ҠЫЛАУЫР
ҠЫЛАУЫР (Р.: туберкулёз шейных желез; И.: thyroid gland ТВ; T: lenf bezi tüber-külozü) и. мед.
Тамаҡ, ҡолаҡ аҫты, муйын биҙҙәрендәге ағып торған шешек. □ Туберкулёз шейных желез. Ҡылауыр менән ауырыу. Ҡылауырҙан дауаланыу. ■ Ололар балаларҙа була торған ҡылауыр ауырыуы тураһында белгәндәр. Картотека фондынан.
ҠЫЛАУЫР ЭЙӘҺЕ (Р.: дух туберкулёза шейных желез; И.: spirit of the thyroid gland ТВ; T: lenf bezi tüberkülozü iyesi) и. миф.
Ҡылауыр ауырыуы эйәһе. □ Дух туберкулёза шейных желез. Ҡылауыр эйәһен ҡыуыу.
ҠЫЛБАЙ с. диал. ҡар. ҡылтым. Ҡылбай кеше.
ҠЫЛБАШ (Р: сосальщик; И.: round worm; T.: yuvarlak kurt) и. мед.
Ғәҙәттә, кешенең һуҡыр эсәгендә үрсей торған арт яғы йыуаныраҡ, баш яғы ҡыл һымаҡ нәҙек имгес ҡорт (бабасыр төрө). □ Сосальщик (разновидность глистов). В Ҡылбаштан әрем орлоғон ҡайнатып әсәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛБУҒЫРҘАҠ (ҡылбуғырҙағы) и. мед. диал. ҡар. боғарлаҡ. ■ Ҡылбуғырҙағына һыуыҡ уткән. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛБЫР I с. диал. ҡар. теремек. Ҡылбыр бала. Ҡылбыр бәрәс.
ҠЫЛБЫР II с. диал. ҡар. ҡаты. Ҡылбыр таш.
ҠЫЛБЫРБАШ (Р: трясунка; И.: quaking grass; T: zembilotu) и. бот.
Ҙур һоло башлы, оҙон ҡыяҡ япраҡлы туғай үләне. □ Трясунка (растение) (лат. Briza maxima). Ҡылбырбаш сәскәһе.
ҠЫЛ БӘЙЛӘҮ (Р: перевязывание волосом; И.: tieing up ritual; T: kıl bağlamak) и. миф.
Бабаның, үҙенең иҫәнлеген теләп, ҡырҡ беренсе балаға ҡыл бәйләүе, сөнки уға
40 баланы ғына сөннәтләргә ярай. □ Перевязывание, завязывание волосом. В Баба балама ҡыл бәйләгәнен һиҙҙем. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛҒАЛАҠ (ҡылғалағы) и. бот. диал. ҡар. күрән. Баҫыуҙы ҡылғалаҡ баҫҡан.
ҠЫЛҒАН (Р: ковыль; И.: feather grass; T: bitki türü) и. бот.
Ялбырлап ултырған йөнтәҫ сал башлы ҡыяҡ үлән. □ Ковыль (лат. Stipa). Ап-аҡ сәсле ҡылған. Сал ҡылған. Ялан ҡылғаны. В Ат өҫтөндәге сөгөлдөр танаулы, сәстәре дала ҡылғанылай һәр саҡ тырпайышып тороусы, биттәренә һипкел төшкән һары малайҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Д. Бүләков. Эй, сайҡалды дала ҡылғаны, бер-береһенә ниҙер ымланы. М. Кәрим. Сал ҡылғандар бәүелеп ултырған киң ялан. Алыҫта-раҡ өйөр-өйөр йылҡылар эркелешеп йөрөй. Н. Мусин. Ишек алдарында йылғалар аға башлағанда инде, бында йәшел ҡылғандар башын күрһәтә, һары сәскәләр йылмайыша башлай. Р. Солтангәрәев.
ҠЫЛҒАН БӘЙЛӘҮ (ҡылған бәйлә-) (Р: привязывать ковыль; И.: tie feather grass up; T: konak evini bildirmek için kapıya sorguç otu bağlamak) ҡ.
Юлаусы төшөрә торған өй икәнен белдереү өсөн ҡапҡа башына ҡылған көлтәһе ҡуйыу. □ Привязывать ковыль (для обозначения дома, хозяева которого берут на постой). ■ Юл кешеһе ҡылған бәйләгән өйгә барып инер ине әүәле. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛҒАНЛЫ (Р: ковыльный; И.: feather grass; T.: sazlı) с.
Ҡылған үҫкән, ҡылғаны булған. □ Ковыльный. Ҡылғанлы ялан. Ҡылғанлы бесән. Ҡылғанлы тау битләүе. В Сәскәгә бай яланда, тауҙағы ҡылғанлы көтөүлектәрҙә быҙауҙар ниндәй кинәнеп утлай!.. А. Абдуллин. Үткер тимер менән селекле, ҡылғанлы ерҙең ҡыртышын һыҙырып ырғытҡандар ҙа ситкә өйгәндәр, үҙҙәренсә тауҙы
718