Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 713 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҡыйыш-мыйыш
Уның [Баймораттың] ҡыйыуһыҙлығына Гөлсөмдөң асыуы килеп тора, ахырыһы. Н. Мусин. [Фәтхулланың] килеуемә ихлас куңелдән һөйөнгәне куренеп тора. Был минең ҡыйыуһыҙлығымды ҡыуа башланы. Д. Юлтый.
ҠЫЙЫШ I (Р.: кривой; И.: crooked, curved; T: eğri) с.
1. Тура йүнәлешкә, төҙ рәүешкә ярашһыҙ; кәкре, салыш, ауыш. □ Кривой, косой. Ҡыйыш ишек. Ҡыйыш бағана. Ҡыйыш ситән. Ҡыйыш ауыҙ. М Вагон эсе һалҡынса, Азамат, шундағы ҡорораҡ нәмәне кейеп, Салауаттың ҡыйыш карауатына барып ятты. Р. Солтангәрәев. Ифрат йәмһеҙ кешеләр була, әммә уларҙың һәр нәмәһе уҙенеке: кәкре танауы ла, ҡылый куҙе лә, ҡыйыш ауыҙы ла, һалбыр ҡолағы ла... М. Кәрим. Урамдан ҡыйыш арбаға ултырған бер еврей ҡарты килә. Д. Юлтый. • Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә упкәләмә. Әйтем. Ен һуҡҡандың ауыҙы ҡыйыш. Әйтем. Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһын, бай балаһы һөйләһен. Әйтем. Салышҡа — ҡыйыш. Мәҡәл. Ҡыйыш ағастың ботағы төҙ булмаҫ. Әйтем.
2. кусм. Дөрөҫлөккә ярашһыҙ; яңылыш. □ Ошибочный, неправильный. ■ Тәуҙән ук ҡыйыш юлды һайлаған кеше ҡайҙа ла уцмай инде ул. Ә. Хәкимов. Ҡәңәшмәнең ҡыйыш юлға төшөп барыуынан хәуефләнә төшкән Мулланур Вахитов шул саҡ аяғурә баҫты. Р. Байымов.
♦ Ҡыйыш тейәү эсеп алыу. □ Заложить за воротник (выпить). ■ Сабираһы көрәшселәргә ҡарап онотолобораҡ торған бер арала, [Ринат] уҙе кеуек ҡыйыш тейәгән бер иптәше менән, ике ҡулына ике шешә тотоп, урман эсенә, ағастар араһына, кереп китте. Ф. Әсәнов.
ҠЫЙЫШ II (Р: криво; И.: askew; T: çar-pik) р.
1. Тура йүнәлешкә, төҙ рәүешкә ярашһыҙ; кәкре, салыш, ауыш. □ Криво. Ҡыйыш атлау. ■ «Үт, Рауза... ни... курешә-
йек...» — Ишмөхәмәт, бер яҡҡа ҡыйыш уңалған биле яҙылмағанлыҡтан ыҡтыра баҫып, Рауза ҡаршыһына ығышты. Т Ғарипова. • Ҡыйыш ултырһаң да тура һөйлә. Әйтем. Ҡыйыш атһаң да, тура тейҙер. Әйтем.
2. кусм. Дөрөҫлөккә ярашһыҙ; яңылыш.
□ Ошибочно, неверно. ■ [Имән батыр:] Үпкәләмә, Алдар батыр, төҙ ултырып, ҡыйыш һөйләй белмәйем. Н. Мусин.
ҠЫЙЫШБАШ и. диал. ҡар. тырпыса кендеге. Ҡыйышбаш һынып сыҡҡан.
ҠЫЙЫШҠА и. диал. ҡар. койошкан.
Ҡыйышҡаһын рәтләп ҡуйыу.
ҠЫЙЫШҠУЛ (Р: нечист на руку; И.: light fingered person; T: yalancı, eli uzundur) и. диал.
Алдау, хәйлә менән шөғөлләнгән кеше.
□ Нечист на руку, обманщик. М Улар нәҫелдәре менән ҡыйышҡулдар инде. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЙЫШ-МЫЙЫШ I (Р: весь искривлённый; И.: all askew; T: eğri büğrü) с.
Төрлө яҡҡа, төрлөсә ҡыйыш; кәкре-бөкрө. □ Весь искривлённый, очень кривой. Ҡыйыш-мыйыш ултырғыс. • Тәҙрәгә һирпелгән бөрсөк-бөрсөк тамсылар, ҡыйыш-мыйыш эҙ ҡалдырып, аҫҡа һуҙыла. Я. Хамматов. Был ерҙәр һуңғы йылдарҙа тапан-тыға әйләнде, колхоздың һарыҡ фермаһы Сулпылыға кусерелгәндән бирле, салғы ҡайырып алмаҫлыҡ улән тугел, хатта ҡайынлыҡ эсендә ҡыҙыл бөрлөгән уҫмәй хәҙер, ҡайҙа ҡарама — ҡыйыш-мыйыш һуҡмаҡтар, һарыҡ тиҙәге, ҡар, ямғыр һыуҙары йыуып алып киткән ҡара тупраҡ аҫтынан сыҡҡан ваҡ таштар. А. Мағазов.
♦ Ҡыйыш-мыйыш һүҙ ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, теләһә ниндәй, тиҫкәре һүҙ.
□ Слово не по сути. Ҡыйыш-мыйыш юл йәмәғәтселек өсөн зыянлы, үҙе өсөн хәүефле юл. □ Неправедная дорога.
ҠЫЙЫШ-МЫЙЫШ II (Р.: вкривь и вкось; И.: all askew; T: eğri büğrü) p.
713