ҠОҪОР
тыһын ҡосаҡлап алды, .. уны ҡайҙа ултыртырға белмәй эргәһендә бөтөрөлөп йөрөнө. 3. Ураҡсин. Байрамғол яй ғына килеп атаһын ҡосаҡланы, унан — әсәһен. Ф. Янышев. Был яҡшы күңелле, көслө рухлы ҡатынды бала шикелле ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыҫаһы, .. йылы һүҙ әйтеп йыуатҡыһы килде [Закирҙың]. 3. Биишева. Нуҡталағас, уны [атты] ялынан һыйпап, муйынынан ҡосаҡлап иркәләй, .. ауыҙына икмәк һынығы ҡаптыра Юлан. Ә. Хәкимов.
2. Ике ҡул менән уратып тотоу. □ Охватывать; обхватывать. Тубыҡты ҡосаҡлау. Ағасты ҡосаҡлау. Мендәрҙе ҡосаҡлау. М Иштән ҡарт, бер аяғын бөкләп, икенсеһен сәнсеп, тубығын ҡосаҡлаған да хужа менән гәпләшә. 3. Ураҡсин. Айһылыу имәнде ҡыҫып ҡосаҡлап, ҡыҙғылт йөйө буйлап һыйпап ҡуйҙы. 3. Биишева. Асыҡҡан бүренең олоуы йыуан туң ағасты ҡосаҡлап илаусы Фати-маны һәм әсәһен көтөп тороусы Шәмсиҙе ҡаты һиҫкәндерҙе. Ғ. Хәйри.
3. Ҡосаҡҡа алып күтәреү. □ Брать в охапку. Ҡосаҡлап йөрөү. Ҡосаҡлап сығыу. Утын ҡосаҡлап индереү. Гармун ҡосаҡлап үтеп китеү. Кер ҡосаҡлау. Сумканы ҡосаҡлап күтәреү. ■ Вил Ваһапович үҙенең ҡалын портфелен ҡосаҡлап уҡыусыһына баҡты — уның алдында үҙен нисек тоторға белмәгәне бар ҡиәфәтенә яҙылғайны. Ш. Хажиәхмәтов.
4. күсм. Таралып, йәйелеп биләү, уратып алыу, солғау. □ Взять, брать в охапку. Донъяны төн ҡосаҡланы.
ҠОСАҠЛАШЫУ (ҡосаҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡосаҡлау 1. взаимн. от ҡосаҡлау. Ҡосаҡлашып хушлашыу. Ҡосаҡлашып йоҡлау. М Улар ирҙәрсә яурындарынан ҡосаҡлашып хушлаштылар. 3. Ураҡсин. Етембай айыу балаларының үҙенә һыйынып килгәнен, әле ҡосаҡлашып йоҡлағандарын мауығып һөйләүгә күсте лә китте. Б. Рафиҡов.
ҠОСЛА и. диал. ҡар. шама. Сәй ҡослаһы. Сәйнүктәге ҡосла. Ҡосла менән күҙ дауалау.
ҠОСОУ (ҡос-) ҡ. ҡар. ҡосаҡлау. Билдән ҡосоу. Ҡосоп алыу. Ҡосоп тороу. ■ Боло
нона инһәң, ҡоса билдән бәүелеп тә үҫкән үләне. И. Солтанов. Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Баяс күреү менән ҡатынын ҡоса, илап ала. Легенданан.
ҠОСУР [ғәр. (Р.: недостаток; И.: shortcoming; T: kusur) и. иҫк.
Кәмселек; етешһеҙ яҡ. □ Недостаток. Әҙәм балаһындағы ҡосур. Ҡосурҙы күреү. ■ Асылды был донъяға яңы бер нур,.. булманы был йәһәттән беҙҙә ҡосур. М. Ғафури.
ҠОҪАЖЫЛ с. диал. ҡар. уҫал. Ҡоҫажыл үгеҙ. Ҡоҫажыл ҡыланыу. Ҡоҫажыл эт.
ҠОҪҠО КИЛЕҮ (ҡоҫҡо кил-) (Р: затошнить; И.: feel an urge for vomiting; T.: midesi bulanmak) ҡ.
Күңел болғанып, ҡоҫорға теләк тыуыу. □ Затошнить. // Тошнота. Насар еҫтән ҡоҫҡо килеү. Баш әйләнеүҙән ҡоҫҡо килеү. М Атаһы мәрхум быға оҡшаған хәлдәрҙә: «Күрмәгәндең күргеһе килә, күргәндең ҡоҫҡоһо килә», — ти торғайны. Ә. Хәкимов. Күҙҙе асам, әлеге аҡ түңәрәк һаман әйләнә лә, киңәйә, үҙе матур төҫлө ул. Оҙаҡ ҡараһаң, ҡоҫҡоң килә. С. Агиш. Ҡоҫҡо килә, баш әйләнә, күҙ алдында һуҡыр себендәй мыжғып ҡара төрткөләр өйөрөлә. Т. Ғарипова.
ҠОҪҠОЛОҠ (ҡоҫҡолоғо) и. ҡар. ҡоҫоҡ. Ҡоҫҡолоҡҡа бысраныу. Ҡоҫҡолоғон таҙартыу. ■ Быуынһыҙ булған ҡулдары аҫылынып төшкән, аяҡтары буйлап ҡоҫҡолоҡ аҡҡан да ерәнгес булып ҡатып ҡалған. Р. Ураҙғолов. Яҡшы иттереп түшәлгән күпмәләр, кейеҙҙәр, ебәк юрғандар һыланып, ҡоҫҡолоҡ менән бысрандылар. Т. Хәйбуллин.
ҠОҪҠОНОСс. ҡар. ҡоҫторғос. Ҡоҫконос хәл. Ҡоҫконос күренеш.
ҠОҪОҠ (ҡоҫоғо) (Р: блевотина, рвота; И.: vomit; T: kusma, kuşu) и.
Ҡоҫҡан нәмә; ҡоҫҡолоҡ. □ Блевотина, рвота. Коҫоҡто таҙартыу. Коҫоҡҡа тонсоғоу.
ҠОҪОР и. ҡар. ҡоһор. Ауыр эштең ҡоҫоро. Ҡоҫоро төшөү. ■ Ауыр эштең ҡоҫор-ҙары ул беләктәр һыҙлауы. Картотека фондынан.
501