ҠОРШ
ҠОРШ (Р.: подражание фырканью лошади; И.: imitation of snorting; T.: gurş) оҡш.
Йылҡының танау төбөнән сыҡҡан тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание фырканью лошади. Ҡорш итеу. Ҡорш тигән тауыш сығарыу. * Турысай ҙа, танауын ҡорш тартып, ургә бер-ике тапҡыр ырғыны ла, тышауын өҙөп, ҡойроғон шешкәйтеп, Ҡамышлы һыуы буйына ҡарай бәреп сыҡты ла китте. Т. Хәйбуллин.
ҠОРШАЙЫУ (ҡоршай-, ҡоршая) (Р.: съёживаться; И.: shrivel; T.: büzülmek) ҡ.
Ҡурҡыуҙан йәки ныҡ өшөүҙән ҡалтырап, йомарланыу; бөршәйеү. □ Съёживаться, сжиматься; корчиться. Ҡоршайып ултырыу.
■ Эй бара был, эй бара. Өшөп, ҡоршайып төшә. Халыҡ ижадынан.
ҠОРШАЙЫШЫУ (ҡоршайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡоршайыу, взаимн. от ҡоршайыу. Ҡоршайышып ятыу.
ҠОРШАЛЫУ (ҡоршал-) ҡ. төш. ҡар. ҡоршау, страд, от ҡоршау. Уратып ҡоршалған. Ары-бире ҡоршалған. ■ Ҡарағас йорттоң ҡасан һалыныуын билдәләуе ҡыйын, мәгәр ҡарағас таҡта менән кәпләнгән һәм шундай уҡ таҡта менән уратып ҡоршалған был өйҙөң тағы әллә нисә быуынға хеҙмәт итеренә шик юҡ. Т. Ғарипова. Унан-бынан ғына ҡоршалған отряд булған, ку-рәһең, тегеләр [ҡыҙылдар] шунда уҡ ҡоралдарын ташлап ҡасырға тотондолар. М. Хужин. Ҡариҙел буйына теҙелгән ауылдар һыу менән ҡоршалып алынды. Уларҙың һәр береһе уҙе ултырған туғайҙа бикләнеп ҡалды. И. Насыри. Унда [мейес башында] ҡара муйыл ағастары менән ҡоршалған, имән таҡталарҙан ойошторолған мискә. Ғ. Хәйри.
ҠОРШАНЫУ (ҡоршан-) ҡ. диал. ҡар. бөркәнеү 2. Шәлъяулыҡҡа ҡоршаныу. Ҡоршанып ултырыу.
ҠОРШАТЫУ (ҡоршат-) ҡ. ҡар. ҡоршаулау. Ҡоршатып алыу. Ҡоршатып бөтөу.
■ Гөлдөң һауытын .. Сабира төҫлө ҡағыҙҙар менән ҡоршатып ҡуйған. Ғ. Хәйри.
ҠОРШАУ I (ҡорша-) (Р: набивать обруч; И.: hoop a cask; T.: çemberlemek) ҡ.
1. Нимәнеңдер өлөштәрен, ярсыҡтарын йыйып яһау, ялғап бер бөтөн итеү. □ Набивать обруч, натягивать обруч, скреплять обручами. Мискәне ҡоршау. Ҡоршап ҡуйыу. Ҡоршап алыу. Ҡоршап сығыу. Ҡоршап тороу. ■ Шәһит бабай .. һаман элеккесә шул ишек алдында, уҙенең, ғумер иткән лапаҫы аҫтында, тәпән-төпән, көрәк-һәнәк яһап, тәгәрмәс туғыны бөгөп, мискә ҡоршап, бер өҙлөкһөҙ эшләп тора бирҙе. 3. Биишева. Белә Дәуләтҡол, туғын бөкмәнеләрме, мискә ҡоршаманылармы, кәрәк сапманылармы унда ҡалған бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро, уҫмер-етем? М. Ҡунафин.
2. Берәй нәмә менән тирәләп уратыу, әйләндерел алыу. □ Собиратъ что-л. из частей. Таш менән ҡоршап ҡуйыу. Тимер менән ҡоршау. Ситән менән ҡоршау.
3. Ҡамап (солғап, уратып, әйләндерел, һырып) алыу. □ Окружить, осадить. Дошманды ҡоршап алыу. ■ Мәликә иһә, аяҡ-ҡулын әллә ниндәй тылсым ҡоршаған һымаҡ, ҡарап тик тора. Ә. Хәкимов.
4. диал. Төҙөү, нигеҙ һалыу. □ Строить. Йорт ҡоршағандар. Ауыл ҡоршап ултырғандар. ■ Һунарсы ҡарт Ҡыйғаҙыны ҡоршаған. Картотека фондынан.
5. диал. Булдырыу, барлыҡҡа килтереү, төҙөү. □ Создавать что, обзаводиться кем, чем. // Создание, обзаведение. Ғаилә ҡоршау. Донъя ҡоршау. Тормош ҡоршау.
6. диал. Йыйыу, ойоштороу. □ Собирать. ■ Шунан йыйылыш ҡоршанылар. Картотека фондынан.
ҠОРШАУ II (Р.: набивные обручи; И.: cask hoops; T.: çember) и.
1. Нимәлер эшләгәндә уның өлөштәрен йыйып ҡыҫа, нығыта торған дүңгәләк, бөгәзе. □ Набивные обручи. Ҡоршау менән тарттырыу. ■ Мәрәкә лә кәрәк ине ҡоршау кеуек ҡыҫҡан көсөргәнеште йомшарта төшөргә. Б. Рафиҡов. Ҡарт был ваҡытта, ғәҙәтенсә, ғәмһеҙ мөңрәй-мөңрәй, кемдеңдер
498