ҠЫЛАУЫҠ
ҠЫЛАНЫШ (Р.: поступок; И.: action; Т.: davranış) и.
1. Эш ҡылыу рәүеше; ҡылыҡ. □ Поступок, выходка. ■ Харис һәр һуҙе, ҡыланышы менән Дилбәргә уҙенең тик яҡшылыҡ ҡына теләуен курһәтергә тырышты. Г. Ғиззәтуллина. Уның был ҡыланышына ошонан аҙаҡ Мөбәрәк тә аптыраны, сөнки купме йылдар магазинда эшләп тә, атаһының өйгә эсеп ҡайтҡаны ла, икәуҙән-икәу эсеп ултырғандары ла юҡ ине. Н. Мусин. Бөтәһе лә нисектер көтмәгәнсә, уйламағанса килеп сыҡты. Хәсән уҙенең ҡыланышына уҙе лә иҫәп биреп өлгөрә алманы. Ф. Әсәнов. Рамазан уҙен яман һуҙҙәр менән әрләне. Суминовтың кисәге ҡыланышынан һуң куҙ яҙҙырмай куҙәтергә тейеш ине бит ул! Ә. Хәкимов. Ҡыланыштарына ҡарағанда, был ағай ҙа Батыр менән Хәлит хәлендә ҡалған, һаман алан-йолан ҡарана, йөҙө уғата борсоулы. Н. Ғәйетбаев. • Ағас емешенән, әҙәм ҡыланышынан беленер. Әйтем.
2. Үҙ-үҙеңде тотоу рәүеше; йөрөш, торош. □ Манера. ■ Ямғыр иләге утәләй асыҡ ҡына куренмәй ҙә йөҙҙәре, тик Мотаһар һәр береһен уларҙың тауышына, ҡыланышына ҡарап айыра. Й. Солтанов. [Ғариф] Йыһандың төҫө боҙола башлаған йөҙөнә, уның ҡыланышына һирәк-һаяҡ ҡына ҡарап ҡуя. Ғ. Хәйри. Кейенеу, атлау, ҡыланыштар, һуҙҙе башлап алып китеуҙең ни тиклем әһәмиәтле икәнлеген Арынбаҫаров куреп ултырҙы. Д. Бүләков.
ҠЫЛАУ I (Р.: иней; И.: hoarfrost; T.: kırağı) и.
Һыуыҡта ағасҡа һ. б. ҡунған ҡырау; бәҫ. □ Иней, изморозь. ■ Тотош ҡылау менән ҡапланған сабан ат һалмаҡ атлап кәртә яғына утте. 3. Биишева. Таңға ҡырау төшә лә һорғолт тут сыбарлаған ергә ялпаша башлаған уләндәрҙе туңдырып, аҡ ҡылау менән ҡаплай. Н. Мусин. Ағастар шарт-шорт килеп сатнай, юғары кутәрелгән яға
һәм бурек ситтәрен аҡ ҡылау ҡаймалаған. Й. Мостафин.
ҠЫЛАУ II (Р: бельмо; И.: cataract; T.: göz lekesi) и.
Күҙҙе ҡаплап һуҡырайтҡан шекәрә; аҡ.
□ Бельмо. Куҙенә ҡылау төшкән. Ҡылау һалыу. Ҡылау төшкән быҙау. ■ Затлы тоҡомдан булғанға курә, Дөлдөл элек-электән райондағы бөтә колхоз председателдәренең куҙҙәрендә ҡылау булып ултырған. Ш. Бик-ҡолов.
ҠЫЛАУ III (Р: ящур; И.: foot-and-mouth desease; T.: şap hastalığı) и. вет.
Йәш малдың теленә сығып, имергә ҡамасаулап, эсен китәргән сабыртҡы. □ Ящур. Быҙауҙар ҡылауҙан интегә.
ҠЫЛАУЛАНЫУ (ҡылаулан-) (Р: покрываться инеем; И.: become covered with hoafrost; T.: kırağı çalmak) ҡ.
Ҡылау, бәҫ менән ҡапланыу; бәҫләнеү.
□ Покрываться инеем, изморозью. Ағас ботаҡтары ҡылауланған. ■ Урмандар ҡылауланып ҡарға төрөнгәндәр ҙә төнгө йоҡоға сумғандар. Т. Хәйбуллин.
ҠЫЛАУЛАУ I (ҡылаула-) (Р: покрывать инеем; И.: cover with hoarfrost; T.: kırağı çalmak) ҡ.
Ҡылау, бәҫ менән ҡаплау; бәҫләү. □ Покрывать инеем, изморозью, һалҡын ағас ботаҡтарын ҡылаулаған.
ҠЫЛАУЛАУ II (ҡылаула-) (Р: затянуться бельмом; И.: get covered with cataract; T.: göz lekesi ile kapanmak) ҡ.
Аҡ шекәрә менән ҡапланыу, аҡ һалыу.
□ Затянуться бельмом, һыйырҙың куҙе ҡылаулаған.
ҠЫЛАУЛАУ III (ҡылаула-) (Р: болеть ящуром; И.: be ill with foot-and-mouth desease; T: şap hastalığı ile hastalanmak) ҡ.
Тел сабыртмаһы менән ауырыу. □ Болеть ящуром. Ҡылаулаған тай.
ҠЫЛАУЫҠ (ҡылауығы) и. диал. ҡар. бәҫ II, 1. Ағастарға ҡылауыҡ ҡунған.
717