ҠОТАЙТЫУ
уенә ҡарамаҫтан, уның донъяһы һис ҡотай-май, һаман шул ярлы Әптерәш. Ғ. Хөсәйенов. [Шәрғиә — Ситдиҡҡа:] Һинең ише ялҡау биш инҡилаб ҡупһа ла ҡотаймаҫ! Ә. Хәкимов. Һуҙ һөйләуҙән генә ҡотаймай йорт, телде һаҡлап булмай тел сарлап. Р. Бикбаев. Силәгең сайпылмаһын, ҡотай-маҫһың. Башҡорт мифологияһынан. Бахыр килен ашап, ашҡа туймаған, кейеп, кейемгә ҡыуанмаған, донъя көтөп, донъяһы ҡотаймаған. Әкиәттән.
ҠОТАЙТЫУ (ҡотайт-) (Р.: делать зажиточным, состоятельным; И.: make well-to-do; T.: varlıklı yapmak) ҡ.
1. Уңыш һәм муллыҡ килтереү; байытыу, уңдырыу. □ Делать зажиточным, состоятельным. Донъяны ҡотайтыу. ■ Ереңә ҡайт! Төйәгеңде моңоң менән ҡотайт! Г. Ҡотоева. Өҫтө-башын бөтәйткән, азамат итеп ҡотайтҡан ирҙең курке мал булыр. Ҡобайырҙан.
2. диал. ҡар. ризалаштырыу. Куршене ҡотайтыу. ■ һине ҡотайтманылармы тел менән? Картотека фондынан.
3. этн. Осҡан ҡотто ҡайтарыу. □ Восстановление жизненной силы, духа. Баланы ҡотайтыу.
ҠОТАЙЫУ (ҡотай-, ҡотая) (Р: становиться зажиточным, состоятельным; И.: become prosperous; T.: varlıklı olmak) ҡ.
1. Етеш көнгә сығыу; байыу, уңыу, йәлсеү. □ Становиться зажиточным, состоятельным. Ҡотайып китеу. Ҡотайып алыу. ■ [Хәйруш] байығып, әллә ни ҡотайып китмәне, ләкин .. тормош даръяһында ҡолас ташлап йөҙөуҙе хуп курҙе. Ә. Хәкимов. Ярлы-байғоштар ҡотаймаҫ донъяларын, шул уй-хыялдары менән бөтәйтеп, уҙҙәренә йыуаныс тапҡандарҙыр инде. М. Өмөтбаев. [Беҙҙең хәл] һуғыш бөтһә, йәнә ҡотайыр әле. Я. Хамматов. Ҡыҙарып сыҡҡан ҡояштың йылыһына ҡотайған япрағы куп Уралтау. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». • Биҙәу бисә бикә булһа, ил ҡотаймаҫ. Мәҡәл.
2. Йәм өҫтәлеү, йәнләнеү. □ Становиться уютным. Фатир ҡотайҙы. М Булмә нисектер яҡтырып, киңәйеберәк һәм ҡотайып киткән төҫлө. Н. Мусин. Мәсетебеҙҙе .. яңынан кутәреп ҡуйған булһаҡ та, һаман ҡотайып китә алмай. F. Хөсәйенов.
3. Яҡшырыу, йүнәлеү. □ Поправляться, улучшаться (о здоровье), һаулыҡҡа ҡотайыу. Дауахананан һуң ҡотайыу.
ҠОТ АЛЫУ (Р: обряд, связанный с выдёргиванием клока шерсти у продаваемого, отдаваемого скота; И.: kind of magical ceremony; T.: uğuru kaybetmemek için satılan malın bir parça yününü kesip almak) u.
Һатҡан, биргән, бүләк иткән малдан ҡот һаҡлау өсөн бер тотам йөнөн йолҡоп алып ҡалыу йолаһы. □ Обряд, связанный с выдёргиванием клока шерсти у продаваемого, отдаваемого скота. Ҡот алып ҡалыу йолаһы.
ҠОТАН I (Р: краса, украшение; И.: beauty; charms; T.: güzellik) и.
Күрк, йәм, ҡот. □ Краса, украшение. Егет ҡотаны. М Атлас кейем кейгән, юрға менгән — әммә илә егет ҡотаны. Халыҡ йырынан.
ҠОТАН II (Р: плетёный хлев (для овец)', И.: wattled sheepcot; T.: ahır) и.
Ситәндән түңәрәкләп үргән ҡуй-һарыҡ аҙбары. □ Плетёный хлев (для овец). ■ һарыҡ ҡотанына тугел, арыҫлан өңөнә килгәнһегеҙ, тынғыһыҙ ҡунаҡтар. Ә. Хәкимов. Төптө юҡҡа һыйырҙар мөңрәй, ҡотанда һис туҡтауһыҙ һарыҡтар нырҙаша. Ғ. Ибраһимов. Торһана ла, ҡыҙым, тор-һана, ҡотанда ҡуйҙар нырҙаша. Ҡобайырҙан. • Ҡотанда ҡуй ҡырылһа, ҡутыр кәзә баш булыр. Мәҡәл.
ҠОТАН III и. зоол. диал. ҡар. берғаҙан. Ҡотандың ояһы. Кулдә йәшәгән ҡотан. Йылға ҡотаны. Аҡ төҫлө ҡотан. Елкә ҡауырһыны бөҙрәләнеп торған ҡотан.
ҠОТАН IV с. диал. ҡар. наҡыҫ. Төшкө аш ҡотан ғына булды. Ҡунаҡтарҙы ҡотан ғына һыйланылар.
ҠОТАН V с.
504