Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 719 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛДЫРЫУ
һөҙәкләгәндәр, э сей ергә ҡырсын, ваҡланған һуйырташ ташый башлағандар. Р. Солтангәрәев. Борон ҡырағай аттар, ҡолан, тарпандар бик ишле булған икән. Ҡылғанлы далалар, туғай, үҙәндәр уларҙың төп төбәге булған. Ғ. Хөсәйенов. Диңгеҙ кеуек тулҡынып ятҡан аҡ ҡылғанлы икһеҙ-сикһеҙ далала бер генә ҡыуаҡ та, бер генә ағас та күренмәй.
3. Биишева.
ҠЫЛҒАНЛЫҠ (ҡылғанлығы) (Р.: ковыльник; И.: feather grass grown place; T.: saz büyüyen yer) u.
Ҡылған үҫкән ер. □ Ковыльник, ковыльное поле. Н Күр инде, әле йәй уртаһы яңы етеп килеүгә ҡарамаҫтан, ҡара көйөп ятҡан ҡола ер ҙә һап-һары ҡылғанлыҡтар ғына. Б. Бикбай. Йәй көнө бөтә Түңгәүер өрөм ботағы ошо киң, тулҡынланып ятҡан ҡылғанлыҡ диңгеҙе эсендә иркенләп ағып ятҡан Ялпаҡйылғаға килеп йәйләгәндәр. Ғ. Дәүләтшин.
ҠЫЛҒАН СӘС (Р.: волосы цвета ковыля; И.: hair color feather; T: açık renkli saç) и.
Аҡһыл һары йәки сал сәс. □ Волосы цвета ковыля. М Хәҙер инде ҡарашты бына быға, сиңерткә кеүек оҙон ботло, яҡты зәңгәр күҙле, ҡылған сәсле һылыу ҡыҙға, күсерәйек. 3. Биишева. Ул [Кригер-Соколовский] — зәңгәр күҙле, ҡылған сәсле егет. Атаһы — поляк, ә әсәһе немка булған. Д. Юлтый. Иңкеү урындарҙа, уйһыулыҡтарҙа уҙған йылғы ҡуйы ҡылған тулҡынлана, бөтә яҡтан әрем еҫе аңҡый, түбәндәрәк ер биҙәге — зәңгәр күл ялтырай, йәнәшәлә сылтырап шишмә аға, ә уның эргәһендә был яҡтар өсөн ят яңғыҙ ҡарағас үҫеп ултыра ине. А. Абдуллин.
ҠЫЛҒОЙРОҠ (ҡылғойроғо) (Р.: шилохвость; И.: duck species; T.: ördek türü) U. 300Л.
Оҙон суҡыш кеүек кәкрәйеп торған ҡойроҡло өйрәк төрө (лат. Anas acuta). □ Шилохвость (вид утки). Кылғойроҡ йомортҡаһы. Ата ҡылғойроҡ. Кылғойроҡ себеше.
ҠЫЛҒЫ ЙЫҠ (ҡылғыйығы) и. бот. диал. ҡар. ҡылған.
ҠЫЛ-ҒЫЛ (Р.: слово-обращение к ребёнку, впервые начавшему ходить; И.: word for calling an infant baby; T.: bebeğe seslenme kelimesi) и. диал.
Тәү башлап тәпәй баҫҡанда балаға өндәшеү һүҙе. □ Слово-обращение к ребёнку, впервые начавшему ходить. Баланы ҡыл-ғыл әйтеп саҡырыу.
ҠЫЛДАЙЫУ (ҡылдай-, ҡылдая) ҡ. бот. диал. ҡар. ҡылтайыу.
ҠЫЛДАУ и. диал. ҡар. мәскәү. Кылдау менән балыҡ тотоу. Балыҡҡа ҡылдау ҡуйыу.
ҠЫЛДЫҒАҘАН (Р: котёл с дужкой; И.: ca(u)ldron with a handle; T.: saplı kazan) и. диал.
Баулы ҡаҙан. □ Котёл с дужкой. К Кыл-дығаҙан бирҙегеҙ, тиҙ ҡайнамаһын тинегеҙ. Сеңләүҙән.
ҠЫЛДЫЙ-БЫЛДЫЙ (Р.: подражание обмяклому состоянию тела; И.: imitative word; T.: badi badi) оҡш.
Быуынһыҙ һымаҡ тегеләй-былай хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание обмяклому состоянию тела. Аяҡтар ҡылдый-былдый һелкенә.
ҠЫЛДЫҠ с. диал. ҡар. ҡылтым. Кылдыҡ әҙәм.
ҠЫЛДЫҠАЙ и. диал. ҡар. ҡула ҡаҙан. Кылдыҡай менән һыу ҡайнатыу.
ҠЫЛДЫРЫУ (ҡылдыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡылыу, понуд. от ҡылыу. ■ Шулай итеп, Мирза хәҙрәт, Рәсәйҙең ҡара монархының еңеүен үҙ Аллаһынан теләп, халыҡты һуғышҡа өндәп доға ҡылдырҙы. Ғ. Хәйри. Эйе, сәбәләнеү әҙәм балаһынан эшләргә кәрәкмәгән ғәмәлдәрҙе ҡылдыра, ҡоллоҡҡа этәрә. Т. Ғарипова. Әлегә хан генерал-губернатор ставкаһында, Иван Ивановичтың иң оло ҡунағы, Нуралиҙың хан дәрәжәһен рәсми тәсдиҡ ҡылдырған тантаналы мәле, шатлығы ғәрештәргә ашҡан сағы. Ғ. Хөсәйенов. Курҡып, кәфен һымаҡ ағарған хәлфә бил
719