Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 298 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАРТ
5. Бик әүәлдән килгән; боронғо. □ Старый, древний, старинный. М Ҡарт тарих бәйән иткәнде милли фольклорыбыҙ ҡомартҡылары ла хуплай һәм раҫлай. Ә. Сөләймәнов.
6. Әллә ҡасанғы, күптәнге, элекке.
□ Старый, давний, давнишний. Ҡарт дуҫтар. Улар бит инде ҡарт таныштар, бергә бер бот тоҙ ашаған кешеләр.
ҠАРТ II (Р.: старик; И.: old man; T.: ihtiyar) и.
1. Оло йәштәге ир кеше. □ Старик, старец. / Старый, старческий. М Ат ҡараҡтары бай һуҙен нисек йыҡһын — киләләр. Ҡаршыға ҡарағайҙай оҙон һынлы ҡарт сыға. Н. Мусин. Ҡулына балта тотҡан, ҡултыҡ аҫтына бидон ҡыҫтырған ҡарт йугереп килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. • Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар — ҡаласынан ҡан тамыр, йәш ҡуйынында ҡамсы бар — ҡамсыһынан бал тамыр. Мәҡәл.
2. Оло йәштәге ир кешенең исеменә ҡушып әйтелә. □ Старик (употребляется вместе с именем пожилого человека). ■ Йәнбирҙе тигән ҡарт менән Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ ҡайҙа барһа, уларға ул урында юл асыҡ. «Урал батыр». Самсон ҡарт ҡаж-ҡож йуткереп алды ла, аҫтындағы таҡтаны шығырлатып, әйләнеп ятты.
3. Ураҡсин. Суртмаҡ ҡамсыһы төшкән ирҙәр араһында әлеге Биктимерҙең атаһы Тимербулат ҡарт та бар ине. К. Мәргән.
3. купл. Оло йәштәге ирҙәргә өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение к мужчинам пожилого возраста. ■ [Котлояр:] Инде, ҡарттар, һуҙ көрәштереп эш сығара торған ваҡыт тугел. Бына хәҙер эште уҙебеҙсә яйларға кәрәк. һ. Дәүләтшина.
4. купл. Оло йәшкә етеп аҡыл, тәжрибәләре менән хөрмәт ҡаҙанған ирҙәр.
□ Старцы. Н Кантон вәкиле лә һуҙ алды. «Йәмәғәт, ил ҡарттары! Старшина дөрөҫ әйтте». 3. Ураҡсин. Борон башҡортта шундай шәп йола булған: һәр оло эш алдынан ил ҡарттары, аҡһаҡалдар ҡатнашлығында йыйынға йыйылғандар, кәңәшләшкәндәр.
Р. Солтангәрәев. • Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һуҙ башлай. Әйтем.
5. Оло йәштәге ҡатындың йәмәғәте; бабай. □ Муж, супруг пожилой женщины. М Йәнбикә генә, ҡартының хәтерен һаҡлапмы, әллә уҙенең олоғайған куҙҙәренә йоҡо төйөлмәгәнгәме, ҡарты янында мыштырлай ине. Ғ. Дәүләтшин.
6. Оло йәштәге ҡатындың үҙ йәмәғәтенә өндәшеү һүҙе; бабай. □ Старик, дед (слово-обращение жены к мужу). Н Шәмсиә апай: «Ай-Һай, ҡарт, ҡунаҡты тамам йонсоттоң тугелме? Ҡитсе, кешегә ял кәрәкмәйҙер шул, бынағайыш!» — тип һуҡранды. Ә. Хәкимов. «Ҡара әле, ҡарт, анау куршеләр баҡсаһының турендә ҡош тиһәң, ҡош тугел, шикелле, ҡарасҡы тиһәң, ҡыймылдай, кеше тиһәң, әсәнән тыума шәрә нишләп йөрөһөн кеше...» — тигән ҡарсыҡ ғәжәпләнеп. «Йәшлек», 28 февраля 2011.
7. диал. Ҡатын кешенең үҙ иренә өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение жены к мужу.
■ Ғәрифә: «һин инде, ҡарт, уларын...» — тип ниҙер ҡаршы әйтмәксе булғайны, ире уны уҫал ғына тыйҙы. Н. Мусин.
♦ Ағайың ҡарт шаяртып, үҙеңде ҙур күрһәтергә иткәндә әйтелә. □ Послушай, сынок! Аҡ һаҡаллы ҡарт булыу аҡыллы булыу (алдағы эшкә кәңәш биргәндә йәки уткән эшкә укенес, шелтә белдергәндә әйтелә). □ Быть мудрым, мудрецом. Әсәһе улына: «Әйткәнде эшләһәң, аҡ һаҡаллы ҡарт булырһың!». Ҡарт алаша һәр төрлө ауыр эшкә күнеккән, күндәм оло йәштәге ир кеше. □ Трудяга. «һаҙаған еҙнәй — һаран еҙнәй! Һаҙаған еҙнәй — һаран еҙнәй!» — тип көлдө балдыҙҙары. «Уның ҡарауы, ҡарт алаша эште ҡайта яҡшы белә», — тине Әхмәтйән, барыбер еңде. И. Ноғоманов. • Ҡарт алаша бураҙнаны боҙмай. Әйтем. Ҡарт албаҫты әрләгәндә, яманлағанда әйтелә. □ бран. Старый чёрт! Ҡарт башы менән оло кешене берәй килешмәгән эше өсөн шелтәләгәндә әйтелә. □ На седую голову.
■ Зәйнулла китеп барҙы, ә был [Әхмәҙиә] ҡарт башы менән йорт яңыртырға маташа.
298