Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 503 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠОТАИМАУ
□ Талисман, оберег. Ҡот тағыу. Ҡот ҡойоу йолаһы.
♦ Ҡот алыныу ныҡ ҡурҡыу. □ Испугаться. доел. Душа схвачена. Ҡото алынған бала. Ҡот алынып йонсоу. ■ Ҡото алынған Ғәмилә илай ҙа алмай .. ҡатып ҡалды. Б. Бикбай. Ҡото алынған Тевкилев йәһәт кенә уҙенә яҡындарын йыйып алды. Ғ. Хөсәйенов. Ҡото алынып ҡайтып, аҙаҡ өләсәһе ҡот ҡойҙороп әҙәм итеп алғайны уҙен [Раузаны ]. Т. Ғарипова. Илғужа ҡапыл, ҡото алынып, ҡайнап сыҡты. Д. Бүләков. Ҡот биреү матурлау. □ Украшать. Донъяға ҡот биреу. ■ Ялан сәскәләре бик ҡәҙерле, матур куренәләр һәм табынды йәмләгән олуғ ҡунаҡ шикелле, донъяға ҡот биреп ултыралар ине. Р. Солтангәрәев. Ҡот ботҡа (бот буйына) китеү бик ныҡ ҡурҡыу; шөрләү. □ Сильно испугаться; душа ушла в пятки. ■ Эле һөйләгәндә генә ҡыҙыҡ һымаҡ, ағай-эне, ул саҡта ҡот бот буйына китте. Н. Мусин. Ҡот китеү 1) һатылған мал менән йорт-ҡуралағы малдың ырыҫы китеү. □ Уход с проданным скотом жизненной силы всей живности двора, һатҡан мал менән ҡот китеуе бар. ■ Кешегә мал һатып, һатҡан мал менән ҡот китһә, һатҡан кешеңдең әҫтәленән ризыҡ алып ҡайтып (урлап алырға), малға ашатырға. Малдың ҡөто китмәһен тип, «Зәңке бабай рухына» тип хәйер бирергә кәрәк. Башҡорт мифологияһынан; 2) нур, йәм бөтөү. □ Становиться неуютным, неблагоустроенным. Өй эсендә ҡот китте. S Бысраҡлыҡтан шулай бары ла ят һымаҡмы? Юҡтыр, моғайын. Өйҙән нур киткән, ҡот киткән. Р. Ураҙғолов. Ике йорт эйәһенең юлы тап килеуе бар. Тап килһә, йорттан ҡот китә, ти. Башҡорт мифолгияһынан. Ҡыҙ кускән йорттан ҡот китә тигәндәре һеңрән иленә бик тә тап килде. К. Мәргән. Һыйыр китте йорттан. Ҡот китте. Т. Ғарипова. Олатайымдың вафатынан һуң Аһылай ауылынан яйлап-яйлап ҡот китә башланы — исем ҡушҡанда аҙан әйтерлек, әжәл килгәндә ясин сығырлыҡ та
кеше ҡалманы. М. Ямалетдинов; 3) ныҡ ҡурҡыу. □ Сильно испугаться (сильно). М Боҙ леперт емерелеп тә төштө. .. Ҡот китте инде, башҡа һуҡҡан кеуек булды ла ҡуйҙы. Р. Солтангәрәев. Ҡот осҡос (осорлоҡ) 1) бик ҡурҡыныс, дәһшәтле. □ Страшный, зловещий. Ҡот осҡос һуҙ. Ҡот осҡос вәхшилек. ■ Ҡот осҡос яңылыҡты ишетеп эсе бошҡан Хисмәтулла һурелә башлаған ут эргәһенә килде. Я. Хамматов. Тик таңда эшелонда дневальный булып тороусы килтергән ҡыҫҡа хәбәр ҡот осҡос ине. Ф. Иҫәнғолов. Кириллов менән Тевкилев, әллә шул ҡара төндәге ҡара уй-ниәттәренең шойҡаны менән, Һаҡмар ҡәлғәһенә килеп туҡталғас та, ҡот осҡос вәхшилек ҡылырға тотондолар. Ғ. Хөсәйенов; 2) бик ныҡ, саманан тыш (кире йәки ыңғай сифатты көсәйтеу өсөн ҡулланыла). □ Очень. М Таш һарайҙағы ҡара айғырҙы урлатҡан көндө инде Жир-никовтың туҙеме бөттө, уның өсөн бынан да ҡот осҡос хәлдең булыуы мөмкин тугел ине. 3. Ураҡсин. Имеш, берҙән-бер көндө йәшенле-яуынлы ҡойма ямғыр сыҡҡан; ҡара болоттар, ергә тейә яҙып, ҡот осҡос булып, дыу килеп йомарланышып, өйөрөлөп йөрөгән; кук кукрәгән, йәшен атҡан. Ф. Иҫәнғолов. Ниндәй ҡәбәхәт, ҡот осҡос һуҙ! Я. Хамматов. [Зөлхәбирә:] Дуҫтарым, ҡәҙерлеләрем, нимә эшләуегеҙ был? Ниндәй фажиғә, ниндәй ҡот осҡос сихыр был? М. Кәрим. Ҡот осоу бик ныҡ ҡурҡыу. □ Сильно испугаться. Ҡапыл ҡот осоу. Аңғармаҫтан ҡот осоу. ■ Кемдән кемдең ҡото осҡанды, фил дә белә, курһә сысҡанды. Р. Ғарипов. Ҡотто алыу ныҡ ҡурҡытыу. □ Сильно напугать. Шыҡһыҙлығы менән ҡотто алды. Ҡурҡытып ҡотто алдылар. М [Ҡәлғә] .. бейек ағас диуарҙары, туптар ҡуйылған ағас манаралары менән ҡотто алыр ҡәһәрле ҡалаға әуерелгәйне. Ғ. Хөсәйенов.
ҠОТАЙМАУ (ҡотайма-) (Р: быть бедным; И.: be poor; T.: yoksul olmak) ҡ.
Етешһеҙ йәшәү, йәлсемәү, ырамау. □ Быть бедным, невезучим. ■ Көн-төн кәсепләне-
503