ҠОТҠАРЫУСЫ
ҡарҙы Уйылданды — ялтанып өлгөрҙө. Н. Мусин. Ысынлап та, был һуғышта иптәштәрҙе үлемдән Новиков ҡотҡарған. Д. Юлтый. Һыбайлы үҙе алдан атлаһа, күҙе күрмәй берәй йырҙаға төшөп тә китер ине, аттары ғына ҡотҡара уларҙы. 3. Ураҡсин. һаман шул кейек, ҡош-ҡортто йәлләүҙән, ҡурсалауҙан, берәүһен-икәүһен булһа ла ҡотҡарып ҡалырға тырышыуҙан бит [Ғәбиттең] килеүенең сәбәбе лә. Ә. Әминев.
5. Эш, бурыстан буш итеү; бушатыу. □ Освобождать. Хеҙмәттән ҡотҡарыу. Дәрестән ҡотҡарыу.
6. Буш ебәрмәү, буш ҡалдырмау. □ Не упускать. М Сәғиҙә лә үткән-барғанды ҡотҡармай, яуап ебәрә тора. һ. Дәүләтшина.
ҠОТҠАРЫУСЫ (Р: спасатель; И.: rescuer; T.: kurtarıcı) и.
1. Кемделер бәләнән, ауыр хәлдән алып сығыусы, ҡотҡарыусы. □ Спасатель; спаситель. М Халыҡ ҡыйыу һәм тәүәккәл ҡасҡындар йөҙөндә үҙенең яҡлаусыларын, залим түрәләрҙең йәберләүенән ҡотҡарыусыларын күргән. С. Галин. Башҡорт мифологияһында айыу ырыу башы, тотем, ҡурсалаусы, ҡотҡарыусы итеп бирелә. Ф. Хисамитдинова. [Йософ:] Эй Хоҙайым, ҡотҡарыусым, ҡотолорға көс-ҡеүәттәр бирсе, ҡөҙрәтең менән үҙең, зинһар, ҡотҡарсы, бының мәкере сабырҙы алды имде. «Йософ ҡиссаһы».
2. Авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыуға әҙерлекле кеше. □ Спасатель. Ҡотҡарыусыларҙың һөнәри байрамы. Беренсе класлы ҡотҡарыусы. Ҡотҡарыусылар күрһәткән беренсе ярҙам. Ҡотҡарыусылар отряды.
ҠОТҠАРЫУСЫЛАР ОТРЯДЫ (Р.: спасательный отряд; И.: rescue squad; T.: cankurtaran) и.
Эҙләү, ҡотҡарыу, ауыр хәлдән алып сығыу хеҙмәтен үтәүсе төркөм. □ Спасательный отряд. Аэромобиль ҡотҡарыусылар отряды. Янғын ҡотҡарыусылар отряды. Ҡотҡарыусылар отрядына ҡабул итеү ҡағиҙәләре.
ҠОТҠАРЫУ ХЕҘМӘТЕ (Р: служба спасения; И.: rescue service; T.: cankurtaran tesisi) и.
һөнәри авария-ҡотҡарыу хеҙмәте. □ Служба спасения. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү. Ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләү. Ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны. Өфө ҡалаһының ҡотҡарыу хеҙмәте.
ҠОТҠАРЫШЫУ (ҡотҡарыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡотҡарыу, взаимн. от ҡотҡарыу. Бергәләп ҡотҡарышыу. Ҡотҡарышырға ярҙам итеү. Я Ҡайһылай тырышып-тырмашып, ҡара тиргә батып, Ғөбәйҙе [Сәлих] ҡараңғы келәттән ҡотҡарышҡайны биғәләш. Ә. Хәкимов. Алдар, .. был ҡоштарҙың да ошо сихырсы затынан булып, икенсе ҡиәфәткә инеп, пәрейҙең үлеменә ҡайғырышырға, хәлдәренән килһә, уны ҡотҡарышырға тип килеүҙәрен әйтте. «Алдар менән Зөһрә».
ҠОТ ҠАСЫРЫУ (Р: часть свадебного обряда; И.: abduction of the divine spirit; T.: bir düğün âdeti) и. этн.
Туйҙа йәштәрҙең тормошо киләсәктә мул, ҡотло булһын тигән мәғәнә һалынған йола. □ Часть свадебного обряда; символизирует наделение молодых счастьем, благополучием, жизненной силой, доел. Похищение счастья. Ҡоҙалар ҡот ҡасырыу йолаһын үткәрҙе.
ҠОТҠО (Р: подстрекательство, провокация; И.: incitement; T.: kışkırtma) и.
Йәмғиәттә, кешеләр араһында тарҡатыу эше алып барыу, кешеләр араһын боҙоу һ. б. өсөн һөйләнгән һүҙ. □ Подстрекательство, провокация. Ҡотҡоға бирелеү. Ҡотҡо таратыу. Ҡотҡоға ышаныу. ■ Ҡотҡо буйынса һижрәт итеүселәр, аттарын егеп, кире ауылдарына табан ҡуҙғалды. Ғ. Хәйри. Мин был, Әбүбәкер, хәйерһеҙ, ҡотҡо арҡаһында ятамбынаҡоштырнағынаэләгеп.Ә. Әминев. Байгилде ҡотҡоһо менән кирәйҙәрҙең Йылҡыбай ауылын баҫыуы .. тураһында ишетеп, Боғара ни эшләргә белмәй һуғылды. Ә. Хәкимов. Бүтәндәрҙән өҫтөн булғы килеү йәнегеҙгә ҡотҡо һаламы? Т. Ғәниева. Етмәһә,
506