Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 436 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОЛ БИЛӘҮСЕЛЕК
Ҡол биләүселек йәмғиәтендә өҫтөн синыф вәкиле; ҡолға (1) хужа булған кеше. □ Рабовладелец. Ҡол биләуселәргә ҡаршы көрәш. Ҡол биләусе булыу. ■ Аристотель ҡолдар менән ҡол биләуселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барған заманда йәшәгән. Интернет селтәренән.
ҠОЛ БИЛӘҮСЕЛЕК (биләүселеге) (Р.: рабовладение; И.: slaveholding; T: kölecilik) и. тар.
Ҡоллоҡҡа, ҡолдар хеҙмәтенә нигеҙләнгән йәмғиәт ҡоролошо. □ Рабовладение, рабовладельчество. / Рабовладельческий. Ҡол биләуселек тәртиптәре. Ҡол биләуселек ҡоролошо. Ҡол биләуселек дәуере. ■ Йылға аша бурәнә һалып купер эшләу боронғо заманда уҡ билдәле булған. Бындай куперҙәрҙе ҡол биләуселек ҡоролошонда төҙөгәндәр. Интернет селтәренән.
ҠОЛ БИЛӘҮСЕЛЕК ЙӘМҒИӘТЕ (Р.: рабовладельческий строй; И.: slavery; T.: kölecilik) и. тар.
Кешенең кеше көсөн файҙаланыуына нигеҙләнгән беренсе антогонистик ижтимағи һәм иҡтисади дәүер. □ Рабовладельческий строй. Ҡол биләуселек йәмғиәтендәге ваҡиғаларҙы тикшереу. П Аристотель — боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләуселек йәмғиәтенең мәшһур идеологы. Интернет селтәренән.
ҠОЛ БУЛЫУ (ҡол бул-) (Р: быть рабом;
И.: be a slave; T.: köle olmak) ҡ.
Ҡол хәленә төшөү, буйһоноу. □ Быть рабом; порабощаться. • Байҙың ҡоло булғансы, ярлының улы бул. Әйтем. Алдаҡсыға ышанған курәҙәгә ҡол булыр. Мәҡәл.
ҠОЛҒА I (Р: жердь; И.: pole; beanpole; T.: sırık) и.
1. Ҡырҡылған, ғәҙәттә, әрселгән оҙон нәҙек ағас; ҡыуал, һайғау. □ Жердь, шест. Ҡолға ҡырҡып алыу. М Аҡбулат ҡарт ғумер буйы ҡолға ҡырҡҡан да ҡыуғын ҡыуған, ҡарағай йыҡҡан да тыранса ярған, туҙ һыҙырған да дегет яҡҡан, ерек ҡырҡҡан да кумер уртәгән. Әкиәттән.
Йыр-бейеуҙә ҡатнашмаған йәштәр, купер аҫтына төшөп, ажғырып аҡҡан һыу буйлап ҡағыҙҙан эшләнгән караптар ебәрә, олораҡтар таҡтанан көймә яһап, уртаһына оҙон ҡолға ҡуйып, ҙур ҡағыҙға «Бөйөк Еңеу менән!» тип яҙып, һыу ағышында ултырған ауылдарға сәләм оҙатты. «Ағиҙел», № 5, 2010. Торомтай улының кәрәк һабы йыуанлыҡ ҡайын ҡолға башын дурткә ярып, шул ярыҡтарға эре-эре туҙҙарҙы арҡыс-торҡос ҡыҫтырғанын ҡарап тора ла ҡыуана — тамам эшкә өйрәнде Төлкөсура. Н. Мусин. Аҡмал мылтыҡлы кешеләрҙе уҙе билдәләгән урындарға ҡуйып сыҡты, ни өсөндөр ҡоралһыҙ килгән йортауайға ике сатлы ҡолғаны тоттороп, Янарал янына баҫырға ҡушты. Б. Рафиҡов. [Ҡуҙыйкурпәс] атта ярышыусылар уҙ бәйгеләрен алыҫтан курһендәр өсөн был яу ҡорамалдарының бөтәһен дә оҙон ҡолға башына элдерә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Мәҙинә ҡолғаға нығытылған ояға сыйырсыҡтарҙың оялауын йөрәге ҡыҫылыр сиктә ҡыуанып куҙәтте. Т. Ғарипова.
2. этн. һабантуйҙарҙа, йыйындарҙа бү-ләк эленгән бейек ағас. □ Высокая жердь (к её вершине привязывают подарки во время праздников). Ҡолғаға менеу уйыны башланғас, һабантуй тағы ла йәнләнеберәк китте.
3. Кәмәне этеп йөрөй торған оҙон таяҡ. □ Жердь, il Ағиҙелкәй һыуын тәрән тиҙәр, тәрән икән, ҡолға буйламай. Халыҡ йырынан. Йығылмаҫҡа тырышып, карап ҡолғаһына сат йәбешеп торған Аҙнағолдо, ҡотороноп, тоҙло һыу менән ҡойондора [Диңгеҙ]. 3. Биишева.
4. спорт. Еңел атлетикала бейеклеккә таянып һикереү өсөн тәғәйенләнгән оҙон нәҙек ҡыуал. □ Шест (в лёгкой атлетике). Ҡолға менән һикереу ярышы. ■ Ҡолға менән бейеклеккә һикереусе билдәле Рәсәй спортсыһы Елена Иҫәнбаеваға әлегә донъяла етеусе юҡ. «Йәшлек», 4 август 2011.
436