ҠОРОЛОУ
өсөн ғәҙәти булған aş ямғырлы, ярым ҡоролоҡло 1977 йылдың көҙө. Й. Солтанов. Ниндәй генә ҡоролоҡло йылдарҙа ла унда [Дәруиш баҡсаһында] емеш-еләк, алмалар куҙҙең яуын алып ултырыр ине. Ҡ. Аралбай.
ҠОРОЛОУ (ҡорол-) ҡ. төш. ҡар. ҡороу II. страд, от ҡороу II. Пәрҙәләр ҡоролған. Электр станциялары ҡоролған. ■ Шәмси машинала Исламовтарҙың элекке ҙур тирмәне янында ҡоролған электр станцияһына барып еткәндә, әле иртәнге тынлыҡ емерелмәгәйне. Ғ. Хәйри. Өй эсе .. бөхтә итеп йыйыштырылған, тәҙрәләргә һарғылт пәрҙәләр ҡоролған. А. Абдуллин. «Балаһыҙ баш — ярылған таш», «Үҙ илем — алтын бишек» кеуек мәҡәлдәр асылда йәшерен оҡшатыуға ҡоролғандар. Ф. Нәҙершина. Әйләнә карусель, әйләнә, карусель ҡоролған хәйләгә. М. Кәрим. Уларҙың [Ярмат, Батрай, Шәғәлиҙәрҙең] һуҙҙәре шул тиклем оҫта хәйләгә ҡоролғайны, Мырҙашты шуның менән теләһә ҡайһы яҡҡа бороп йөрөтөргә мөмкин ине. Д. Юлтый.
ҠОРОЛОШ (Р.: строение; И.: structure; T.: kuruluş) и.
1. Нәмәнең эске һәм тышҡы урынлашыу тәртибе; төҙөлөш. □ Строение, устройство, строй. Мылтыҡтың ҡоролошо. Ҡалып ҡоролошо. Синтаксик ҡоролош. Архитектур ҡоролош. ■ Алтынбай Тоҙтубәнең эске ҡоролошон, ҡайҙа һаҡ ҡуйылғанын .. яҡшы белә ине шул. 3. Ураҡсин. Ҡаҙаҡ көйҙәренең ҡалып ҡоролошо асылда бер ук булһа ла, уҙемсә Жамбылдың новаторлығын һиҙемләйем. М. Ямалетдинов. Шағир [Аҡмулла] уҙен сюжет ҡоролошо, композиция рамкалары менән дә сикләмәй. Ә. Вилданов.
2. Билдәле бер мөнәсәбәткә ҡоролған эске тәртип. □ Строй. Сәйәси ҡоролош. Ҡоролош ҡанундары. М Заман уҙгәргән, ҡоролош уҙгәргән, кеше асылда уҙенең тәбиғәте менән шул көйө ҡалған. Н. Мусин. Дәуләт ҡоролошо, идара эштәре, хужалыҡтың нигеҙе, ғәскәр төҙөлөшө — бөтәһе яңыса булырға тейеш. Ә. Хәкимов.
3. Ижтимағи мөнәсәбәтте билдәләгән тормош тәртибе. □ Строй, устройство. Капиталистик ҡоролош. Парламентар ҡоролош. ■ Ҡеше ихтыяжының тәбиғәте икенсе: ул социаль ҡоролошҡа, эске мәҙәниәткә, генетик тамырҙарға бәйле уҫә, көсәйә, хатта камиллаша бара. М. Хужин.
ҠОРОЛТАЙ (Р.: курултай (съезд); И.: national assembly (о/ certain Turkic peoples)', T.: kurultay) и.
1. Бөтә ил, борон ырыу-ҡәбилә вәкилдәре ҡатнашлығында үткәрелгән йыйын, ижтимағи-сәйәси йыйылыш; съезд. □ Курултай. Ҡоролтай уткәреу. ■ Ҡоролтайға бейҙәр, солтандар, батырҙарҙан тыш барлыҡ старшиналар ҙа саҡырылған. Н. Мусин. Ғәскәрен Ташкент тирәһендә туплап, әмир Тимер Ҡураган, ғәҙәттәгесә, ҡоролтай уткәрҙе. Ә. Хәкимов. Августа [1917 йылда ] Өфөлә йыйылған II Бөтә башҡорт ҡоролтайы милли мөхтәриәт идеяһын хуплай һәм уны иғлан итергә әҙерлек башлай. М. Хужин.
2. Илдең вәкәләтле үҙәк идараһы. □ Курултай. Ҡоролтай рәйесе. Ҡоролтай Президиумы. Ҡоролтай ултырышы. Башҡортостан Республикаһы Дәуләт Йыйылышы — Ҡоролтай. Ҡоролтай — Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыусы юғары органы.
ҠОРОМ I (Р: сажа; И.: soot; T.: kurum) и.
1. Утта янып бөтмәй осҡан бик ваҡ саң сифатындағы матдә. □ Сажа. Ҡоромға буялыу. Ҡором төҫөндә. Ҡором яғылыу. ■ [Әкрәмдең дуҫының] бите, яланғас кукрәге, ҡором яғылғандай, ҡара янған, куҙҙәре йомоҡ. Ә. Хәкимов. Ошо ерҙә Барый .. ҡоромға буялып бөткән сепрәк сығарып, куҙ-ҡаш тирәләренә тейҙереп ала. М. Ямалетдинов. Ап-аҡ ҡарҙа ҡара ҡором... Буталышты яҡшы, яман. М. Ғәли. Егеттәр, ҡоромланған устарын йәйеп, шарҡылдап көлөшөргә тотонған ҡыҙҙар өҫтөнә ташланды. Китте ҡором менән буяш! Н. Мусин. Бөтә нәмә һә тигәнсе әҙер була: ҡоромо
480