Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 497 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРҺАҠ ЯРЫҺЫ
4. Ҡатын-ҡыҙҙың ауыры, буйындағы йөгө. □ Беременность. Ҡорһаҡ беленеү.
5. Төрлө нәмәнең ҡабарып торған ҡабырғаһы. □ Боҡ. Ҡүнәктең ҡорһағы. Самауыр ҡорһағы.
♦ Бирән ҡорһаҡ 1) ашап туймаҫ мәскәй. □ Обжора. Ашай ҙа һуң, бирән ҡорһаҡ! 2) аҡсаға, малға туймаҫ ас күҙ. □ Ненасытный, жадный. Малы күп булһа ла, һаран ул, бирән ҡорһаҡ! Йыуан ҡорһаҡ кеше хаҡын ашаған кеше. □ Толстое брюхо, толстопузый; богач. Ҡара ҡорһаҡ ашауға әрһеҙ, талымһыҙ кеше. □ Обжора. Ҡорһаҡ асыу асығыу. □ Проголодаться. Ҡорһағы асҡан булған. Ҡорһаҡ аса башлау. М Өҙөлөп-өҙөлөп ҡорһаҡ асты, ашағы килә, унан һуң йылы ғына урында йоҡлағы, оҙаҡ итеп йоҡлағы килә. Д. Юлтый. Ҡайттым да самауыр ҡуйҙым. Ҡорһаҡ асҡан. Әйҙә, улым, бергәләп сәй эсеп алайыҡ. Әкиәттән. Ҡорһаҡ киреү бик шәп кеше булып маһайыу. □ Чваниться, кичиться. Ҡорһаҡ киреп йөрөу. М Үҙен ил ағаһы һанап, .. ҡорһаҡ киргән түрә-ҡаралары — барыһы һатлыҡ йә өркәк, үҙ йәнен генә аяй, үҙ малын ғына ҡурсалай. 3. Ураҡсин. Генерал Дутов үҙендә казачий армияһының атаманлығы ғына түгел, «бөтә шәреҡ донъяһының» ҡаһарманлығы барлығын һиҙеп ҡорһаҡ кирҙе. А. Таһиров. Ҡорһаҡ нығытыу ашап алыу. □ Наесться, заправиться. Бергәләп ҡорһаҡ нығытып алыу. Ҡорһаҡ туйҙырыу ашау, ашап алыу. □ Покушать, поесть. Төшкөлөккә ҡорһаҡ туйҙырыу. Ҡорһаҡ туйҙырған ваҡыт.
ҠОРҺАҠ КҮБЕҮ и. диал. ҡар. эс күбеү. Ҡорһаҡ күбеү менән яфаланыу. Ҡорһаҡ күбеү ауырыуы. Ҡорһаҡ күбеүҙе имләү.
ҠОРҺАҠ КҮТӘРЕҮ (ҡорһаҡ күтәр-) ҡ.-диал. ҡар. ауырға ҡалыу. Ҡорһаҡ күтәргән сағы. Ҡорһаҡ күтәргән ҡатын. М Гәрифә-нең ауырға ҡалып, ҡорһаҡ күтәреп ыҙала-ныуҙары юҡҡа ғына — нисәмә йыл тағы тыуған бер балалары үлә. Н. Мусин.
ҠОРҺАҠҠА ҠАЛЫУ (ҡорһаҡҡа ҡал-) ҡ. диал. ҡар. ауырға ҡалыу. Ҡорһаҡҡа ҡалыу осоро. Ҡорһаҡҡа ҡалыу ваҡыты. Ҡорһаҡҡа ҡалған ҡатын.
ҠОРҺАҠЛЫ (Р.: с животом; И.: paunchy; T: göbekli) с.
1. Ҡорһағы сығып, күренеп торған. □ С животом, с брюшком, пузатый. Ҙур ҡорһаҡлы. Ҡорһаҡлы ир. Аҡ ҡорһаҡлы йылға балығы. ■ Имәнес йыуан ҡорһаҡлы .. Ҡатил батша килгән, ти. «Урал батыр».
2. диал. ҡар. ауырлы. Ҡорһаҡлы ҡатын. Ҡорһаҡлы булыу. М Буҙат әрмегә киткәндә әйләнеп киткән. Ҡатыны ҡорһаҡлы ҡалырға ике йыл ҡалғас, төшөндә балаһының тыуғанын күрә һәм йырлап ебәрә. Халыҡ ижадынан.
ҠОРҺАҠ ТИФЫ (Р: брюшной тиф; И.: typhoid fever; T.: tifo) и. мед.
Сальмонелла бактериялары барлыҡҡа килтергән инфекция ауырыуы. □ Брюшной тиф. Ҡорһаҡ тифы менән ауырыу. Ҡорһаҡ тифы йоҡтороу. Ҡорһаҡ тифын дауалау. Ҡорһаҡ тифы симптомдары.
ҠОРҺАҠ ТӨШӨРӨҮ (ҡорһаҡ төшөр-) (Р: прервать беременность; И.: terminate pregnancy; T:: çocuk aldırma) и. диал.
Бала төшөрөү; аборт яһау. □ Прервать беременность. Ҡорһаҡ төшөргән ҡатын.
ҠОРҺАҠҺЫУ (ҡорһаҡһы-) (Р: кончаться; И.: come to an end; T.: tükenmek) ҡ. диал.
1. Кәмей-кәмей юҡ булыу, бөтөү. □ Кончаться. Биҙрәләге һыу ҡорһаҡһыған.
2. Кибеү. □ Высыхать. Ағас һыуы ҡор-һаҡһый.
3. Мохтаж булыу. □ Нуждаться в чём. Аҡсаға ҡорһаҡһыу. Ҡорһаҡһыған мәл.
ҠОРҺАҠ ЯРЫҺЫ (Р: брюшина; И.: peritoneum; T.: periton) и. анат.
Ҡорһаҡты һәм ундағы ағзаларҙы ҡаплап тора торған шыма һәм еүеш (серозлы) тышлыҡ. □ Брюшина. Ҡорһаҡ ярыһының араһында. Ҡорһаҡ ярыһы буйында.
497