Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 502 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОҪОУ
ҠОҪОУ (ҡоҫ-) (Р.: блевать; И.: vomit; T: kusmak) ҡ.
1. Һеңмәгән ашты йәки бүтән нәмәне ауыҙ аша ашҡаҙандан сығарыу. □ Блевать, рвать. Ҡоҫа башлау. Ҡоҫоп ҡуйыу. Ҡоҫоп тороу. Ҡоҫоп алыу. Ҡоҫоп бөтөрөү. Ҡоҫоп ебәреү. Ҡоҫорға тотоноу. ■ Егет йәнә ҡалҡына биреп ҡуйҙы, бер-ике йотто ла ҡоҫорға тотондо. Р. Солтангәрәев. Алтынсәс, әсәһе, туғандарының хәлен белергә тип кейенә башлағайны, ҡапыл уҡшып-уҡшып ҡоҫто ла ебәрҙе. Ә. Хәкимов. [Кесеулдың еңгәһе]балан ашай ҙа йәшертен генә ҡып-ҡыҙыл ҡоҫа, ти, күмер ашай ҙа ҡап-ҡара ҡоҫа, ти. Әкиәттән. Әбей ҡаршылашырға уйлап ҡараһа ла, ялтырап торған ҡылыс күтәрелә башлағас, ауыҙынан бер мискә ҡоҫоп сығарған. Халыҡ ижадынан.
2. күсм. Өҙлөкһөҙ ҡойолоп йәки төшөп тороу; яуыу. □ Лить (непрерывно). Само-лёттар бомба ҡоҫа. ■ Шул ете тау артында, Белоруссия илендә, тап Полесье күгендә ҡара ҡоштар осҡанын, ергә бомба ҡоҫҡанын күреп торҙо Уралтау. Р. Ниғмәти.
3. күсм. Тимергә тейеп, тимер туты сығыу. □ Темнеть, терять цвет (при соприкосновении с нелужёным металлическим предметом). Сәй ҡоҫоу. Тимер һауыттағы һөт ҡоҫа. Я [Сабир — Тимерханға:] Оло сәйнүк йөк түгел, иртәгә алырһың да, төшлөк ерҙә йәшереп йөрөрһөгөҙ. Биҙрәлә ҡайнатһаң, сәй ҡоҫа торған. Д. Шәрәфетдинов.
ҠОҪОШОУ (ҡоҫош-) ҡ. ҡар. ҡоҫоу 3.
■ Ҡорот ҡойған ҡаҙанға һөт һалмағыҙ, ҡоҫошор. Сеңләүҙән.
ҠОҪТОРҒОС (Р: рвотный; И.: vomitive, emetic; T: kusturucu) с.
Ҡоҫҡоно килтергес; ҡоҫтора торған. □ Рвотный. Ҡоҫторғос дарыу. Ҡоҫторғос еҫ. Ҡоҫторғос күренеш.
ҠОҪТОРОУ (ҡоҫтор-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡоҫоу, понуд. от ҡоҫоу. Үтте ҡоҫтороу. Ҡоҫтороп ебәреү. Ҡортон ҡоҫтороу. Татлы ризыҡ ҡоҫтора. Тимер һауыт сәйҙе ҡоҫтора. ■ Шундағы берәү
ҡыҙыҡайҙы йөҙ түбән һалып, йотолған һыуҙы ҡоҫтора башланы. Л. Якшыбаева. • Аш хурлама — ҡоҫторор, ир хурлама — боҫторор. Мәҡәл.
2. күсм. Үҙләштергәнде кире ҡайтартыу.
□ Заставить возвратить, отдать нажитое нечестным путём. Бурысын ҡоҫтороу. Ҡоҫтороп ҡуйыу. Урлап алған нәмәһен ҡоҫтороу.
3. Буялған йөн-туҡыманы буяуын нығытыу маҡсатында һеркәле һыуҙа тотоу.
□ Закреплять краску (погрузив крашеную ткань в воду с добавлением уксуса). Келэмлек йөндө ҡоҫтороу. Буялған салбарҙы ҡоҫтороу.
ҠОТ (Р.: душа; И.: soul; T: kut, ruh) и.
1. Тереклек, именлек бирер нәмә; йән.
□ Душа, дух. ■ Бүрке ҡырынайған, үҙе ҡара тиргә батҡан Оморҙаҡ ағайҙың йөҙөндә тамсы ла ҡот ҡалмағайны! Ш. Бикҡол. Мейестән генә сыҡҡан табаларҙан йылы икмәк төшкәс өҫтәлдәргә, кендек инәй ҡабул итер ине — яңы бәхет һәм ҡот өҫтәлгәнгә. Ф. Туғыҙбаева.
2. Күңелгә кинәнес, рәхәтлек биргән нәмә; йәм, нур. □ Уют, благоустроенность. Өй ҡото. Тормош ҡото. ■ Ул [атайым] ҡайтҡас, беҙҙең өй бермә-бер яҡтырып, уның эсендә ҡот артҡан һымаҡ булып китте. Н. Мусин. Япраҡтан да әммә ҡот ала бит ошо ағас үҫкән был тупраҡ. X. Назар. • Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ. Мәҡәл. Эшләгән эш — иргә ҡот. Мәҡәл. Яңғыҙ тирәк илгә ҡот бирмәҫ. Мәҡәл. Ҡул араңа ҡул керһә, йорт эсенә ҡот керә. Мәҡәл.
3. Уңыш, бәхет килтергән нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Счастье, удача. Ҡот өҫтәлеү. Ҡот артыу. Ҡот килеү. Мул ҡот. ■ Тирмәләргә ҡуныр ҡот ҡошоноң ҡанаттарын кемдер ҡайырған. Р. Бикбаев. Диуананы рәнйеткән кешегә ҡот йоҡмай! Ул Хоҙай бәндәһе! Т. Ғарипова. Ерҙәгеләр ҡыпсаҡ тамырынан һут ала ла ырыҫ, ҡот имә. Т. Ғәниева.
4. этн. Ҡурҡҡан кешене имләр өсөн ҡурғаштан ҡойоп, муйынға, түшкә таҡҡан нәмә.
502