Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 661 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫҘ ҺОРАТЫУ
ҠЫҘМЫШАс. диал. ҡар. ҡыҙыу II. Ҡыҙ-мыша кеше.
ҠЫҘНАУ (ҡыҙна-) (Р.: бродить; И.: ferment; T: mayalanmak) ҡ. диал.
Әсеп, бызырлау; ғызлау. □ Бродить (о кумысе, кислушке). Ҡымыҙ ҡыҙнап ултыра. Бал ҡыҙнай.
ҠЫҘ ОҘАТЫУ (ҡыҙ оҙат-) (Р: проводы невесты; И.: seeing the bride off; T.: gelin görme) ҡ. этн.
Кейәүгә бирелгән ҡыҙҙы егет йортона ебәреү. □ Проводы невесты (обряд). Ҡыҙ оҙата барыу. Ҡыҙҙы оҙатырға ҡыҙҙың еңгәләре, ағалары, йәш-елкенсәк бара.
ҠЫҘРАС (Р: вспыльчивый; И.: hot-tempered, quick-tempered; T.: kızgın) с. иҫк.
Ҡыҙыу холоҡло, ҡыҙыу тәбиғәтле. □ Вспыльчивый, горячий. Ҡыҙрас әҙәм. Үтә-ҡыҙрас кеше. ■ Әмин батырҙың ҡыҙрас саҡтары ла бар ине, тиһәң, хәҙер бер кем ышанмаҫ. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫҘРАТАУ и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙғатау. Ҡыҙратау себеше. Ҡыҙратау йомортҡаһы.
ҠЫҘРАУ с. ҡар. ҡыҙыу II, 4.
ҠЫҘ САҠ (сағы) (Р: девичество; И.: maidenhood; T.: kızlık) и.
Кейәүгә бармаған ваҡыт; кейәүгә бармаған осор. □ Девичество, девичья пора. ■ [Сафия:] Еңелһеу булаһың ҡыҙ саҡта, тойғоға таянып йәшәйһең гел. Б. Бикбай. • Килен саҡтың рәхәте — ҡыҙ саҡтың михнәте. Әйтем.
ҡыҙ сөйө (Р: гвоздь в доме невесты; И.: ritual nail in the bride’s home; T.: bir düğün adeti) и. миф.
Оҙатыу алдынан, ҡыҙ йәки уның ҡәйнәһе, өйгә муллыҡ-байлыҡ теләп, таҫтамал элеп ҡалдыра торған сөй. □ Гвоздь в доме невесты (на который перед отъездом в дом жениха невеста или её будущая свекровь должны повесить полотенце). ■ Ҡыҙ сөйө буш ҡалмаһын тип, ҡәйнә сәйгә таҫтамал элеп ҡалдыра. Башҡорт мифологияһынан.
ҠЫҘ ТАЯНСЫҒЫ (Р: скот, подаренный матерью жениха при первом появлении невесты в доме жениха; И.: ritual wedding cattle; T.: geline hediye edilen mal) и. этн.
Килен йортҡа төшкәндә бирелгән мал (килен шул малға таянып төшә). □ Скот, подаренный матерью жениха при первом появлении невесты в доме жениха. Килен арбанан ҡыҙ таянсығына таянып төшә. ■ Кейәу менән килен ултырған кырандаслы ат ихатаға инеп туҡтау менән, ҡырына ҡыҙ таянсығы — тана һыйыр етәкләп, ҡәйнә барып баҫты, морондоҡ инәй тананың һыртына тотоноп төшөргә ҡушты һәм ыңғайына көйләп тә ебәрҙе. Г. Яҡупова.
ҠЫҘ ТӘКӘ (Р: гермафродит; И.: hermaphrodite; T.: erdişi) и.
1. Ике енесле кеше; хөнәсә. □ Гермафродит. Ҡыҙ тәкә китеп бара.
2. ҡар. ҡыҙ ҡотой. Ҡыҙ тәкә гел ҡыҙҙар эргәһендә бутала.
ҠЫҘ УРЛАУ (ҡыҙ урла-) (Р: умыкнуть невесту; И.: kidnapping, bride abduction; T.: kız kaçırmak) ҡ. этн.
Ҡыҙҙың йәки ата-әсәһенең ризалығынан тыш ҡатынлыҡҡа урлап алыу. □ Умыкнуть невесту (обычай похищения девушки). Элек ҡыҙ урлау йолаһы булған. Ҡыҙ урлау ваҡытында ҡыҙыҡ хәлдәр куп булған. • Ат урлаған бур булыр, ҡыҙ урлаған хур булыр. Мәҡәл.
ҠЫҘ ФАМИЛИЯҺЫ (Р: девичья фамилия; И.: maiden name; T.: kızlık adı) и.
Ҡыҙҙың кейәүгә сыҡҡанға тиклемге фамилияһы. □ Девичья фамилия. Ҡыҙ фамилияһын кейәугә сыҡҡас алмаштыралар. Никах теркәгәндә ҡыҙ фамилияһында ла ҡалырға була.
ҠЫҘ-ХАТЫН и. диал. ҡар. ҡатын-ҡыҙ. ■ Ҡыҙ-хатындар өмәгә куптән килде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫҘ ҺОРАТЫУ (ҡыҙ һорат-) ҡ. ҡар. ҡыҙ әйттереү. Ҡыҙ һоратырға барыу. ■ Ҡыҙ һоратыу йолаһы менән кейәугә сығыу — бо -
661