ҠОТҠАРЫУ
1. диал. ҡар. мәскәй. ■ Көнө-төнө ашай ҡотан, туймай тамағы. Б. Бикбай.
2. диал. ҡар. маҡтансыҡ. Ҡотан ҡыҙыҡай. Ҡотан тугел, ҡырыҫ. Ҡотан егеттәр.
ҠОТБЕ ЙӘНҮБ [ғәр. мЛ чЯ (Р.: Южный полюс; И.: South pole; T.: Güney Kutbu) и. геогр. иҫк.
Көньяҡ ҡотоп. □ Южный полюс. Ҡотбе йәнуб тарафында.
ҠОТБЕ ШИМАЛИ [ғәр. JUi
(Р.: Северный полюс; И.: North Pole; T.: Kuzey Kutbu) и. геогр. иҫк.
Төньяҡ ҡотоп. □ Северный полюс. Ҡотбе шимали тарафында. Ҡотбе шималиға экспедиция. Ҡотбе шимали 90°00'00” төньяҡ киңлектә урынлашҡан.
ҠОТ-БӘРӘКӘТ (Р: счастье, удача; И.: luck; fortune; T.: kut) и. йыйн.
Ҡот һәм бәрәкәт. □ Счастье и удача. Ҡот-бәрәкәт килде. Ҡот-бәрәкәт юлдаш булды. М Яу а ҡарҙар — ҡот-бәрәкәт өҫкә ауа. Йыл башлана! X. Назар. Яңы йылдың сәғәттәре ҡот-бәрәкәт алып килһен. Куктән яуған йондоҙ-уттар көмөш нурҙан бишек элһен.
з. Ҡотлогилдина.
ҠОТ ДОҒАҺЫ (Р: заговор жизненной силы; И.: prayer for happiness; T.: kut duası)
и. миф.
Ҡот ҡайтарыу доғаһы. □ Заговор жизненной силы. Ҡот доғаһын белеу. Ҡот доғаһын уҡыу. Ҡот доғаһын ятлау.
ҠОТ ҠАЙТАРЫУ (Р: обряд возвращения кут (жизненной силы)', И.: rite of magical luck’s return; T.: bir âdet) и. этн.
Ҡотто кире ҡайтарыуға ҡоролған йола. □ Обряд возвращения кут (жизненной силы). Ҡот ҡайтарыу юлдары төрлө-төрлө.
ҠОТҠАРЫЛЫУ (ҡотҡарыл-) ҡ. тош. ҡар. ҡотҡарыу, страд, от ҡотҡарыу. ■ 1184 йылдың 30 июнендә Башҡорт Кәбәк хан менән бергә әсиргә эләгә һәм ҙур туләу арҡаһында ҡотҡарыла. Р. Шәкүр. Ҡомташ, тупраҡ әсирлегенән ҡотҡарылған матди ҡомартҡылар мауыҡтырғыс китап биттәрен хәтерләтә. Ә. Хәкимов. [Илья
Васильевич] 1938 йылда ялған донос буйынса ҡулға алынды. Ике йылдан аҙаҡ ҡына ҡотҡарылды. Я. Хамматов. Тағы унлаған егет ҡотҡарылды, тик Билалды ҡотҡарырға өлгөрөп булманы, — тип яуап ҡайтарҙы [Насыр бабай]. А. Таһиров.
ҠОТҠАРЫУ (ҡотҡар-) (Р: освобождать; И.: liberate; T.: kurtarmak) ҡ.
1. Азатлыҡҡа сығарыу, иреккә ебәреү; азат итеү. □ Освобождать. // Освобождение. Кешеләрҙе ҡотҡарыу. Ҡотҡарыу юлдары. М [Урусов —Айсыуаҡҡа:] Шул яңынан бола башлап йөрөгән кешеләрҙе тотоп килтерегеҙ, бындағы бөтә аманат булып ятҡан кешеләрегеҙҙе ҡотҡарам. Ғ. Хөсәйенов. Ил ағалары төрлөсә аҡыл йөрөтөп ҡараны, тик барыһын да Насирҙың уҙ ирке менән бирелеуе, Ҡаратын бәйгегә сығарып аманатсыларҙы ҡотҡарыуы аптыратты, ғәжәпкә ҡалдырҙы. 3. Ураҡсин. Дейеуҙе мин ултерҙем, батша ҡыҙын мин ҡотҡарҙым. Әкиәттән.
2. Дошман ҡулынан кире ҡайтарыу; кире алыу. □ Спасать, освобождать. // Спасение, освобождение. Дошман баҫып алған ҡалаларҙы ҡотҡарыу.
3. Ауыр хәлдән йырындырыу; ҡотолдороу. □ Спасать, избавлять. ■ Йөҙә белмәгән ағаһын ҡотҡармаҡсы булып, Шәйхулла Димгә һикергән. М. Кәрим. [Юламан ҡарт:] Нимә эшләргә, нисек Зөлхизәне бәхетһеҙлектән ҡотҡарып алып ҡалырға? 3. Биишева. [Линара ла] һенлеһен ҡотҡарып, уҙен тауҙай бәләнән аралап ҡалған мәрхәмәтле егетте яҡын курҙе. Л. Яҡшыбаева. Йәмилде куңелһеҙ уйҙарҙан, әлеге лә баяғы, Рәмил ҡотҡарҙы. Р. ҠолДәүләт.
4. Ауыр хәлдән ҡурсалап алып ҡалыу. □ Спасать, выручать. Ҡотҡарып ҡалыу. Ғәйептән ҡотҡарыу. Үлемдән ҡотҡарыу. М Шунан беҙҙең командирҙар, дошмандың танау төбөндә япа-яңғыҙ атышып ятҡан һалдатты куреп, ҡотҡарырға ҡушҡан. Р. Солтангәрәев. Атының шәплеге ҡот
505