ҠОРОМ ҺӨРТӨҮ
телдәренең ҡором тотҡосо. Мейестең ҡором тотҡосо.
ҠОРОМ ҺӨРТӨҮ (Р.: наносить на лоб сажу; И.: kind of churinga rite; T.: nazardan korunmak için «kurum karası» çalmak) и. этн.
Күҙ тейеүҙән һаҡлау өсөн баланың маңлайына ҡором һөртөү йолаһы. □ Наносить на лоб сажу (обережное действие от сглаза). Ҡором һөртөу йолаһы. Баланың маңлайына ҡором һөртөу. Ҡуҙ теймәһен өсөн ҡором һөртоу.
ҠОРОН I и. диал. ҡар. гөрләүек. Яҙғы ҡорон. Ҡоронда балалар кәмә йөҙҙөрә. Ҡоронда һыу кисеу.
ҠОРОН II киҫ. диал. ҡар. табан. Кискә ҡорон. Яҙға ҡорон. Таңға ҡорон.
ҠОРОНТО и. диал. ҡар. ҡорма. Селтәр ҡоронто. Ҡоронто элеу. Ҡоронтоноң сите.
ҠОРО ӨҘЛӨК (өҙлөгө) (Р.: заговор от осложнений после родов или болезни; И.: spell against complications; T.: büyü ile tedavi etme usulü) u.
Бала тапҡандан йәки ауырығандан һуң өҙлөгөүҙе имләү ысулы. □ Заговор от осложнений после родов или болезни. ■ Ауырыуҙың әйберен салауат уҡып ерҙә сабыуҙы ҡоро өҙлөк, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРОС I (Р: сталь; И.: steel; T.: çelik) и.
1. Тимер менән күмер, һыу һәм башҡа элементтар иретмәһенән торған аҡһыл һоро ҡаты металл. □ Сталь. / Стальной. Булат ҡорос. Ҡоростан эшләнгән сым. Ҡорос ҡайнатыу. Ҡоростан яһалған ҡорал. Ҡорос иретеусе завод. а Ҡулға алдым Салауаттың ҡылысын, тутыҡмаған уның ҡоросо. Р. Бикбаев. Хат яҙырға ҡәләм менән дәуат кәрәк, юл һалырға ҡорос менән ҡанат кәрәк. М. Өмөтбаев. Башҡорттан оҫта тимерсе донъяла юҡ, булат ҡоросон да беҙҙекеләр ҡойған, вәт! Г. Яҡупова. Тимер, ҡорос, булатты ҡамыр иткән — оҫталар. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». • Ҡорос ҡайнауҙа, батыр майҙанда сыныға. Әйтем. Ҡара тимер ҡайрау менән ҡорос булмаҫ. Әйтем. Үҙ
телем — уҙ ҡылысым, атайҙан ҡалған ҡоросом, илдә-көндә тынысым. Әйтем.
2. миф. Магик көскә эйә булған, им-том иткәндә ҡулланылған мифлаштырылған предмет. □ Сталь (мифологизированный предмет). а Сөгөн, ҡорос әйберҙәрҙән ен-шайтан ҡаса. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРОС II (Р: стальной; И.: steel; Т.: çelik) с.
1. Ҡоростан эшләнгән. □ Стальной. Ҡорос табаҡ. Ҡорос сым. а Тиккә генә бәхет сукемәгән эшсе дуҫтың ҡорос сукеше. Р. Ғарипов. Ялтыр ҡорос энәләр наҙлы ғына сыңлаған ыңғайға, уның [Айһылыуҙың] янында ятҡан дебет йомғаҡ талпына-һелкенә кәмей, кесерәйә. 3. Биишева. Белореттағы ҡорос тимерсыбыҡ һәм ҡалын сымдар заводы .. юғары сифатлы ҡорос һәм суйын, авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, данлыҡлы «катюша»лар өсөн айырым деталдәр сығара. «Ағиҙел», № 5, 2011.
2. кусм. Көслө, еңелмәҫ, ныҡ, ныҡлы; ҡаҡшамаҫ. □ Стальной; крепкий, сильный. Ҡорос ҡулдар. Ҡорос рух. а Хатта уның [Сәрбиямалдың] сысҡан куҙҙәрендәге ҡорос сатҡылары ла һурелеп, куҙ ҡараштары яғымлыланып киткән һымаҡ булды. 3. Биишева.
♦ Күҙҙең ҡоросо ҡайтыу күҙҙең күреү һәләте кәмеү, көсө бөтөү. □ Ухудшение зрения. Олоғайыу һөҙөмтәһендә куҙҙең насар куреуен куҙҙең ҡоросо ҡайтыу, тиҙәр. Ҡорос арғымак и. ҡар. трактор. Ҡорос арғымаҡты эшкә егеу. Ҡорос арғымаҡты ауыҙлаусы егеттәр. Ҡорос арғымаҡтар елә. Ҡорос ат и. ҡар. трактор. Ҡорос атты буйһондороусылар, а Ә ҡорос аттар баҫыу өҫтөнә ҡап-ҡара бәрхәт юрған яптылар. Р. Назаров.
ҠОРОС III (Р: название родового подразделения башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
һыҙғы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название родового подразделения башкир племени сызгы.
482