ҠЫЙЫШТЫРЫУ
Төрлө яҡҡа, төрлөсә ҡыйшайып; кәкре-бөкрөләнеп. □ Вкривь и вкось. Ҡыйыш-мыйыш барыу. М Уның [Миңнекәйҙең] янына, ҡыйыш-мыйыш атлап, Камали барып етте. Ғ. Хәйри. Гел генә дөрөҫ эшләп донъя көтөп булмай, ҡыйыш-мыйыш төшөп китергә лә тура килә. Р. Солтангәрәев. Кәшфулла, ҡағыҙҙы аҡтарып, ҡыйыш-мыйыш яҙылған ошо һуҙҙәрҙе уҡыны: «Һәләк итмәгеҙ, зинһар! Тейешле урынға тапшырығыҙ. Исеме юҡ». М. Кәрим, һылыу ҙа инде хәҙер, хур ҡыҙы булып алғас, эреләнеп киткәндер инде, курәһең, «уҙегеҙ килегеҙ» тигән булып, башын ҡыйыш-мыйыш һалған булып, иркәләнә ине. Т. Йәнәби.
ҠЫЙЫШТЫРЫУ (ҡыйыштыр) ҡ. йөкм. ҡар. ҡыйышыу 1, 2. понуд. от ҡыйышыу 1, 2. Дошмандарҙы уҙ-ара ҡыйыш-тырыу.
ҠЫЙЫШЫУ (Р.: сражаться, рубиться; И.: fight (with cold steel)', T: (kılıçla) vuruşmak) ҡ.
1. Үткер ҡорал менән ҡара-ҡаршы һуғышыу. □ Сражаться, рубиться. ■ Бикбай менән Ҡуйсар ҡылыс менән ҡыйышҡанда, Йәмилә урындыҡ аҫтына инеп йәшенә. Халыҡ ижадынан. Ризалашмай сараһы юҡ ине уның [Сәйфелмөлөктөң], сөнки, купме ҡыйышып, Юлышты ла, унан һуң Кук Ҡорт ырыуына хужа булған Сырымды ла ҡорал менән баш һалдыра алманы. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Үҙ-ара тартҡылашып, көрәшеп, еңешеү. □ Тягаться, ссориться. ■ Тигеҙ генә бармай донъялар, ҡыйышып та ҡай саҡ ҡуялар. X. Назар. Куршеләре Мырҙабай ағай менән ғумер буйы ҡыйышып йәшәнеләр [Аманаттар ]. Р. Байымов.
3. кусм. Нимәлер эшләргә көсөргәнеп тырышыу; ныҡышыу. □ Упорствовать в чём, настаивать на чём. М Ни булһа булыр, тракторға ултырам, тип ҡыйышҡайны [Гата], атаһы ҡырт киҫте. Ә. Хәкимов. Быға тиклем Ишемъяр егеттәре беҙҙең арттан йөрөргә бик ҡыйышып ҡараһалар ҙа, сер
бирмәйбеҙ. Р. Камал. Ә татарҙарҙы тегеләй ҙә, былай ҙа һындырыуы ҡыйын. Үҙ диндәре тип ҡыйышалар. Ғ. Хөсәйенов.
ҠЫҠАЙм бал. һөйл. ҡар. ҡаҡай.
ҠЫЛ (Р: волос; И.: bristle; horsehair; T: kıl) и.
1. Аттың ялы, ҡойроғондағы сәсе. □ Волос. // Волосяной. Ат ҡылы. Өс бөртөк ҡыл. Ҡыл арҡан. ■ [Толпар:] Өс бөртөк ҡылымды ал да уҙемде ебәр. Кәрәк саҡта, шуны өтөп, мине саҡырырһың. Әкиәттән. Шәһурә, Мөбәрәккә ҡушып, ат ҡылынан төрлө ҙурлыҡтағы бумалалар яһатып алды ла кереште яңы эшкә. Н. Мусин. Ике сажин араға ике бағана ҡаҙып ултыртып, арҡыры йыуан ағасын нығытып, дар һымаҡ нәмә эшләнеләр. Арҡыры ағасына ат ҡылынан ишелгән элмәкле дурт бау таҡтылар. Ғ. Хөсәйенов. Кук Ҡорт егеттәре дошманды баҫмалатып ҡыуалай, куптәрен йә һуйыл менән һуғып, йә ҡыл арҡан менән ҡороҡлап, аттарынан бәреп төшөрҙөләр. Ә. Хәкимов. Малайҙарҙы элекке мәсет, хәҙерге клуб алдындағы телефон бағанаһына ҡыл дилбегә менән бәйләп ҡуялар ҙа уҙҙәренең хөкөм ҡарарын еренә еткерергә булалар: эргәләге тирәктең ботағын һындырып алалар ҙа тотоналар туҡмарға. Р. Солтангәрәев. • Ҡыҙҙар исеме ҡылдан нескә. Әйтем. Бысраҡ ҡатын йылына етмеш йөк ҡыл ашатыр. Әйтем. Ҡыҙҙың куңеле ҡыл кеуек, көйләмәһәң — тиҙ китер. Әйтем. Ир муйынында ҡыл арҡан серемәҫ. Әйтем. Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ҡыл утмәҫ. Әйтем.
2. Ҡайһы бер хайуандарҙың шырт йөнө. □ Щетина. Сусҡа ҡылы. Ҡыл өтөу.
3. Музыка ҡоралының сиртә торған ебе. □ Струна. Ҡумыҙ ҡылы. Гитара ҡылы. ■ Егеттең бармаҡтары думбыра ҡылдарына тейер-теймәҫтән, дала буйлап кумәк аттарҙың сабышыуына һәм дошмандарын ҡаҙаҡ егеттәре ҡыйратыуына оҡшаған ваҡытты хәтерләткән көй яңғыраны. Я. Хамматов. Дивизия командиры
714