Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 484 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРО ТЕШ
2. анат. диал. ҡар. боғарлаҡ. Ҡоротамаҡ кимерсәге.
3. диал. Ялҡау кеше. □ Лентяй, бездельник. Ҡоротамаҡ булыу.
ҠОРО ТЕШ (Р.: волчий зуб; И.: wolf tooth; T.: atların dişlerindeki sayica fazlalık) и. диал.
1. Йылҡы малының артыҡ урт теше.
□ Волчий зуб (у лошади). Аттың ҡоро теше.
2. Эт теше. □ Клыки. Ҡоро теш эҙҙәре.
ҠОРОТҠОС I (Р.: вредитель; И.: pest; T.: sabotajcı) и.
1. а. х. Тәбиғәткә һәм хужалыҡҡа зыян килтерә торған бөжәк, йәнлек йәки ҡош-ҡорт. □ Вредитель. Ҡоротҡостарҙың ур-сеуе. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш. Ш Ҡош-ҡорттоң урсеуенә шарттар тыуҙырыу — уҙе ук урман ҡоротҡостарына ҡаршы көрәш ул. Н. Мусин. Аҡназар менән Гөлбөҫтан еңгәйҙең дә тырышып-тырмашып йомран, сиңерткә, ирлән кеуек иген ҡоротҡостары менән өҙлөкһөҙ көрәшеуҙәре арҡаһында, арыш емерелеп уҫте. Ғ. Дәүләтшин. Ошо ҡоротҡостарҙың [йомрандарҙың] ояһы тирәһендәге тупраҡты, уләнде ашап, мал эсәк ауырыуҙары эләктерә. А. Абдуллин.
2. кусм. Яуыз ниәт менән илгә, халыҡҡа зыян килтергән, насарлыҡ эшләгән кеше.
□ Вредитель. Һәр төрлө ҡоротҡостар. Ҡоротҡос образы. ■ Арынбаҫаров йөҙөндә кире образ — дошман, ҡоротҡос образы һынлана. Д. Бүләков. Шул ҡоротҡос дошмандарҙы [Орлов урманындағы банданы ] юҡ итергә ҡушылыуын белде Искәндәр. Ә. Хәкимов.
ҠОРОТҠОС II (Р: вредительский; И.: subversive; T: zararlı) с.
Тәбиғәткә, хужалыҡҡа зыян килтергән.
□ Вредительский. Ҡоротҡос эш. Ҡоротҡос бөжәктәр. Ъ Улар [ҡоштар] арымай-талмай беҙҙең урмандарҙы, йәшелсә-емеш баҡсаларын, иген баҫыуҙарын ҡоротҡос бөжәктәрҙән, ваҡ кимереуселәрҙән һаҡлай, уңышты арттыра. Э. Ишбирҙин. Бөтә урман сыйырсыҡтар йырынан шаулап торор,
ә ерҙә бер генә ҡоротҡос бөжәк тә тороп ҡалмаҫ. Н. Мусин.
ҠОРОТҠОС III и. диал. ҡар. киптергес II. Ҡараны ҡоротҡос менән киптереу.
ҠОРОТҠОСЛОҠ (ҡоротҡослоғо) (Р: вредительство; И.: sabotage; T: sabotaj) и.
Яуыз ниәт менән илгә, халыҡҡа зыян килтереү эше. □ Вредительство. Ҡоротҡослоҡ итеу. ■ [Нурислам:] Юҡ, мин ҡоротҡослоҡ эшләргә йыйынмайым. Берҙән-бер теләгем — башты һаҡлау. Ә. Хәкимов. Белә ул [Мәҙинә], белә һыйырҙарына кемдең ҡоротҡослоҡ ҡылғанын, әммә яуызлыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ менән көрәшеуҙең файҙаһы юҡ икәнен дә яҡшы төшөнә. Т Ғарипова.
ҠОРОТЛАУ (ҡоротла-) (Р: заправить курутом; И.: add Bashkir cheese; T: kurut katmak) ҡ.
Аш-Һыуға ҡорот һалыу. □ Заправить курутом. һурпаны ҡоротлау. В Ҡоротлап һурпа менән тамаҡ ялғағас, кәртәләге һәукә-шенең тын алышын, бәрәкәйҙәренең көйөш алышын тыңланы [Рауза]. Т. Ғарипова. Ҡоротлап һыу эскәс, егет өҙөлгән һуҙҙе ялғап алып китте. Н. Мусин.
ҠОРОТОЛОУ (ҡоротол-) ҡ. төш. ҡар. ҡоротоу, страд, от ҡоротоу. Тамырынан ҡоротолоу. Тәбиғәттең ҡоротолоуы. Ҡоротолған иҙән.
ҠОРО ТОМАН и. диал. ҡар. монар. Йәйге ҡоро томан, һауалағы ҡоро томан. Иртәнге ҡоро томан.
ҠОРОТОМШОҠ I (ҡоротомшоғо) (Р: сирота; И.: orphan; T: öksüz) и. диал.
Ҡараусыһы булмаған йәтим балаға ҡарата әйтелә; етем. □ Сирота. Ҡоротомшок булыу.
ҠОРОТОМШОҠ II (Р: невезучий; И.: luckless; T.: şanssız) с. диал.
1. Эше уңмаҫ кеше. □ Невезучий. Ҡоро-томшоҡ кеше. Эш белмәгән ҡоромтомшоҡ. В [Мәйсәр — Линараға:] Иртәгә ук Стәрлеңә ҡайтып кит!.. Эш мәлеһе белмәгән ҡоро-томшоҡ. Л. Яҡшыбаева.
484