Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 650 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘАМЫҠ БУТҠАҺЫ
К Ҡыҙамыҡ ерән йөнлө була, шуға уны һары шәшке лә, ҡыҙыл шәшке лә тип йөрөтәләр. Ҡыҙамыҡ һыуҙа тамыр, таш араларында йәшәй. Интернет селтәренән.
ҠЫҘАМЫҠ БУТҠАҺЫ (Р.: ритуальная еда для избавления от краснухи; И.: ritual food to cure measles; T: kızamık lapası) и. этн.
Ҡыҙамыҡ булғанда бешерелгән бутҡа. □ Ритуальная еда для избавления от краснухи. ■ Ҡыҙамыҡ булһа, ҡыҙамыҡ бутҡаһы бешереп күршеләрҙе һыйлайһың. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘАМЫҠ ИМЛӘҮ (ҡыҙамыҡ имлә-) (Р: заговаривать краснуху; И.: spell against measles; T.: kızamığı büyü ile iyi etmek) ҡ.
Ҡыҙамыҡты им-том менән дауалау ысулы. □ Заговаривать краснуху (магический способ лечения). Я Ҡыҙыл сепрәк, ҡыҙыл төҫтәге ашамлыҡ, ярма, икмәк һынығы һ. б. — ҡыҙамыҡ имләу әйберҙәре. Картотека фондынан.
ҠЫҘАМЫҠ ИНӘҺЕ (Р: дух краснухи; И.: spirit of measles; T.: Kızamığın iyesi) и. миф.
Ҡыҙамыҡ ауырыуы эйәһе. □ Дух краснухи. Я Ҡыҙамыҡ инәһе ҡыҙылдан ҡурҡа, шуға уға ҡаршы ҡыҙыл еләктәр (ҡыҙыл ҡарағат, ҡыҙыл көртмәле, ҡыҙыл бөрлөгән) ашатырға, ҡыҙыл кейем кейҙерергә кәрәк. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘАМЫҠЛАУ (ҡыҙамыҡла-) (Р: заболеть корью; И.: fall ill with measles; T.: kızamık olmak) ҡ. һөйл.
Ҡыҙамыҡ менән ауырыу. □ Заболеть корью. Улының ҡыҙамыҡлауы оҙаҡҡа һуҙылды.
ҠЫҘАМЫҠ ОҘАТЫУ (ҡыҙамыҡ оҙат-) ҡ. ҡар. ҡыҙамыҡ имләү. Я Ҡыҙамыҡты ярма менән оҙаталар: «Ҡитһен, сәселһен!» — тип. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘАМЫҠ СӘСӘГЕ и. мед. ҡар. ҡыҙамыҡ 1,1- ■ Ҡыҙамыҡ сәсәге сыҡһа,
икмәктән инәһен эшләп имсегә бирәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠЫҘ АН А (Р: фундамент печи; И.: seating; T.: ocak tabanı) и. диал.
Мейес ҡаҙнаһы. □ Фундамент печи. Ҡы-ҙана һалыу.
ҠЫҘАРА БҮРТЕҮ I (ҡыҙара бүрт-) (Р: покраснеть; И.: redden; T.: kızarmak) ҡ. диал.
Ҡан тулышып ҡыҙарыу. □ Покраснеть. Ҡыҙара бүртеп ултыра.
ҠЫҘАРА БҮРТЕҮ II (ҡыҙара бүрт-) (Р: сильно разгневаться; И.: fly into a rage; T.: öfkelenmek) ҡ. диал.
1. Бик ныҡ асыуланыу. □ Сильно разгневаться. Ҡыҙара бүртеп әрләшә.
2. Саманан тыш һимереү. □ Пополнеть, чрезмерно разжиреть. Ҡыҙара бүртеп һимергән.
ҠЫҘАРА-БҮРТӘ (Р: побагровев; И.: having flushed with anger; T.: kıpkırmızı olarak) p.
Ҡыҙыл төҫкә инеп. □ Побагровев. Ҡы-ҙара-бүртә ултыра.
ҠЫҘАРАС I (Р: краснощёкий; И.: redcheeked; T.: al yanaklı) с. диал.
Ҡыҙыл йөҙлө, алһыу битле. □ Краснощёкий. Ҡыҙарас йөҙлө кеше.
ҠЫҘАРАС II (Р: красно-рыжий; И.: till red; T.: kırmızı) с. диал.
Ҡыҙыл, ҡан ерән. □ Красно-рыжий. Ҡыҙарас төлкө. Ҡыҙарас бүре.
ҠЫҘАРҒАНСЫ (Р: докрасна; И.: till red; T.: kızarmcaya kadar) p.
Ҡып-ҡыҙыл булғансы, ҡыҙартҡансы. □ Докрасна. Битте ҡыҙарғансы ыуыу.
ҠЫҘАРТҠЫ (Р: горячие угли, собранные в загнётку; И.: embers; T.: kor) и. диал.
Мейес алдына тартылған ҡуҙ. □ Горячие угли, собранные в загнётку (во время хлебопечения). Я Икмәк йөҙө килгәс, ҡыҙартҡыны алыҫыраҡҡа тартып ҡуялар. Экспедиция материалдарынан.
650