Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 715 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛАНДЫРЫУ
ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, ҡалтыранған тауышы, үтә ныҡ тартылған скрипка ҡылындай, ваҡыт-ваҡыт сыңлап ишетелде. Р. Өмөтбаев. Йомағол ҡарт, ниһайәт, скрипка ҡылдарын көйләп бөттө шикелле, ҡәнәғәт төҫ менән һулап ҡуйҙы ла аяғын йәтешлә-берәк баҫты. Р. Солтангәрәев. Беҙҙең ҡолаҡтар ҡарпайҙы, күҙҙәр ҙурайҙы. Тағы быуындар скрипка ҡылдары кеүек тартылды. Д. Юлтый. • Ҡумыҙҙағы ҡыл моңло, етем үҫкән ҡыҙ моңло. Мәҡәл.
♦ Ҡылын тартып [йәки сиртеп] ҡарау кемдеңдер уйын, ниәтен, яйын белер өсөн ситләтеп һөйләшеү. □ Зондировать, прощупывать почву. К Кисҡорон, Таштуғайҙағы туғандарына инеп хәл белешкәс, тимерлектә тимер сыңлау ын ишетеп, Килдебәк аулаҡта Кәримбайҙың ҡылын тартып ҡарамаҡ булды. А. Абдуллин. Иртәгеһенә ҡалаға килеп, Өфө поезына ултырғас, Рифҡәт тағы Менәүәрәнең ҡылын тартып ҡарамаҡсы итте. Н. Мусин. Ҡыл да ҡыбырлатмау бер ниндәй эш эшләмәй тик йөрөү. □ Палец о палец не ударить. ■ Ат ҡараҡтары аҙна буйы һый-хөрмәт күреп ятты: берәү ҙә уларҙы борсоманы, улар ҙа бер ҡыл да ҡыбырлатманы. Р. Камал. Ә Маһинур, иренең ҡамалыуына ай уҙып, унан бер хәбәр ҙә булмағас, комиссарҙың ҡыл да ҡыбырлатмауын, ярҙам итәм тип алдауын аңлағайны инде. Ә. Хәкимов. Ҡылдан нәҙек 1) бик ныҡ нәҙек. □ Очень тонкий; 2) теге донъяла бар тип фараз ителгән ожмах юлындағы сират күперенең һүрәтләнгән рәүеше. □ Тоньше волоска (о месте через чистилище, якобы проложенном над адом и ведущем в рай). Ҡылды ҡырҡҡа ярыу төрлө яраҡлы-яраҡһыҙ юлдар менән мөмкин булмаҫтай нәмәләрҙе эшләү. □ Копаться, скрупулёзно разбираться в чём-то. в Туғыҙаҡтың эле ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып йөрөгән сағы. Т. Килмөхәмәтов. Ҡыл йыуғыс шыма телле. □ Краснобай, пустозвон. Ҡыл ке
үек үтә нәҙек. □ Как волосок, тонюсенький. Ҡыл өҙөрлөк тә хәл ҡалмау тамам арып, тамам хәлһеҙ булыу. □ Совершенно обессилиться. Ҡыл өҫтөндә бик хәүефле хәлдә. □ На волоске. Я Ватаныбыҙҙың яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Фронттан туҡтауһыҙ ҡайғылы хәбәрҙәр килеп тора. Ф. Әсәнов. Ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙең нимәгә кәрәге бар? Н. Асанбаев. • Ҡыҙ намыҫы ҡыл өҫтөндә, ҡылдан төшһә — юл өҫтөндә. Мәҡәл. Ҡыл тартҡан кеүек төп-төҙ. □ Совершенно ровный, прямой. Ҡыл тартҡан кеүек юл. Ҡыл ярырҙай үткер, сая. □ Бойкий, смелый; отчаянный.
ҠЫЛА (Р.: налог; И.: tax; levity; T.: vergi) и. иҫк.
Ер, хужалыҡ, төрлө килем иҫәбенән дәүләт алған түләү; яһаҡ, һалым. □ Налог. Я [Генерал:] Бына һеҙҙә бик күп ер бар. Бер ҙә файҙаһыҙ, айыу йөрөп ятҡан ер өсөн көс еткеһеҙ ер ҡылаһы түләйһегеҙ. Әкиәттән.
ҠЫЛАМ и. диал. ҡар. сүп-сар. Я Ана, донъяһы ҡылам булып ята. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛАМЫҠ (ҡыламығы) и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙыл шәшке. Кыламыҡ тиреһе.
ҠЫЛАНДЫРЫУ (ҡыландыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡыланыу, понуд. от ҡыланыу. Баланы үҙ иркенә ҡыландырыу.
2. Борғоландырып, ҡыйшан-мыйшан иттереү. □ Кривлять, гримасничать. Ауыҙын ҡыйыш-мыйыш ҡыландыра. Я Ә инде лейтенант артынан ишек ябылғас, атылып сығырға торған йәштәр юҡ булғас, ул, ҡылансыҡ һалдаттар һымаҡ, саманан тыш ҡыландырып (киноларҙа, театрҙарҙа аҙ күрергә тура килмәне) честь бирҙе. И. Абдуллин. Ә Сания миңә тишерҙәй булып ҡараған да, ауыҙын ҡыйыш-мыйыш ҡыландырып, тәҙрә төбөндә көнбағыш ярып ултыра ине. М. Тажи.
3. Улай-былай итеп нимәлер эшләү, йәтешләү, йүнләү. □ Вытворять, делать, выделывать. Я Ҡыҙ толомон төрлөсә ҡыландыр
715