ҠЫЛАНСЫҠ
ҙы: берсә артҡа ташланы, берсә бите генә куренерлек итеп туҙғытты. Р. Солтангәрәев. Уға [Гөлсинәгә], сәсен оҫта ни төҫлө ҡыландырһа ла, барыбер ине хәҙер. Ф. Әсәнов. [Шәфәҡ] нимәләр генә ҡыландырманы! Әллә йөҙ төрлө улән, мең төрлө сәскә ҡайнатып эсерҙе, шуларҙың быуҙарына тотто. Ш. Бикҡолов.
ҠЫЛАНСЫҠ (Р: кокетливый; И.: affected; T.: cilveli) с.
Борғоланып, һырғаланып, төрлөсә ҡыла-ныусан. □ Кокетливый, жеманный. Ҡылансыҡ бала. М Тора-бара юлаусылар башта бик ҡылансыҡ куренгән был ҡыҙҙы ла уҙ иттеләр. Р. Солтангәрәев. Улар [Бибештәр] Тимербайҙар тыҡрығына килеп еткәндә, бында бик куп ҡыҙҙар йыйылғайны. Хатта бая лапаҫ башынан әрләшеп төшөп киткән уҫал Заһира ла, ҡылансыҡ Гөлйыһан да ҡалмағайны. 3. Биишева. Туңәрәк битле, керпектәрен һөрмә тартып оҙайтҡан, ҡылансыҡ холоҡло китапханасы ҡыҙ уҙ алдында торған һалдаттың ауыҙына төбәлгән. Н. Мусин.
ҠЫЛАНСЫҠЛАНЫУ (ҡылансыҡлан-) (Р: кокетничать; И.: flaunt; T.: cilvelenmek) ҡ.
Кеше иғтибарын йәлеп итергә, оҡшарға тырышып, борғоланып-һырғаланып, төрлөсә ҡыланыу. □ Кокетничать. ■ Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙҙа мәктәптең хисапсыһы сифатында уҙемдең эшмәкәрлегемде бөтә киңлегенә йәйелдереп ебәрҙем, — тине Йосоп, ҡылансыҡланып. Н. Мусин. Мөсфирә артыҡ наҙланып, ҡылансыҡланып торманы, бары алдан Бибигә генә кәңәш итте. Б. Рафиҡов. Сафия, юрамал ҡылансыҡланып, кейәуенең ҡулын ситкә этте. Я. Хамматов.
ҠЫЛАНЫУ (ҡылан-) (Р: действовать; И.: act; T.: davranmak) ҡ.
1. Билдәле бер рәүештә эш итеү, эшләү. □ Действовать, вести себя (каким-л. образом). Үтә һаҡ ҡыланыу. Белмәй ҡылана. Ҡылана биреу. Ҡыланып алыу. Ҡыланып йөрөу. Ҡыланып тороу. М Әхмәди өйҙә бул
ған саҡтарҙа, бисәләр ул тиклем шауламайҙар. Ә инде йорт хужаһы алыш-биреш эштәре менән ситкә сығып китһә, улар иркен ҡыланалар; уларҙың шаулауына тауыш алмаштырып булмай. Ж. Кейекбаев. Тимербай сыҙай алмай, рәхәтләнеп көлә. Гумэров уның шундай иркен ҡыланыуына һоҡлана ине. С. Агиш. Ҡыҙ һағайҙы. Нимә унда? Теге өсәу ҡайтты тиер ине, улар һаҡ ҡыланып тормаҫ. Н. Ғәйетбаев. Улар кисәге кеуек һаҡ ҡыланмай, ямғырлы көндә кем йөрөр тиһең, тиҙәрҙер инде. Н. Мусин. • Ни ҡыланһа, шул килешә өйләнмәгән егеткә. Мәҡәл.
2. Үҙен ниндәйҙер бер сифатта күрһәтергә тырышыу. □ Представляться, изображать из себя кого-то. Ҡыланып йөрөу. Ҡыланып тороу. М [Йәғәфәр:] Эйе, уларҙыҡы! Ҡалай эре ҡыланалар! Ғәрәпте кешегә лә һанамайҙар, иблестәр! Н. Асанбаев. Ботаҡтан ботаҡҡа лапылдап осоп йөрөгән һайыҫҡан ғына, эре ҡыланып, уҙенең ләститен сәсә, әммә уға иғтибар итмәйҙәр. Д. Бүләков. Амантаев был егетте электән ук яратып еткермәй ине. Начальник алдында ултырған секретарь ҡатындар һымаҡ, харап эре ҡылана. Р. Солтангәрәев. Гәлимәнең тырнағына ла тормаҫтай кешелә, ир затынан булған өсөн генә әллә кем булып ҡылана! Т. Ғарипова.
3. Кеше иғтибарын йәлеп итергә теләп, борғаланыу, һырғаланыу, ҡыйшан-мыйшан килеү. □ Кокетничать, манерничать, ломаться. Балалар ҡыланып бейейҙәр. ■ Ипле баҫып бейе лә, бейеуҙәрең килбәтһеҙ; әллә, егет, оялаһың, ҡыланыуың ҡыйыуһыҙ. Халыҡ йырынан. [Зәки - Зәйтунәгә] Хәйләләшмә! Белмәгән, курмәгән оло ағай алдында шырҡ-мырҡ ҡыланыуың бик тә йәпһеҙ! Я. Хамматов. Улай-былай һикергеләп, бейегән рәуешле ҡыланды, «һай, афарин, Шәрәй, оҫта баҫаһың!» тип ихлас хуплаусылар ҙа табылды. М. Кәрим. Ә Вазифа .. кеше алдында ғынамы лышҡ-лышҡ илаған һымаҡ ҡыланды. Ҡуҙенән йәштәрен һөртөп булашты. И. На-сыри.
716