Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 481 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРОМ тотҡос
ла, көлө лә, кумере лә — бөтәһен дә уның [Иблистең] алдына килтереп өйөп ҡуялар. Легенданан. • Ҡаҙан ҡоромдан ҡурҡмаҫ. Әйтем. Ҡаҙандың ҡоромо, кешенең ҡылығы йоға. Мәҡәл. Ҡоромдан ҡором йоғор. Мәҡәл.
2. миф. Ут менән бәйле һәм һаҡлау функцияһына эйә булған мифлаштырылған әйбер. □ Мифологизированный предмет, связанный с огнём и выполняющий обе-режную функцию. М Балаға куҙ теймәһен тип маңлайына ҡором һөртәләр. Ҡором аша куҙ тейһә, имләп булмай. Башҡорт мифологияһынан.
ҠОРОМ II и. ҡар. ойошма. Тел ҡоромо. Я [Әбделҡадир Инан] 1933 йылдың февралендә Анкараға саҡырылып, Төрөк тел ҡоромоноң («Турк дил ҡурумы») махсус кәтибе вазифаһына тәғәйенләнә. Р. Шәкүр.
ҠОРОМ-КӨЛ (Р: сажа и пепел; И.: soot and ash; T.: kurum ve kül) и. йыйн.
Ҡором һәм көл. □ Сажа и пепел. Ҡором-көлдө таҙартыу. ■ Ҡара яуҙың ҡара ҡором-көлөн битебеҙгә утте ел бәреп. Р. Бикбаев.
ҠОРОМЛАНЫУ (ҡоромлан-) (Р: коптиться; покрываться сажей; И.: become sooted; T.: kurumlanmak) ҡ.
Ҡоромға буялыу, ҡоромло булыу. □ Коптиться, покрываться сажей. Ҡоромланған ҡулдар. Ҡоромлана барыу. Ҡоромлана төшөу. Ҡоромланып алыу. Ҡоромланып бөтөу. Ҡоромланып китеу. Ҡоромланып ҡалыу. Ҡейемдәр ҡоромланды. Шәм ҡоромланған. Филтә ҡоромланған. ■ Ҡоромланған ҡыуыҡлы лампалы, стенаһына аҫылған бер нисә карталы булмәгә инеп, өҫтәл тирәһендәге ултырғысҡа ултырҙым. Ғ. Хәйри. Формалыларҙың береһе бабайға ҡоромланған бер тимер һауыт килтереп курһәтте. М. һибәт. [Гәлиә]ҡоромланып бөткән баҡырсаһын алды ла .. шишмәнән һыу килтерергә йугерҙе. Н. Мусин.
ҠОРОМЛАУ (ҡоромла-) (Р: коптить, покрывать сажей; И.: smoke; T: kurumlamak) ҡ.
Ҡоромға буяу, ҡоромло итеү. □ Коптить, покрывать сажей. Битте ҡоромлау. Ҡоромлап ҡуйыу. Бармаҡты ҡоромлау. Ҡоромлап бөтөу.
ҠОРОМЛО (Р: закоптелый; И.: smoky; T.: kurumlu) с.
Ҡоромға буялған, ҡоромо булған. □ Закоптелый, закопчённый. Ҡоромло мөрйә. Ҡоромло ҡул. Ҡоромло соҡор. ■ Ана, уның [Уралдың] куктәргә кутәрелгән ҡара ҡоромло мөрйәләре!.. И. Насыри. Мина ярып өңгән ҡоромло соҡор янында бөгәрләнеп йығылған уҫлаптай Скворцов кәуҙәһенә тап булдым. М. Кәрим. Егеттең биттәренән ике усы менән бер юлы һыпырҙы, Миңлегөлдөң ҡулы ныҡ ҡоромло ине, икеләтә ус алды. Н. Мусин. Ғибәҙәттең ҡоромло бите йәйелде, тигеҙ аҡ тештәре ялтыраны, куҙҙәре ҡыҫылды. Я. Хамматов.
ҠОРОМЛОҠ (ҡоромлоғо) (Р: место оседания сажи в дымоходах; И.: detail of а flue; T: kurumluk) и.
Төтөн юлдарында ҡором йыйылһын өсөн ҡалдырылған урын. □ Место оседания сажи в дымоходах. Ҡоромлоҡто таҙартыу. Ҡоромлоҡтағы ҡором. Ҡоромлок буйындағы кирбес.
ҠОРОМОС с. диал. ҡар. һыҡмыр. Үтә ҡоромос кеше. Ҡоромос йомартланған. Эшлектән сыҡҡан бер ҡоромос нәмә.
ҠОРОМТА I и. диал. ҡар. ҡуртым. Ҡо-ромтаға биреу. ■ Гражданский припущен-никтарға 15-шәр дисәтинәнән артҡан ерҙәрен һатырға йә ҡоромтаға (арендаға) бирергә рөхсәт ителә. М. Өмөтбаев.
ҠОРОМТА II и. диал. ҡар. сбруй. Ҡором-та өлөштәре. Аттың ҡоромтаһы.
ҠОРОМ ТОТҠОС (Р: сажеуловитель; И.: soot collector; T.: kurum kollektör) и.
Мейестә, төрлө эске яғыулыҡ двигателдәрендә барлыҡҡа килгән ҡоромдо атмосфераға сығармай тотоп тороусы ҡоролма. □ Сажеуловитель. Ҡором тотҡосто таҙартыу. Ҡором тотҡос урыны. Дизель двига-
481