Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 721 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛМАУ
Ҡабат-ҡабат ҡылҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Бульк-бульк (подражание бульканью). Ҡылҡ-ҡылҡ итеп йотоу.
ҠЫЛҠОЙРОҠ с. диал. кар. үткер 2.
ҠЫЛҠУМЫҘ (Р.: кубыз; И.: stringed musical instrument; T.: kubız türü) и. муз.
Тышҡы формаһы сүмескә оҡшаған, кәкре грифлы, һыҙғыс менән уйнай торған, башҡорт милли ҡыллы музыка ҡоралы. □ Кубыз (смычковый музыкальный инструмент). Ҡылкумыҙҙа уйнау. Ҡылкумыҙға ҡушылып йырлау.
ҠЫЛҠЫЛДАЙ и. анат. диал. ҡар. күмәгәй.
ҠЫЛҠЫЛДАТЫУ (ҡылҡылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡылҡылдау, понуд. от ҡылҡылдау. һыуҙы ҡылҡылдатып йотоу. ■ Тәуҙә ҡылҡылдатып ҡына йотайыҡ әле, туғандар. Шунан һуң йырларбыҙ ҙа. Й. Солтанов. [Миһран:] Юҡҡа сапсынаһың, — тине теге тамағын ҡылҡылдатып һыу эскән арала. — Риза тугелһең икән — ихтыярың. Ә. Хәкимов. [Сәрбиямал:]Бигерәк һәйбәтһең дә инде!.. Тел өҫтөнә һалып ҡылҡылдатып йотоп ҡына ебәрерлекһең, — тип маҡтаны.
3. Биишева. Уйылдан, «бал» һуҙен ишеткәс, тамағына килеп тығылған төкөрөгөн ҡылҡылдатып йотоп ебәрҙе. Р. Өмөтбаев.
ҠЫЛҠЫЛДАУ (ҡылҡылда-) (Р: булькать; И.: gurgle; T.: lıkırdamak) ҡ.
Ҡылҡ-ҡылҡ итеү, ҡылҡ-ҡылҡ килеү. □ Булькать. М Шыптыр ҙа шыптыр шишмәнең шыптырлайҙыр ҙа сабағы; шунда ла торған кейәуҙең ҡылҡылдайҙыр ҙа тамағы. Туй йырынан.
♦ Тамаҡ ҡылҡылдау ниҙер ашарға, эсергә ымһынып йотоноу. □ Булькать в горле.
ҠЫЛҠЫНЫУ (ҡылҡын-) (Р: булькать; И.: gurgle; T: lıkırdamak) ҡ.
Шыйыҡ нәмәне йотҡанда тамаҡты ҡылҡ-ҡылҡ иттереү. □ Булькать. Ҡылҡына би-реу. Ҡылҡынып алыу. Ҡылҡынып йөрөу. Ҡылҡынып тороу. Сәйҙе ҡылҡынып эсеу. ■ [Мәғфурә:] Тамағығыҙға арҡыры торма
һын, туй ашын ипләп кенә, ҡылҡынып ҡына йотоғоҙ, һ. Дәүләтшина.
ҠЫЛЛАУ (ҡылла-) (Р.: выбирать волос (из пуха)\ И.: pick out hairs; T: tüyü temizlemek) ҡ.
1. Ҡылдан таҙартыу (дебетте). □ Выбирать волос (из пуха). Ҡыллап бөтөрөу. Ҡыллап сығыу. Ҡыллап тороу. Дебет ҡыллау.
2. Ҡыл ҡушыу, ҡыл ҡатыштырыу. □ Добавить волос, перемешивать с волосом.
ҠЫЛЛЫ (Р.: волосяной; И.: stringed; string; T: telli) c.
1. Ҡыл ҡушып эшләнгән. □ Волосяной. Ҡыллы балаҫ. Ҡыллы япма.
2. Ҡыл ярҙамында уйнамалы (музыка ҡоралдарына ҡарата). □ Струнный (музыкальный инструмент). Ҡыллы инструмент. Ҡыллы оркестр. ■ Гитара быға саҡлы Әлфиә кургән ете ҡыллы ябай инструмент тугел ине. И. Абдуллин. Ғәйшә инде ер ҡыҙы тугел, ниндәйҙер илаһи зат булып куренде; ул муза ине хәҙер, алтын ҡыллы арфа уйнаусы илаһи муза ине. Д. Юлтый. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡыллы музыка ҡоралдары тауышына һағышлы һәм наҙлы ҡурай моңо килеп ҡушыла — был шулай ғәжәйеп башҡорт музыканты Йомабай Иҫәнбаев художестволы һәм әсир иткес арияларын ҡурайҙа уйнай. Ғ. Хөсәйенов.
3. Шундай инструмент менән башҡары-лышлы. □ Струнный (исполняемый на струнных инструментах). ■ Ҡыллы квартет. Ҡыллы оркестр йөрәкте өҙгөс аһәң менән баҡсаны, бөтә әйләнә-тирәне көмөш сыңдар менән тултыра. 3. Биишева.
4. диал. ҡар. тотҡалы. Ҡыллы ҡаҙан. ■ Ҡыллы ла ҡаҙан ҡылындин, бөҙрә сәс урай билемдин. Сеңләүҙән.
ҠЫЛЛЫҠ (ҡыллығы) и. диал. ҡар. тырпыса. Епте ҡыллыҡҡа урау.
ҠЫЛМАНЛАУ (ҡылманла-) ҡ. диал. ҡар. йылманлау.
ҠЫЛМАУ (Р.: коралловые бусы; И.: coral beads; T.: mercan gerdanlık) и. диал.
721