Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 720 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛЖАЙМАУ
быуып эшкә кереште. Намаҙ арттары һайын Зәки һаулығына доға ҡылдырҙы. И. Насыри.
ҠЫЛЖАЙМАУ (кылжайма-) (Р.: и в ус не дуть; И.: not to care a fig; T.: oralı bile olmamak) ҡ. диал.
Тышҡы тәьҫиргә яуап бирмәү; ыжламау. □ И в ус не дуть. ■ Ҡылжаймай ҙа тик ултыра. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛЖЫРАҠ (ҡылжырағы) и. диал. ҡар. сәсә.
ҡылим и. диал. ҡар. ылымыҡ.
ҠЫЛЙЕБӘК (ҡылйебәге) (Р.: повилика; И.: convolvulus; T.: küsküt) и. бот.
Үләнде тотош сырмап, шуның һутын һурып үҫкән нәҙек кенә һабаҡлы япраҡһыҙ үҫемлек. □ Повилика (лат. Cuscutd). Етен ҡылйебәге. Кесерткән ҡылйебәге. Ҡомалаҡ ҡылйебәге. Баҡсаны ҡылйебәк баҫҡан. Ҡылйебәктән утау.
ҠЫЛЙЫЛАН (Р.: волосатик; И.: hairworm; T.: kılımsısoluncanlar) и. зоол.
1. һыуҙа йәшәй торған ҡыл һымаҡ нәҙек оҙон паразит селәүсен. □ Волосатик (лат. Ne-matomorphd). Я Ҡайһындай саф томбойоҡ!.. Ләкин һомғол һабаҡ буйлап урмәләй-урмә-ләй ҡара быу кутәрелә, томбойоҡҡа ҡылйы-ландай урала. Й. Солтанов. Эйе, эйе, Зарифа уҙенең наҙҙары менән ҡылйылан кеуек уның уҙәгенә инеп ултырҙы. Т. Ғарипова. Бер-береһенә ишелә яҙып бөгәрләнә-һырғалана аҡ, ҡара, ҡыҙыл ҡылйыландар ағып уҙҙы. Г. Ситдикова.
2. Кешенең эсәк буйында була торған оҙон имгес селәүсен. □ Сосальщик (разновидность глистов) (лат. Trematoda).
ҠЫЛЙЫР и. зоол. диал. ҡар. йыланбалыҡ. Ҡылйыр ыуылдырығы.
ҠЫЛЙЫРАҠ (ҡыл йы рағы) и. диал. ҡар. сәсә.
ҠЫЛЙЫУҒЫС (Р.: льстивый; И.: flattering; smooth-tongued; T.: pohpohlayıcı) с.
Һүҙе менән кешене юхалаған, телгә бөткән хәйләкәр. □ Льстивый, подхалим. ■ Мәҙинә уҙен маҡтап ҡуйҙы. Йәнәһе, ныҡ торҙо,
сабырлығын юғалтманы, ҡылйыуғыс Вик-торҙың мәкеренә буйһонманы. Ә. Хәкимов. Эй, Хоҙай, был ни эш?! Нимә әйтергә теләй был ҡылйыуғыс? 3. Биишева. [Мәғфурә:] Айһай, уның юхаланыуына ышанма, улмы, ул [Миңлекәй]йылан аяғын киҫкән. Шундай хәйләкәр ҡылйыуғыс, һ. Дәүләтшина.
ҠЫЛЙЫУҒЫСЛАНЫУ (ҡылйыуғыслан-) (Р: льстить; И.: flatter; T.: pohpohlamak) ҡ.
һүҙ менән кешене юхалау; таҫма телләнеү. □ Льстить. Ул ҡылйыуғысланыуҙы яратмай.
ҠЫЛ КҮПЕР (Р: мост через чистилище; И.: bridge through Purgatory; T.: sırat köprüsü) и. миф.
Тамуҡ менән ожмах араһын айырып торған ҡылдай нәҙек күпер; сират күпере. □ Мост через чистилище; тонкий мост, якобы проложенный над адом и ведущий в рай. Ҡыл куперен утеу.
ҠЫЛҠ (Р.: бульк; И.: onomatopoeic word; T.: lıkır) оҡш.
Шыйыҡ нәмәне йотҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Бульк (подражание бульканью). Һыуҙы ҡылҡ итеп йотоу. Я Ирҙең куҙенә йәш эркелде, йотҡан сәйе ҡылҡ итеп утеп китте. Ғ. Хисамов.
ҠЫЛҠ АI киҫ. диал. ҡар. һис. ■ Кылҡа хәлем ҡалманы. Экспедиция материалдарынан.
ҠЫЛҠАII с. диал.
1. ҡар. ярлы. Кылҡа ғына кеше булды. Ҡылка хәлле.
2. ҡар. иҫке. Кылҡа кейем. Кылҡа ғына өйҙә йәшәйҙәр.
ҠЫЛҠАЙ (Р.: котелок с дужкой; И.: ca(u)ldron with a handle; T.: kazan) и. диал.
Баулы бәләкәй ҡаҙан. □ Котелок с дужкой. Бесәндә ҡылҡайҙа бәрәңге бешерҙек.
ҠЫЛҠ-ҠЫЛҠ (Р: бульк-бульк; И.: onomatopoeic word; T.: lıkır lıkır) оҡш.
720