Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 711 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫУЛЫҠ
барҙылар. Ғ. Аллаяров. • Егет ҡыйыу, ҡыҙ һылыу булған яҡшы. Әйтем.
3. Ҡурҡыуһыҙ, тәүәккәл. □ Решительный. Ҡыйыу һуҙ. Ҡыйыу теләк. ■ Ҡарамдың ҡыйыу аҙымы Ғатаға тәуәккәллек өҫтәне, Шамиловтың ныҡышлығын бермә-бер арттырҙы. Ә. Хәкимов. Буреләр ниндәй булһа ла ҡыйыу аҙым яһарға баҙмайынса, миңә сиктән тыш асыумы, упкәме белгертеп, әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ҡәнәғәтһеҙлек менән бик хәтәр ырылдаша-ырылдаша, Ҡукселән урманына табан ыңғайланылар. Ш. Бикҡол ов. • Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар. Әйтем. Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул. Әйтем.
ҠЫЙЫУ IV (Р: смело; И.: bravely; T.: cesur) р.
Ҡурҡыу белмәйенсә; батырҙарса. □ Смело. Ҡыйыу эш итеу. Ҡыйыу атлау. ■ Тәуге көндә ук уҙе менән былай ҡыйыу һөйләшкән һалдаттарҙы осратҡаны юҡ ине әле уның. Н. Мусин. Башта уҡ уның шулай матростар менән ҡыйыу һөйләшә башлауы уларҙы бер аҙ ғәжәпкә ҡалдырҙы. А. Таһиров. Сәхнәгә, эре-эре аҙымдар менән ҡыйыу атлап, Зәки инә. Н. Асанбаев. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев шулай тарих донъяһына ҡыйыу атлап инә. Ғ. Хөсәйенов. Сәрбиямал хужаларса ҡыйыу атлап ойгә инде. 3. Биишева.
ҠЫЙЫУ V (ҡый-, ҡыя) ҡ. диал. ҡар. ҡайыу. Ҡулъяулыҡ ҡыйыу.
ҠЫЙЫУ VI (ҡый-, ҡыя) ҡ. диал. ҡар. ҡыйыҡлау.
ҠЫЙЫУ VII и. диал. ҡар. таҫма. Ситенә ҡыйыу тегеу.
ҠЫЙЫУҒАШ (Р.: скотина с белыми бровями; И.: cattle with white eye-brows; T.: ak kaşlı hayvan) и. диал.
Ҡашы аҡ булған мал. □ Скотина с белыми бровями. Ҡыйыуғаш быҙау.
ҠЫЙЫУҘЫ с. диал. ҡар. ҡайыулы. М Еләндең еңдәре ҡыйыуҙы булыр ине. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЫУЛАНДЫРЫУ (ҡыйыуландыр-) (Р.: делать смелым; И.: make daring; T: cesaret vermek) ҡ.
1. Ҡыйыуға әйләндереү, ҡыйыу итеү; батырайтыу. □ Делать смелым, делать отважным. Маҡтап ҡыйыуландырыу. М Беләһеңме, Нәғимә, минең артымда нимә? — тип һалдырҙы был [Зәйни], уҙен ҡыйыуландырырға тырышып. Й. Солтанов. Кем уйлаған уны [Иректе] шундай малай булыр тип. Курәһең, тормош уҙе уны шулай ҡыйыуландырған.
3. Биишева. Алпаровтың ихлас тыңларға йыйыныу ы Кәбирҙе лә ҡыйыуландырып ебәрҙе. Яр. Вәлиев.
2. эйһ. ф. ҡар. ҡыйыуланыу, безл. от ҡыйыуланыу. Нисәмә йылдар ошо эштә эшләп ҡыйыуландырған инде хәҙер.
ҠЫЙЫУЛАНЫУ (ҡыйыулан-) (Р: стать смелым; И.: become brave; T.: cesaretlenmek) ҡ.
Ҡыйыуға әйләнеү, ҡыйыу булыу; батырайыу. □ Стать смелым, отважным. ■ Зөһрә сер бирергә теләмәне, ҡыйыулана төшөп, Сәйфулланың эргәһенә ук килеп баҫты. Н. Мусин. Тәуҙә мин унан [полковниктан] бик ояла, тартына инем, тора-бара ҡыйыуландым. Д. Юлтый. Куҙәтеусе шәкерттәр аҙаҡ ҡыйыуланып китеп, алыҫҡараҡ утеп, оло юлдан ҡораллы һыбайлылар йә бер, йә икенсе тарафҡа утеуҙәрен, ниндәйҙер аңлайышһыҙ буталыш хәлдәрен дә ҡайтып һөйләнеләр. Ғ. Хөсәйенов. Йөрәктә ҡабынған ҡайнар мөхәббәт ялҡыны һурелмә-не. Киреһенсә, йылдар уткән һайын киҫкенләшә, ҡыйыулана, бәйҙән ысҡынырға теләп ашҡына ғына барҙы. 3. Биишева.
ҠЫЙЫУЛАУ (ҡыйыула-) ҡ. диал. ҡар. ҡаймалау. Кулдәк ситтәрен ҡыйыу лау.
ҠЫЙЫУЛЫҠ (ҡыйыулығы) (Р: смелость; И.: bravery; audacity; T: cesaret) и.
Ҡурҡыуһыҙлыҡ, тәүәккәллек сифаты; батырлыҡ. □ Смелость. Ҡыйыулыҡ курһә-теу. ■ Еәбдеяндың яман ҡысҡырыуы, ни хикмәттер, Шәһурәне ҡаушатманы, киреһенсә,
711