ҠЫБЫРЛАШЫУ
ҠЫБЫРЛАШЫУ (ҡыбырлаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡыбырлау, взаимн. от ҡыбырлау. Ҡуңыҙҙар ҡыбырлаша.
ҠЫБЫРСЫҠ I (Р.: нетерпеливый; И.: impatient; T.: sabırsız) с. диал.
Түҙемһеҙ, сабырһыҙ, сыҙамһыҙ. □ Нетерпеливый, невыдержанный. Ҡыбырсыҡ кеше.
• Сабыр сыҙар, ҡыбырсыҡ кеше илар. Әйтем.
ҠЫБЫРСЫҠ II (ҡыбырсығы) (Р.: нетерпеливый человек; И.: impatient person; T.: sabırsız adam) и. диал.
Түҙемһеҙ, сабырһыҙ, сыҙамһыҙ кеше.
□ Нетерпеливый, невыдержанный человек.
• Шаталаҡтың теле уйнар, ҡыбырсыҡтың арты уйнар. Әйтем. Ҡыбырсыҡ ни сапмаҫ, ни ултырмаҫ, ни тынмаҫ. Әйтем.
ҠЫБЫРСЫНЫУ (ҡыбырсын-) (Р: проявлять нетерпение; И.: show / exhibit signs of impatience; T: sabırsızlanmak) ҡ. диал.
Түҙемһеҙләнеү, сабырһыҙланыу, сыҙамһыҙланыу. □ Проявлять нетерпение, терять терпение. Ҡыбырсынып йөрөу. Ҡыбырсынып торған айғыр.
ҠЫБЫРҺЫУ (ҡыбырһы-) (Р: ёрзать; И.: fidget; move restlessly; squirm; T: yerinde kurtlanmak) ҡ.
Бер урында сыҙамай, урын тапмай борғоланыу □ Ёрзать, егозить. Ҡыбырһып йөрөу.
• Ҡыбырһыған ҡыҙыл кейер. Мәҡәл.
ҠЫҘ (Р: девочка, девушка; И.: girl; maid; T: kız) u.
1. Ҡатын-ҡыҙ енесенән булған бала.
□ Девочка, девушка. Бер йәшлек ҡыҙ. Еткән ҡыҙ. һылыу ҡыҙ. М Бәләкәй ҡыҙ бөтәһенән алға йугереп сыҡты ла ишекте ҙур итеп асып ебәрҙе, уның ҡулы урелгән көйөнсә ишек тотҡаһына көскә генә етә ине. С. Агиш. • Атанан тыумай ул булмаҫ, инәнән тыумай ҡыҙ булмаҫ. Мәҡәл. Оялсан ҡыҙ һөйкөмлө булыр. Әйтем. Ҡыҙ хаҡы — тәңре хаҡы. Әйтем. Ҡыҙҙың куҙе ҡыҙылда. Әйтем. Ҡыҙ байлығы — куркәм холоҡ. Әйтем.
2. Кейәүгә сыҡмаған еткән ҡыҙ бала. □ Незамужняя взрослая девушка. ■ Һаҡал, таҡыя кейгән — ҡыҙ булалыр, тубый ҡашмау кейгән — ҡатын булалыр. М. Өмөтбаев. Шундай ҡыҙҙар була: матурлығы йөрәгеңде китә ҡуҙғатып; гөнаһмы ни, ситтән генә балҡып, илһам биреп барһа оҙатып? Ҡ. Аралбай. Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙай бармы икән ерҙә фәрештә? Г. Ситдикова. «Ҡыҙ» тинеңме — сыңрай йәмле, мөхәббәтле тауыш. Ш. Бабич. «Мин йоланы белмәйем, эш аҙағын курәйем, аҙаҡ барһам, барырмын, ҡыҙҙы эҙләп табырмын», — тип Урал әйткән, ти. «Урал батыр». Ынйы менән биҙәнгән, ебәк менән уранған, йөҙө-башы һарғайған бер һылыу ҡыҙ куренгән. Әкиәттән. Уралымда ҡыҙҙар куп булһа ла, йөрәгемдең сәбе — һин генә. С. Юлаев. Донъяла ҡайғыны таратыр өс нәмә, бел: беренсеһе — баҡсала уҫкән төрлө матур гөл; икенсеһе — гөрләп аҡҡан шишмәнең саф һыуы; өсөнсөһө — куңелеңә рәхәт бирер бер һуҙһеҙ — баҡсала уҫкән тал сыбыҡтай зифа һылыу ҡыҙ. Ә. Ҡарғалы. Ҡыҙ кеше — ҡыҙыҡ кеше, һынап ҡарар ҡырҡ кеше; ҡыҙ кешене маҡтай-маҡтай шул ғәмдең төшөр теше. Р. Хисаметдинова. • Атаһына ҡарап улын ҡос, инәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос. Әйтем. Белемле ҡыҙ — бирнәле ҡыҙ. Мәҡәл. Бохар даны менән буҙ утер, ата даны менән ҡыҙ утер. Мәҡәл. Ебенә курә буяуы, ҡыҙына курә кейәуе. Әйтем. Егет егәр, ҡыҙ сибәр булһын. Әйтем. Ҡитер ҡыҙҙың эше куп. Әйтем. Ҡыҙ буй етһә, куҙгә сөйәл. Мәҡәл. Ҡыҙ намыҫы ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшһә — ил өҫтөндә. Мәҡәл. Ун алтыла ҡыҙ — солтан, ун етелә — сулпан, егермелә — гөлбостан, егерме берҙә — суртан. Мәҡәл.
3. Ата-әсәнең ҡатын-ҡыҙ енесенән булған балаһы. □ Дочь. М Ҡыҙы байрам концертына киткәс, яңғыҙы моңайып ултырған Нәфисә, ҡулынан бәйләмен һалып, табын әҙерләй башланы. «Ағиҙел», № 7, 2010. Әсә
648