ҠЫҘМА
функцияһын утәй. «Башҡортостан ҡыҙы». №5, 2002.
ҠЫҘМА с.
1. ҡар. ҡыҙмалы. Ҡыҙма әҙәм. Ҡыҙма булыуҙан арыныу. Ҡыҙма холоҡ.
2. ҡар. ҡыҙмаса. Ҡыҙма булған. Ҡыҙма баш. ■ Рифаттың атаһының магазин тирәһендә йыш ҡына ҡыҙма йөрөгәнен белгәнгә курә, Әхсән уҙенең дуҫын элегерәк йәлләп тә ҡуя торғайны. X. Ғиләжев.
3. диал. ҡар. быума.
ҠЫҘМАҠАЙ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II, 4.
Ҡыҙмаҡай кеше.
ҠЫҘМА-ҠЫҘМЫЙ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II, 4. Ҡыҙма-ҡыҙмый әҙәм.
ҠЫҘМАЛАНЫУ (ҡыҙмалан-) (Р.: вспылить; И.: fly off the handle; T.: kızmak) ҡ.
Ҡыҙыулыҡ күрһәтеү, ҡыҙыу холоҡло булыу. □ Вспылить. Ҡыҙмаланып китеу. Ҡыҙмаланған әҙәм.
ҠЫҘМАЛЫ (Р.: вспыльчивый; И.: quicktempered; T.: kızgın) с.
Тиҙ ҡыҙып китеүсән, ҡыҙыу холоҡло; ҡыҙма. □ Вспыльчивый. Ҡыҙмалы әҙәм. Ҡыҙмалы ҡатын.
ҠЫҘМАСА (Р.: подвыпивший; И.: tipsy; T.: çakırkeyf) с.
Бер аҙ эсеп, ҡыҙып алған. □ Подвыпивший, хмельной. Ҡыҙмаса баш. ■ Ҡаршылағы йорттан ҡыҙмаса бер нисә офицер сыҡты. И. Абдуллин. Ҡайһы бер мутыраҡ һалдаттар әллә ҡайҙан араҡы ла табып, ҡыҙмаса йөрөу әмәлен дә табалар. Д. Юлтый. Бер көндө Нәжип ҡыҙмаса баштан ҡорҙаштарына былай шапырынды: «Сәғиҙәгә ҡармаҡтың ышаныслыһын һалдым». М. Кәрим. Рәуф ағай кисә кис һуң ғына ҡайтҡайны, аҙыраҡ ҡыҙмаса һымаҡ та ине. Н. Мусин. Бер ҡыҙмаса егет телләшкән кешене эләктереп алырға самалағайны ла, тегене ауылдаштары һыуындыра һалды. Р. Солтангәрәев.
ҠЫҘМАСА БУЛЫУ (ҡыҙмаса бул-) ҡ. ҡар. ҡыҙмасаланыу. ■ Ҡуренеп тора,
Юламанов ҡыҙмаса булып алған. Н. Мусин. Бал эсеп, ҡыҙмаса булып алған агенттар быларҙың береһенә лә ҡаршы килмәне, аҡса бирергә булды. Ж. Кейекбаев. Ҡыҙмаса булып алған ирҙәр палатка алдында тимер сыбыҡҡа теҙеп ит ҡура. А. Абдуллин.
ҠЫҘМАСАЛАНЫУ (ҡыҙмасалан-) (Р.: быть навеселе; И.: be tipsy; T: çakırkeyf olmak) ҡ.
Ҡыҙмаса хәлгә килеү. □ Быть навеселе. Ҡыҙмасаланып алыу. ■ Ҡыҙмасаланып дәртләнә төшкәс, Алдарбай: «Һөжләт әле ҡурайыңды!» — тине Имән батырға. Н. Мусин. Оло ашхана залының буйынан-буйына һуҙылыулы өҫтәлдәр артында ултырып яңы йылды ҡаршылаусы офицерҙар, ҡыҙмасаланып алғас,.. уҙ-ара ҡысҡырышып һөйләшә, нимә тураһындалыр ҡыҙыу бәхәсләшә, фәлсәфә һата. Я. Хамматов. Ҡымыҙ эсеп, ҡыҙмасаланған Яҡуп старшина, Туҡтамышев, Әлмәт бай, баяр Садовский, Абсатый ҡарт һәм башҡалар керә. Б. Бикбай. Шулай ҙур эш ҡылған кешеләй булып, Филат во-лостнойға төшкө ашҡа төшә, ашай-эсә, ҡыҙмасаланып ала. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫҘМАСАН с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Үтә ҡыҙмасан әҙәм шул.
ҠЫҘМАСАУ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡыҙ-масау әҙәм.
ҠЫҘМАСЫ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡыҙмасы кеше.
ҠЫҘМАТА с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡыҙ-мата бәндә.
ҠЫҘМАТАҘ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Үтә ҡыҙматаҙ кеше.
ҠЫҘМАТАН с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡы-матан әҙәм.
ҠЫҘМЫЙ ТАҘ с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ул ҡыҙмый таҙ кеше ине.
ҠЫҘМЫЙ I с. диал. ҡар. ҡыҙма 1. Ҡыҙмый әҙәм.
ҠЫҘМЫЙ II с. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡыҙмый эш.
660