ҠОРШАУЛЫҠ
ҠОРШ АУЛ ЫҠ (тсоршаулығы) (Р.: материал для обруча; И.: material for a hoop; T.: çemberlik) и.
Ҡоршау эшләүгә тәғәйенләнгән материал. а Материал для обруча. Тимер ҡоршау -лыҡ. Коршаулыҡҡа ҡалдырыу. ■ Келәш тирәһендә ҡоршаулыҡтар сығарылды, тәгәрмәс тырнаҡтары һәм мискәгә әҙерләнгән имәндәр ташылды. И. Насыри.
ҠОРШАУҺЫҘ (Р.: без обруча; И.: without a band; T.: çembersiz) c.
Ҡоршау һалынмаған, ҡоршалмаған. □ Без обруча, незакреплённый обручем. Ҡоршауһыҙ һауыт. Ҡоршауһыҙ тегеу. Ҡоршауһыҙ булыу.
ҠОРШ-ҠОРШ (Р: подражание многократным фырканьям лошади; И.: onomato-poetic word for snorting; T.: atın horuldaması) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡорш иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным фырканьям лошади. Ҡорш-ҡорш итеу. Ҡорш-ҡорш килеу.
ҠОРШОЛДАТЫУ (ҡоршолдат-) (Р: фыркать; И.: grouse; T.: nefes çıkarmak) ҡ.
Ҡорш-ҡорш иттереү, ҡорш-ҡорш килтереү. □ Фыркать. Ат танауын ҡоршолдата. Ҡоршолдатып ҡуйыу.
ҠОРШОЛДАУ (ҡоршолда-) (Р: фыркать; храпеть (о лошади); И.: snort; T.: homurdanmak) ҡ.
Ҡорш-ҡорш итеү, ҡорш-ҡорш килеү (атҡа ҡарата). □ Фыркать; храпеть (о лошади). Ҡоршолдаған тауыш. Ҡоршолдап тороу. В Әммә ул [Кук толпар], Ҡуҙый-курпәс ятҡан ергә етер-етмәҫтән, ялын, ҡойроғон текә сәнсеп, уйнаҡлап, ҡоршолдап кире китте лә барҙы, ти. Эпостан.
ҠОСАҠ (ҡосағы) (Р.: объятие; И.: embrace; T.: kucak) и.
1. Кемделер иркәләгәндә йәки һөйгәндә уратып алған ике ҡул араһы. □ Объятие. Әсә ҡосағында. М Әммә ир, бының килгәнен куреп, уға боролдо, уны [Сафияны] тотто, ҡосағына алды. Т. Ғиниәтуллин. Курәм: әсәй
иҫән-һау. .. Халыҡты йырып утеп, әсәйҙе ҡосағыма алдым. Т. Ғирфанов.
2. Ҡаушырылған ике ҡул араһына һыйышлы күләм үлсәү самаһы. □ Охапка. Бер ҡосаҡ гәзит-журнал. Бер ҡосаҡ документ. Бер ҡосаҡ ҡағыҙ. Бер ҡосаҡ рауза сәскәләре. ■ Ашхананың иң төпкөлөндәге булмәлә бер ҡосаҡ китаптарға кумелеп, бер малай нимәлер яҙып ултыра. «Киске Өфө», №50,2012.
3. кусм. Солғаныш, урата (тәбиғәт куре-нешенә, тормошҡа бәйле төрлө хәлдәргә ҡарата). □ Объятие; лоно. Ялҡын ҡосағында. Тәбиғәт ҡосағында. ■ Беҙҙең көндәрҙә хатта «ҡала стресы» һуҙбәйләнеше бар, имеш! Шуға ла ауыл ере, тәбиғәт ҡосағы, тормош шарттарын алмаштырыу куптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. «Башҡортостан», 12 август 2011.
♦ Ҡосаҡ йәйеү 1) бер-берәүҙе ихлас ҡаршы алыу, ысын күңелдән ҡабул итеү. □ Принимать от души, охотно, с охотой, с желанием. ■ Өйҙә уны [Сергейҙы] ҡыуанып, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алдылар, .. булғанынса һыйланылар. А. Абдуллин; 2) киң таралыу, солғап алыу. □ Широко распространиться; обволакивать; окутывать. Киҙеу ҡосаҡ йәйҙе. Томан ҡосаҡ йәйҙе. Ҡосаҡҡа алыу ҡосаҡлау. □ Обнять, заключить в объятия. Ҡосаҡҡа инеү (кереү) кейәүгә сығыу. □ Выйти замуж, доел. Попасть в объятия.
ҠОСАҠЛАТЫУ (ҡосаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡосаҡлау, понуд. от ҡосаҡлау. Китапты ҡосаҡлатыу. Баланы ҡосаҡлатыу. В Кәңәш кенә биреп ҡалмай теге тәжрибәле ир [атай кешегә], хатта япраҡ мендәр ҙә ҡосаҡлатып ҡайтара. М. Бураҡаева.
ҠОСАҠЛАУ (ҡосаҡла-) (Р: обнимать; И.: embrace; T.: kucaklamak) ҡ.
1. Ҡосаҡ эсенә алыу (иркәләу, һөйөу өсөн). □ Обнимать. Яратып ҡосаҡлау. Муйындан ҡосаҡлау. Кыҫып ҡосаҡлау. Косаҡ-лап алыу. Курешкәндә ҡосаҡлау. Биленән ҡосаҡлау. В Сөләймән йугереп барып ҡус
500