Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 499 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОРШАУЛЫ
.. мискәһенә ҡайтанан ҡоршау һуғып маташа ине. 3. Биишева. Бөгөлгән саған сана табаны, тимер ҡоршау, ағас юнышҡылары .. иҙәндә ята. Я. Хамматов.
2. кусм. Шуға оҡшаған, шуның вазифаһын үтәгән нәмә. □ Обручи. ■ Аҡ ҡанаттар киреп, талпынам мин, офоҡтарҙың ҡайырып ҡоршауын. Р. Бикбаев, һыбай ярып уткем килә ҡайындарҙың йәшел ҡоршауын. Т. Ғәниева. Иңендә кутәргән йылға ҡыштың ауыр ҡоршауын. Т. Йосопов. Ер һөйөнә тағы ҡояшынан, туң ҡоршауы инде ирене! Р. Назаров. Төрмә тәҙрәһенең тимер ҡоршауҙарын hymen ала ла [Бейеш батыр], тимерҙең барыһын бер урынға йыйып, өҫтөнә менеп ултыра. Легенданан.
3. Тирә-яҡтан уратып алып, инер, сығыр юлды бикләгән, япҡан нәмә тураһында; ҡамау. □ Окружение, осада. Ҡоршауҙан сығыу. Ҡоршауҙа ҡалыу. ■ Ҡасаҡтар ни ҡөҙрәт менәндер быларҙан [драгундарҙан] ысҡынған тәҡдирҙә лә барыбер Яйыҡ буйы ҡоршауына барып ҡабыр ине. Ғ. Хөсәйенов. Суминов ҡоршауҙан сығыусы ҙур ғына төркөмгә тап килеуен аңланы. Ә. Хәкимов. [Гимерғәле:] Ҡоршауҙы йырып сыҡҡандан бирле, өҙлөкһөҙ алышабыҙ. Я. Хамматов. «Юнкерс»тар тирәһендәге утлы ҡоршау ҡы-ҫылғандан-ҡыҫыла. Ш. Бикҡол.
4. кусм. Сараһыҙ хәл, шарт, бығау, тышау. □ Цепь, оковы, узы. ■ Хаммат, ваҡытһыҙ баҫып килгән уй ҡоршауҙарын өҙә һуҡҡандай итеп, ҡулдарын ҡырҡа һелтәп ебәрҙе. 3. Биишева. Эстә, әллә ҡайһы ерендә, ҡоршау ултыра [Ҡәмәрҙең]. Д. Бүләков. Ыскындырам йәнем ҡоршауҙарын: мин бәхетле, мин ҡанатлы бөгөн. Г. Ҡотоева. Ҡәтғи ҡарарға килеу [Айнурҙың] мейеһен ҡыҫып торған ҡоршауҙы аҙ ғына бушатты. Н. Мусин. Бар булмышын анау шәфҡәтһеҙ ҡоршауҙан арыныу хәстәре, тереклек ғәме биләгәйне Нурисламды. Ә. Хәкимов.
5. һөйл. Итәк осона баҫылған таҫма. □ Тесьма (накладываемая по краю подо
ла женского платья). Ҡоршау һалып тегеу. Ҡоршау осо. Ҡоршауға таҫма алыу.
ҠОРШАУ III (Р: ободок верши; И.: bish trap; band; T: sepetin üst kısmı) и. диал.
Мурҙа бөгәзе. □ Ободок верши. Ҡоршауҙы ябыу. Тал ҡоршау.
ҠОРШАУ IV (ҡорша-) ҡ. диал. ҡар. ҡур-сау. Дошмандан ҡоршау. Баланы ҡоршау, һыуыҡтан ҡоштарҙы ҡоршау.
ҠОРШАУЛАУ (ҡоршаула-) (Р: набивать обруч; И.: hoop a cask; T: çemberlemek) ҡ.
1. Ҡоршау, бөгәзе кейҙереү; ҡоршау һуғыу. □ Набивать обруч. Ҡоршаулап алыу. Ҡоршаулап бөтөу. Ҡоршаулап ҡуйыу. Ҡоршаулап сығыу. ■ Ҡоршаулап та, тышаулап та булмай һине... [мөхәббәт]. Ш. Бикҡол.
2. Берәй нәмә менән уратып, әйләндерел алыу. □ Огибать. Ҡәртәне ҡоршаулап ҡуйҙыҡ.
3. Уратып алыу, ҡамау. □ Окружать. Дошманды ҡоршауланыҡ.
4. Итәк осона таҫма һалыу. □ Накладывать тесьму по краю подола женского платья. ■ Ҡоршаулап та, бөрмәләп тә теккән кулдәгең ҡайҙа? Бәйеттән.
ҠОРШАУЛЫ (Р: закреплённый обручем; И.: fixed with a hoop; T: çemberli) c.
1. Ҡоршап ҡуйылған, ҡоршау, бөгәзе һуғылған. □ Закреплённый обручем. Алтын ҡоршаулы. Ҡоршаулы мискә. ■ Тимер менән ҡоршаулы анау ауыр ишекте лә ҡарауыл башлығынан башҡа аса алмабыҙ — асҡыстар уның ҡулында. Б. Рафиҡов. Арба, сана, сбруй: тәгәрмәстәре тимер ҡоршаулы повозка. М. Өмөтбаев. Ул [Билал ] .. алтын ҡоршаулы куҙелдереген танау өҫтөнә баҫтырып, бер ситенә бәйләгән бауын ҡолағына урап ҡуйған, кәзә һаҡаллы бер кеше. А. Таһиров.
2. Итәгенә ҡатмар һалынған (кулдәк). □ С тесьмой по краю подола (женское платье). Ҡоршаулы кулдәк кейеу. Ҡоршаулы кулдәк тегеу.
499