Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 649 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘАМЫҠ
ҡуйынында ҡыҙҙар — буләк ил ҡуҙ терәп торған егеткә. Ф. Туғыҙбаева.
4. Иленең, туған халҡының ҡатын-ҡыҙ енесенән булған тоғро вәкиле. □ Дочь (народа, страны). Илдең данлы ҡыҙҙары.
5. Ата-әсәнең кейәүгә бирелгән балаһы.
□ Замужняя дочь. • Кейәугә китәһе ҡыҙҙан бумала ла ҡурҡыр. Әйтем. Киткән ҡыҙ ипле була. Әйтем. Киткән ҡыҙ — киҫкән икмәк. Әйтем. Ҡыҙҙы бәхетле иткән — ир. Әйтем. Ҡыҙ китте — ҡот китте. Мәҡәл. Ҡыҙ яҡшы ергә төшһә — ялпая, яман ергә төшһә — ҡартая. Мәҡәл. Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ — кейәуем менән ҡыҙыма, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ — киленем менән улыма. Мәҡәл. Капҡа ауыҙына ҡоҙа килһә, ҡабам менән орсоғом; кейәуем менән ҡыҙым килһә, һабам менән турһығым. Мәҡәл. Ҡомға һипкән беленмәҫ, ҡыҙға биргән ку-ренмәҫ. Мәҡәл.
6. (баш хәреф менән) астр. Йондоҙлоҡтарҙың береһе (Арыҫлан менән Үлсәу йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Дева (созвездие). Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуған.
7. миф. Башҡорт мифологияһында ҡыҙ — мифлаштырылған кеше. Уны рәнйетергә, үпкәләтергә (бигерәк тә атаһына) ярамай — ҡыҙ бала бәхетһеҙ була, тигәндәр. □ В башкирской мифологии наиболее уязвимое лицо, т. к., достигнув определённого возраста, она выходит замуж и уходит из родного дома; девушку не должен обижать отец, иначе она будет несчастливой. ■ Атаһы һуҡҡан ҡыҙ бәхетһеҙ була. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫҘ АЛЫУ (ҡыҙ ал-) (Р.: женить сына; И.: wed smb', T.: kız aimak) ҡ. этн.
Улды өйләндереү, ҡыҙҙы килен итеп алыу.
□ Женить сына, брать замуж девушку. Ҡыҙ алыу — ҡыуаныслы мәшәҡәт. • Алыҫтан ат алма, яҡындан ҡыҙ алма. Мәҡәл. Ат алһаң — ауылың менән, ҡыҙ алһаң — ырыуың менән кәңәшләш. Мәҡәл. Бай кешенең ҡыҙын алһаң,
атаһы менән маҡтаныр. Мәҡәл. Егет ҡыҙ алғас, тәуфиҡ таба. Әйтем. Ишеге ямандың өйөнә барма, әсәһе ямандың ҡыҙын алма. Мәҡәл. Йәш ҡыҙ алыу йәшәртә. Әйтем.
ҠЫҘАМЫҠ I (ҡыҙамығы) (Р.: корь; И.: measles; T.: kızamık) и. мед.
1. Тәнгә ваҡ ҡына алһыу һипкелдәр сығып, температура күтәрелеп, ике-өс көндән үтә торған йоғошло балалар ауырыуы. □ Корь, краснуха. Ҡыҙамыҡ сыҡҡан. М Өсөнсө класта уҡығанда ауыл балалары ҡыҙамыҡ менән ауырыныҡ, беҙҙең кластан бер малай, Мөкәрәмә апаның Рәуил исемле малайы ғына ауырыманы, бер нисә көнгә мәктәптә уҡыу туҡтатылды. С. Рахманғолов. Ун һигеҙ йәшлек егет көйөнсө сабыйҙар сире ҡыҙамыҡ менән ауырып, егерме көн больницала ятып, ел өрһә, тәгәрәрҙәй хәлһеҙләнеп сыҡтым. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. ҡыҙылса I. Ҡыҙамыҡ менән ауырыу.
3. миф. Ауырыу эйәһе йәки яман көстәр ебәргән ауырыу, шуға күрә унан им-том менән ҡотолоп була: ҡыҙыл күлдәк кейергә, ҡыҙыл яулыҡ ябынырға, ҡыҙыл шаршау артына ышыҡланырға кәрәк. □ Краснуха (болезнь, насылаемая духом болезни или нечистой силой, поэтому от неё можно избавиться магическими средствами: надевают красное платье, красный платок или укрываются красной занавеской). ■ Ҡыҙамыҡҡа ҡыҙыл кулдәк, ҡыҙыл яулыҡ, ҡыҙыл шаршау кәрәк. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Ҡыҙамыҡ ауырыуын ҡыҙыл әйбер менән ҡаршы алырға кәрәк. Ҡыҙамыҡ булһа, доға уҡып ҡыҙыл әйбер ябалар. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘАМЫҠ II (ҡыҙамығы) (Р: колонок; И.: Siberian polecat; T.: Sibirya vizonu) и. зоол. диал.
Һуҫарҙар ғаиләһенә ҡараған ерән йөнлө, аҡ иренле йыртҡыс йәнлек (тамыр төптәрендә, таш араһында йәшәй)', ҡыҙыл шәшке. □ Колонок (лат. Mustela sbirica).
649