Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV. 98 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОМШАҠ КҮҢЕЛЛЕЛЕК
ЙОМШАҠ КҮҢЕЛЛЕЛЕК (күңеллелеге) (Р.: мягкосердечность; И.: softheartedness, kindness; T.: iyi kalplilik) и.
Йомшаҡ күңелле булыу хәле, шәфҡәтлелек. □ Мягкосердечие, мягкосердечность. Йомшаҡ күңеллелек курһәтеу. Йомшаҡ күңеллелеге менән арбай.
ЙОМШАҠ КҮСТЕРӘ (Р: костер мягкий; И.: soft brome; T.: yumuşak brom) и.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына ялпаҡ башаҡлы, йомшаҡ ҡыяҡ япраҡлы бер йәки ике йыллыҡ үлән. □ Костер мягкий (лат. Bromus mollis). Йомшаҡ кустерә сәсеу. Йомшаҡ кустерәне сабып алыу.
ЙОМШАҠ ҠАНАТЛЫЛАР (Р: мягкоперые; И.: the Gadidae family of fishes; T: gadiformes) и. зоол.
Күпселек диңгеҙҙәрҙә йәшәй торған һөйәкле балыҡтар. □ Мягкоперые (лат. Gadiformes). Шамбылар, трескалар, камбалалар йомшаҡ ҡанатлыларға ҡарай. Йомшаҡ ҡанатлылар ғаиләһе.
ЙОМШАҠЛАНЫУ (йомшаҡлан-) (Р: смягчаться; И.: soften; T.: yumuşamak) ҡ.
1. Йомшаҡ (I, 1—6) хәлгә килеү; йомшарыу. □ Смягчаться, размягчаться. Икмәк йомшаҡланды. Картуф йомшаҡланған.
2. кусм. Йомшаҡлыҡ күрһәтеү. □ Проявлять слабость. Йомшаҡланып китеу. ■ [Әлтәф:] Ауылдың исемен бысратыусыларға йомшаҡланырға ярамай! Ғ. Хәйри.
ЙОМШАҠЛЫҠ (йомшаҡлығы) (Р: мягкость; И.: softness; T.: yumuşaklık) и.
1. Йомшаҡ булыу хәле. □ Мягкость, рыхлость. Һыуҙың йомшаҡлығы. Мендәрҙең йомшаҡлығы. Урындың йомшаҡлығы. Ерҙең йомшаҡлығы. Ҡыштың йомшаҡлығы. ■ Ул [Назаров] аяғы аҫтында сүпләп эшләнгән балаҫтың йомшаҡлығын тоя-тоя тургә утте. Н. Мусин. Тупраҡтың йомшаҡлығы хайран итте: көрәк баҫмайынса ла батып инеп тора. Т. Ғарипова. [Линара] таянған усы аҫтында келәмдең ҡытыҡлағыс йомшаҡлығын тоя. Л. Якшыбаева.
2. кусм. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле булғанлыҡ, асыҡ йөҙлөлөк. □ Мягкость, нежность, ласковость. Куңел йомшаҡлығы. Ҡараштың йомшаҡлығы. Мөғәмәләнең йомшаҡлығы.
■ Һағыш-моң шиғриәтендә ихласлыҡ, сафлыҡ, куңел йомшаҡлығы символы булып торған куҙ йәше детале лә әһәмиәтле урын тота һәм лирик геройҙы, уның эстетик идеалын кәуҙәләндереуҙә мөһим роль уйнай. «Ағиҙел», № 4, 2010. Вазифа тағы ла бер нисә минут әрепләшеп торҙо ла, Еимайҙа бер генә төрлө лә йомшаҡлыҡ әҫәре курмәгәс, лышҡ-лышҡ илап сығып китергә мәжбур булды. И. Насыри.
3. кусм. Ихтыярһыҙлыҡ, ебегәнлек.
□ Слабость, безволие. Ихтыяр йомшаҡлығы. Йомшаҡлыҡ курһәтеу. ■ Йомшаҡлыҡ һиҙ-ҙереу уның [Юлдыбикә әбейҙең] намыҫын килтерә, ул турала уйлана, баш вата башланы. Т. Хәйбуллин. Ҡыҙ, уҙенең йомшаҡлыҡ курһәтеуенә, асылып китеуенә үкенгәндәй, ҡапыл тумһайҙы. Н. Мусин.
4. кусм. Тейешле сифат-талапҡа яуап бирмәүсәнлек, етешһеҙлек. □ Слабое место, недостаток. ■ Ниғмәтиҙең был киң пландағы тәуге поэмаһында эпик форманы уҙләштереуҙә композицион тарҡаулыҡ, сюжеттың һулпәнлеге кеуек художество йомшаҡлыҡтары ла юҡ тугел. Ғ. Хөсәйенов.
ЙОМШАҠ СӘС (Р: мягковолосник; И.: chickweed; T: karanfilgillerden bir bitki) и. бот.
Ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек төрө. □ Мягковолосник (лат. Myosoton). Йомшаҡ сәс һабағы. Йомшаҡ сәс — куп йыллыҡ уҫемлек.
ЙОМШАҠ ТӘНЛЕЛӘР (Р: мягкотелые; И.: mollusks; T: yumuşakçalar) и. зоол.
Йомшаҡ тәнле умыртҡаһыҙ хайуандар (уларҙың бик куп өлөшө тышҡы яҡтан ҡабырсаҡ менән ҡапланған була, ҡорола, диңгеҙҙәрҙә һәм сөсө һыуҙарҙа йәшәй).
□ Мягкотелые (лат. Mollusca). Йомшаҡ тәнлеләр ғаиләһенән.
ЙОМШАҠ УРЫН и.
1. ҡар. йомшаҡ ер 1. Йомшаҡ урынға ултырыу.
2. кусм. Яҡшы вазифа. □ Хорошее место, должность. Йомшаҡ урынға барып ултырған ул.
3. кусм. ҡар. йомшаҡ ер 2. Йомшаҡ урынын белеп ҡалыу. Йомшаҡ урынына ба
98