Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 483 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОТАМАҠ
Ҡорос тигән ара бар. Бөтә яҡтан өҫтөн ҡоростар. Ҡорос аймағынан вәкилдәр.
ҠОРОС АҒАС (Р.: китайский ясень; И.: ash-tree species; T.: Çin kül) и. бот.
Симоруб төркөмөнә ҡараған, тиҙ үҫеүсе, бейеклеге 18—34 м-ға тиклем еткән ағас. □ Китайский ясень (лат. Ailanthus). Ҡорос ағастан яһалған өҫтәл. Ваҡ сәскәле ҡорос ағас.
ҠОРОС АРҠАН (Р.: трос; И.: steel cable; T.: halat) и.
Ҡорос сымдан ишелгән, үрелгән арҡан. □ Трос. Ҡорос арҡан менән тоттороу. Ҡорос арҡан менән тарттырыу. Ҡалын ҡорос арҡан. ■ Уны бит [вышканы] ҡорос арҡандар менән ике яҡтан да тотоп торалар. Р. Солтангәрәев. Саҙрый менән Лоҡман аҫҡа төшөп, ҡорос арҡандың бирге осо бәйләнгән бағананың ныҡлығын тикшерҙе. А. Абдуллин.
ҠОРОС ИРЕТЕҮСЕ и. ҡар. ҡороссо. Ҡорос иретеуселәр цехы. ■ Бер мең һигеҙ йөҙ етмеш беренсе йылда ҡорос иретеуселәр уҙ тормоштарын яҡшыртырға ынтылып ҡарағайны. Н. Мусин.
ҠОРОС ЙӨН (Р.: новая шерсть после линьки; И.: animal coat after molting; T: tüy döktükten sonra çıkan yeni tüy;) и. диал.
Хайуандар баҡтаһын ҡойғандан һуң үҫкән йөн. □ Новая шерсть после линьки. һыйырҙың ҡорос йөнө.
ҠОРОС КҮЛДӘК (күлдәге) (Р: кольчуга; И.: chain armour, T: zincirden örülmüş zırh) u.
Тимер ҡулсаларҙан үрелгән боронғо хәрби кейем; һайман. □ Кольчуга. Урта быуаттарҙан һаҡланған ҡорос кулдәк. Оҙон ҡорос кулдәк. Ҡыҫҡа ҡорос кулдәк.
ҠОРОС ҠОЙОУСЫ (Р: сталелитейщик; И.: steel founder; T: çelik dökümcü) и.
Ҡорос ҡойоу оҫтаһы. □ Сталелитейщик. Ҡорос ҡойоусылар ярышы. Ҡорос ҡойоусылар кейеме.
ҠОРОССО (Р.: сталевар; И.: steel founder / maker; T: çelik işçisi) u.
Ҡорос иретеү эшен башҡарыусы. □ Сталевар. Тәжрибәле ҡороссолар. Ҡороссо һәнәре. Белорет ҡороссолары. ■ Сатҡыларҙың төҫөнә ҡарап, тәжрибәле ҡороссолар металдың сифатын билдәләй ала торғайны. М. Ҡотлоғәлләмов. Йөҙәрләгән ҡороссо, кумер уртәусе һәм башҡа эшселәр фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеуҙе яҡынайтты, исемдәрен данға кумде. «Йәшлек», 10 май 2010.
ҠОРОҪҠА (Р: обшитая тканью шуба; И.: cloth covered fur coat; T: kumaşla örtülü kürk) и. диал.
Тышлы тун. □ Обшитая тканью шуба. Ҡороҫҡа кейеу. Ҡороҫҡаның еңе. Ҡороҫҡалыҡ тауар.
ҠОРОТ (Р.: курут; И.: Bashkir national cheese; T: kurut) и. этн.
1. Эркеттән ҡайнатып яһалған һөт аҙығы. □ Курут (молочный продукт, приготовленный из кипячёного кислого молока способом створаживания). Бер баш ҡорот. Ыҫлаған ҡорот. Йәш ҡорот. Ҡышҡы ҡорот. ■ [Кинйәнең әсәһе] аласыҡ тирәһенә яһалған ылашҡа, төтөндә ыҫлау өсөн, ҡорот йомарлаҡтары йәйеп тора ине. Ғ. Ибраһимов. Өҫтәл тулы һый:.. тумалаҡ-тумалаҡ ҡорот, йомарлағы менән аҡ май, .. тағы әллә нәмәләр. М. Кәрим. Тынғыһыҙ ҡарсыҡ йәй буйы емеш йыя, ҡаҡ ҡоя, ҡорот киптерә. Ә. Хәкимов. Табында балы, майы, ҡорото, ер еләгенән ҡойолған ҡаҡ, хатта ҡыҙыл эремсегенә тиклем бар ине. Н. Мусин. Оҙон һайғауҙар менән кәртәләнеуле ҡыуыш алдындағы ылашта ҡорот киптерелә һәм йылҡы ите ыҫлана. Я. Хамматов.
2. диал. ҡар. ҡыҙыл эремсек. Ҡорот ҡайнатыу. Ҡорот эшләу. Татлы ҡорот.
ҠОРОТАМАҠ (ҡоротамағы) (Р.: сужение пищевода; И.: esophagus constriction; T: yemek borusunun daralması) и.
1. мед. Ҡыҙыл үңәс, аш юлының тара-йыуы. □ Сужение пищевода. Ҡоро тамаҡ симптомдары. Ҡоро тамаҡ булыу.
483