Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 710 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫУ
ҡыйып үтермен, әсәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Ысынлап та, сәтәкәй бармагымдың бер яғы ҡырҡылған, тырнаҡтың да бер яҡ сите ҡыйып алынғайны. М. Ғафури. Батырҙың йөрәгендә бик ҡаты үс-асыу урғып ташып китте. Шунан ул булат ҡылысын ҡындан һурып алды ла аждаһаның ун ике ауыҙлы ҡомһоҙ башын бер һелтәүҙә ҡыйып төшөрҙө. 3. Биишева.
2. күсм. Үлтереп, ҡырып, юҡ итеү. □ Зарубить, уничтожить. Дошманды ҡыйыу. Я Булаттан үткер яу ҡыйыр. Ҡобайырҙан. Йөҙгә-йөҙ осрашып, үҙенең булат ҡылысы менән нисә фашистың башын ҡыйҙы Кусимов? Р. Өмөтбаев. Ҡараһаҡал яуы сыҡҡайны, [Алҡыш] йәнә яу сапты, ҡандар ҡойҙо, йәндәр ҡыйҙы. Ғ. Хөсәйенов. [Юлыш:] Ҡанат елпеп осорға торған буҙ турғайыбыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы ул ҡараҡ! Ә. Хәкимов.
3. күсм. Нимәнелер шыҡыйып килеп тотоу; тибеү. □ Захватывать кого, что, камнем падая вниз. Я Ыласын да оса, ҡошто ҡыя, ҡанаттары талғас, бер төшә. С. Юлаев.
4. күсм. Күп итеп эләктереү. □ Поймать в большом количестве. Балыҡты ҡыйыу.
■ Уның ҡарауы, ҡуянды, төлкөнө ул [эт] ҡыя ғына ине! Б. Бикбай.
5. күсм. Арҡыры килеп, алдан үтеү; киҫеү, ҡырҡыу. □ Пересекать, перейти (дорогу, судьбу). Алдын ҡыйыу. Юлды ҡыйыу.
■ Теге саҡтағы шикелле, алдынан ҡыйып үткән саңғы юлы күренмәҫме тип, иғтибар менән ҡарап бара Мөбәрәк. Н. Мусин. Ярһыуҙан саҡ тын алып, йүгереп барҙы ла һабрау, яҡшыраҡ кейемле яһаҡсының юлын ҡыйып, атының теҙгененән тотоп алды. Ә. Хәкимов. Мәктәптән ҡайтып килгән ҡыҙҙарҙы Иләмән соҡорондағы ҡарға төртөп йыҡҡан уҫал малайҙарҙың юлын ҡыйҙы ул [Фәһим]. И. Ғиззәтуллин.
6. күсм. Иҫәпкә алмау, кире ҡағыу. □ Не брать в расчёт. Я Атаһы Фатиманың үте
несен ҡыя алмай, ел арба эшләтте, тим. Әкиәттән.
♦ Ҡанатты ҡыйыу ҡар. ҡанат. Тел дә ҡыймау һис тә үтмәү, бик үтмәҫ булыу. □ Затупиться (о ноже). Я [Рәхимә:] Телдә ҡыймай башланы бысағым, һ. Дәүләтшина.
ҠЫЙЫУ II (ҡый-, ҡыя) (Р.: осмелиться; И.: dare; T.: cesaret etmek) ҡ.
Батырсылыҡ, баҙнатсылыҡ итеү. □ Осмелиться, отважиться. Керергә ҡыймау, һорарға ҡыймау. Я Кем ҡыйып был мөһабәт тынлыҡты боҙор?! 3. Биишева. Гөлкәй үҙенең башта уҡ әйтергә иткән уйын хәҙер генә ҡыйып әйтте. Ғ. Аллаяров. Тик Айсыуаҡ үҙе башлап уйнарға ҡыймай, бәйгегә ашҡынып ярһыған юртаҡ һымаҡ, берәйһенең «әйҙә» тигәнен көттө. Ш. Янбаев. Һалдат башта һүҙен әйтергә ҡыймағандай ҡыланып: «Һеҙ ҡайһы яҡтар, ҡайһы губернаныҡы?» тип һүҙ башланы. А. Таһиров.
♦ Ҡыйып баҡҡыһыҙ шул уҡ ҡыйып ҡарағыһыҙ (ҡар. ҡарау). Тел ҡыймау һүҙ әйтергә батырсылыҡ итмәү. □ Не осмелиться сказать.
ҠЫЙЫУ III (Р: смелый; И.: brave; T: cesur) с.
1. Тартынып, оялып тормаусан; баҙнат -сыл. □ Смелый. Ҡыйыу бала. Я Ә кем булырға ғына хыялланмай ине ул самаһыҙ фантазёр, сикһеҙ ҡыйыу .. Әшрәф? И. Абдуллин. Әле бейергә төшкән ҡыйыу ҡыҙҙың исеме нисек булғандыр, ләкин һалдаттар уны аҙаҡтан һәр саҡ Марфута тип иҫкә төшөрҙөләр. Ғ. Аллаяров. Күңел эсенән генә, шыбырлап ҡына был ике ҡыйыу малай менән мәңгегә хушлашыр ҙа ҡайтыу яғына атлар. Н. Ғәйетбаев. Ә ҡыҙҙар, бигерәк тә матур ҡыҙҙар, ҡыйыу малайҙарҙы яҡын итә. Д. Бүләков. • Ҡыйыуҙың бәхете алдан йөрөй. Әйтем.
2. Ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле; батыр. □ Храбрый. Ҡыйыу яугир. Я Бындай саҡта ҡыйыу механик-водителдәр машиналары менән дошмандыҡына ҡаршы таранға
710