Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 712 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЙЫУЛЫ
уға ҡыйыулыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ өҫтәне. Н. Мусин. Йәп-йәш егет улемде башына ла индермәне, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, еңеу тураһында уйланы. Ә. Хәкимов. [Фәйзи:] Эштән сығам да иҫке, таныш өйгә юл тотам, бик ҡыйыу булам, ә килеп еткәс, ишек зво-ногына баҫырға ҡыйыулығым етмәйенсә, кире китәм. Н. Асанбаев. • Ҡыйыулыҡ — ярты ырыҫ. Мәҡәл. Ирҙә ҡыйыулыҡ булһа, эштә ҡыйынлыҡ булмай. Әйтем. Бер егеттец ҡыйыулығы мең егеткә дан килтерер. Әйтем. Ҡыйыулыҡ ҡыйынлыҡтан ҡотҡара. Әйтем.
ҠЫЙЫУЛЫ с. диал. ҡар. ҡайыулы. Ҡыйыулы яулыҡ.
ҠЫЙЫУҺЫҘ I (Р.: нерешительный; И.: irresolute; T.: kararsız) с.
Тартынып, оялып тороусан; баҙнатһыҙ. □ Нерешительный, робкий. Ҡыйыуһыҙ ҡыҙ.
■ Ҡарап тороуға ҡыйыуһыҙ, һаман сабыйҙарса бер ҡатлы Шәһурә һыбай елеп сығып китә, ҡурҡыу-фәләнде белмәйенсә, урмандарҙы гиҙә, йәй көндәре юл ыңғай еләк-емеш йыя, балығын ҡармаҡлай, ҡышын йә ҡуян, йә ҡор атып алып ҡайта. Н. Мусин. Береһе ҡыйыуһыҙ, ҡыҙҙар кеуек оялсан, икенсеһе ут кеуек, уткер был ике егетте беҙҙең ҡыҙҙар Ишәй менән Ҡушай тип йөрөй. Ф. Әсәнов. Был тәу ҡарауға оялсан, ҡыйыуһыҙ ғына куренгән асыҡ сырайлы, ҡаҡса егет арыу уҡ һөйләнсек булып сыҡты ла баһа! 3. Биишева. • Ҡыйыуһыҙ кеше асҡа улер. Әйтем.
ҠЫЙЫУҺЫҘ II (Р.: нерешительно; И.: irresolutely; T: kararsız) р.
Тартынып, оялып ҡына; баҙнатһыҙ ғына (эш итеугә ҡарата). □ Нерешительно. Ҡыйыуһыҙ ғына инеу. Ҡыйыуһыҙ ғына һорау.
■ Өйкөм ҡыуаҡлыҡтар төбөндәге эскәмйә янында, Тоняның һөйкөмлөлөгөнә бирелеп, Сергей ҡыйыуһыҙ ғына уның биленән ҡосаҡлап алды. А. Абдуллин. Төркөм эсенән хисапсы, клуб мөдире, .. айырылып сыҡтылар; куҙҙәрен аҫҡа төбәп, ҡыйыуһыҙ ғына, турә бойороғон утәргә итеп ҡаранылар, әммә
«дыуамал» уларға баш бирмәне. Й. Солтанов.
ҠЫЙЫУҺЫҘ БУЛЫУ (ҡыйыуһыҙ бул-) (Р: оробеть; И.: grow timid, hang back; T: çekinmek) ҡ.
Ҡыйыулыҡ етмәү, тартынып, оялып тороу. □ Оробеть, смущаться. ■ Шулай ҙа Закир малай ғына сағынан уҙенең дыуамал башына урын таба алмаған ҡыйыу, сая ҡәйнешенең былай ҡапыл уйсан, бойоҡ, ҡыйыуһыҙ булып китеу сәбәбенә һис тә төшөнә алманы. 3. Биишева. Ләкин Кугебайҙы ҡыйыуһыҙ булырға мәжбур иткән төп сәбәп бөтөнләй башҡа ине. А. Карнай.
ҠЫЙЫУҺЫҘЛАНЫУ (ҡыйыуһыҙлан-) (Р.: становиться нерешительным; И.: become irresolute; T: kararsız kalmak) ҡ.
1. Ҡыйыуһыҙға әйләнеү, ҡыйыуһыҙ булыу. □ Становиться нерешительным, оробеть. ■ Әлегәсә ныҡлы ышаныс менән килгән Зәйтунә, яңғыҙы ҡалғас, ҡапыл ҡыйыуһыҙланды, шомланды. Я. Хамматов. Солтанов ҡайһылыр арала ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалды, торған ерендә тапанды. Н. Мусин.
2. Оялып тартыныу, уңайһыҙланыу.
□ Конфузиться, смущаться. Ш Балалар, береһенән-береһе алғараҡ сығырға, яҡыныраҡ килергә тырышып, мастерҙы уратып алдылар, һис кенә лә тартынып, ҡыйыуһыҙланып тормайынса, уны башынан аяғына тиклем ентекләп ҡарай башланылар.
3. Биишева. Мин Зәйнәп тураһында һорарға ҡыйыуһыҙланып ҡына ултыра инем. Был хәбәр йөрәккә һалҡын һыу ҡойған кеуек булды. А. Карнай.
ҠЫЙЫУҺЫҘЛЫҠ (ҡыйыуһыҙлығы) (Р: нерешительность; И.: timidity; T: kararsızlık) и.
Ҡурҡаҡлыҡ, оялсанлыҡ сифаты. □ Нерешительность, робость. ■ Хәҙер бында икәуҙән-икәу генә ҡалғас, Байрасты ла ниндәйҙер ҡыйыуһыҙлыҡ солғап алды. 3. Биишева. Ҡыҙҙың ҡыйыуһыҙлығына Миңле -ғәленең асыуы ҡабарҙы. Я. Хамматов.
712