еренә еткерә алмай торған, үтә ҡыйыуһыҙ.
□ Мямля. Йомшаҡ ауыҙ булыу. Йомшаҡ ауыҙ кеше.
ЙОМШАҠ БОЙҘАЙ (Р: пшеница мягкая; И.: soft varieties of wheat; T.: ekmeklik buğday) и. бот.
Бойҙайҙың ҡоролоҡҡа, һыуыҡҡа сыҙамлы, тиҙ өлгөрә торған ҡылсыҡһыҙ йәки мурт ҡылсыҡлы төрө. □ Пшеница мягкая (лат. Triticum aestivum). Йомшаҡ бойҙай ҡоролоҡҡа бирешмәусән. Йомшаҡ бойҙай уҫтереу. Йомшаҡ бойҙай төрө.
ЙОМШАҠ БӨРМӘКӘЙ и. бот. ҡар. йомшаҡ аланғы. Йомшаҡ бөрмәкәй сәскәһе.
Йомшаҡ бөрмәкәй тамыры. Йомшаҡ бөрмәкәй болонда уҫә.
ЙОМШАҠ ВАГОН (Р: спальный вагон; И.: sleeper; T.: yataklı vagon) и.
Йоҡлау өсөн йомшаҡ урынлы пассажир вагоны. □ Спальный вагон. Йомшаҡ вагонда барыу. Йомшаҡ вагонға билет алыу. ■ Йомшаҡ вагондарҙың береһенең асыҡ тәҙрәләренән куренеп торған бер яҡшы сумаҙан Сиражиҙың диҡҡәтен ылыҡтырҙы. И. Насыри. Беҙ [мин куршем менән] ҡартты ҡултыҡлап, участка урынлашҡан йомшаҡ вагонға барып индек. Ә. Чаныш.
ЙОМШАҠ ЕЛ (Р: лёгкий ветер; И.: light wind; T.: meltem, esin) u.
Киҫкен булмаған талғын йылы ел. □ Лёгкий ветер, зефир. Йомшаҡ ел сәстәрҙе mapan утә.
ЙОМШАҠ ЕР (Р: мягкое место; И.: soft place; weak spot; T.: yumuşak yer) и.
1. Ултырыуға йомшаҡ булған урын. □ Мягкое место.
2. кусм. Эштәге, ҡылыҡ-холоҡтағы бу-шаҡлыҡ, етешһеҙ яҡ. □ Слабое место, слабина. Йомшаҡ ерен табыу. Йомшаҡ ерен белеу. ■ Һәр бер кешенең уҙенә курэ бер йомшаҡ ере була бит уның. И. Насыри.
3. эвф. Арт яҡ, ултыра торған ер. □ Попа, мягкое место. ■ [Карашиде мулла:] Мин тиҙ генә ҡорһаҡ аҫтына инеп китәм дә уның [айыуҙың]йомшаҡ ерен бешәм! И. Насыри.
ЙОМШАҠ КҮҢЕЛЛЕ (Р: мягкосер дечный; И.: softhearted; T.: iyi kalpli) с.
Кешене йәлләп, илап барыусан. □ Мягкосердечный. Йомшаҡ куңелле кеше. ■ Электән йомшаҡ куңелле, кешеләргә игелек кенә ҡылып өйрәнгән Мөхәмәтшаның ныҡ уҙгәреш кисергән булмышы куңеле ине. М. Хужин. Йомшаҡ куңелле әсәйем ошолай асыулы һөйләшкән кеше алдында ҡаушабыраҡ ҡала ине. Н. Мусин. Ул [Мазһар бисәһе] йомшаҡ куңелле Миңъямал өсөн бик ҡаты булып бәрелә торған әллә ниндәй һуҙҙәр ысҡындырҙы. С. Агиш. Бөтәһе лә яҡшы бара, әммә йомшаҡ куңелле, оялсан Йылҡыбай, кире ҡағып ҡуймағайы тип, Маянһылыуға уҙ уйын әйтергә баҙнат итмәй. Халыҡ ижадынан.
4-1.0117.12
97