ҠЫЛМОРОН
Мәрйендән эшләнгән муйынса. □ Коралловые бусы. Ҡылмау таҡҡан ҡатын.
ҠЫЛМОРОН (Р.: острый нос; И.: pointed nose; T.: kılıç burun) и. диал.
Ҡылыс танау. □ Острый нос. Ҡылморон әҙәм.
ҠЫЛ МЫШ и. ҡар. ҡылыҡ 1.
ҠЫЛМӘРЙЕН и. диал. ҡар. кармазин.
Ҡылмәрйен төҫөндәге буҫтау.
ҠЫЛП (Р: подражание лёгкому движению, прикосновению; И.: imitative word, whiff; T.: hafifçe hareketi bildiren yansıma) оҡш.
Еңел генә ҡағылған, елпенгән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание лёгкому движению, прикосновению. Ҡылп итеп ҡалды. ■ Нәфисә ҡылп итеп баяғы хәбәрен иҫенә төшөрҙө лә, алдан уҡ көлөргә әҙерләнеп, тыҡ-тыҡ атлап, председатель кабинетына ашыҡты. Д. Бүләков.
ҠЫЛ П АН ЛАУ (ҡылпанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡыйпанлау. Ҡылпанлап ҡына тора.
ҠЫЛП-ҠЫЛП (Р: подражание многократным лёгким движениям, прикосновениям; И.: imitative word; T.: hafifçe hareketi bildiren yansıma) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ҡылп иткән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание многократным лёгким движениям, прикосновениям. Ҡылп-ҡылп итеу.
ҠЫЛПЫ с. диал. ҡар. сибек. Ҡылпы ғына себештәр.
ҠЫЛПЫҠ (ҡылпығы) и. диал. ҡар. ҡыйпысыҡ. Ҡылпык ҡатын.
ҠЫЛПЫУ (ҡылпы-) (Р: издавать звук лёгкого движения; И.: whiff; T.: hareket sesi çıkarmak) ҡ.
Ҡылп итеү, ҡылп-ҡылп килеү. □ Издавать звук лёгкого движения, прикосновения. Ҡылпып осоу. ■ Ҡылпып-кылпып оса аҡсарлаҡтар, ем эҙләйҙәр диңгеҙ ситендә. Халыҡ ижадынан.
ҠЫ Л САҠ (ҡылсағы) и. диал. ҡар. ҡылы
I, 1. Ҡылсакта балыҡ һөҙөу.
ҠЫЛС-ҠЫЛС (Р: клакс-клакс; И.: sound imitative word; T.: yansıma) оҡш.
Ат ауыҙлығын сәйнәгәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Клакс-клакс (подражание звуку, издаваемому при пережёвывании железных удил лошадьми). Ҡылс-ҡылс итеу. Ҡылс-ҡылс иттереу.
ҠЫЛСЫҠ (ҡылсығы) (Р: ворсинка (меха)\ И.: hair; fish bone; T.: kıl) и.
1. Йәнлек тиреһенең йомшаҡ йөнө араһындағы эре йөн; ҡыл. □ Ворсинка (меха). Ҡылсығы ҡойолоп бөткән ҡама тун.
2. бот. Иген башағының сәнскәкле мыйығы. □ Ость. Нәҙек ҡылсыҡ. Арыш ҡылсығы. ■ Ул тамсылар .. сәселеп ятҡан ағыулы бойҙай башаҡтарын сылатты. Бер бөртөгө, тырпайыбыраҡ торған ҡылсыҡ осона эленеп, оҙаҡ ысҡынмай торҙо. М. Кәрим. Ҡөлтә йыйыусылар, кубә, ҙурат ҡуйыусылар, уйын, көлкө һуҙҙәр ырғытышып, тирләгән муйындарына йәбешкән бойҙай ҡылсыҡтарын, һоло кәбәктәрен ҡаҡтылар, урыусы, сабыусылар машиналарын холостойға ебәреп ситкә сыҡтылар. А. Таһиров. Хәҙер бойҙайҙың бешеп еткән, ҡылсыҡһыҙ бойҙайҙарҙың, бешеп өлгөрөп, быҙырайып ҡойолорға ултырған мәле. Ғ. Дәүләтшин.
3. Балыҡтың ваҡ һөйәге. □ Кость, мелкие косточки (рыбы). Сабаҡ ҡылсығы. ■ Ихсанбай йыйылыштан ҡара төндән дә ҡарараҡ булып ҡайтты. Мирхәйҙәров һарыуын ныҡ ҡайната. Тамаҡҡа ҡаҙалған ҡылсыҡтай булды шул: ни уҙе китмәй, ни йоторға бирмәй. Т. Ғарипова. Төшкөлөккә әллә ниндәй тәмһеҙ балыҡ бешерәләр, ашай башлаһаң, ярты ғумерең ҡылсыҡтарын супләп утә. Д. Юлтый. Бер нисә минут эсендә һәр береһе икешәр ҡаҙаҡ тартҡан ҙур табан балыҡтарынан бер өйөм ҡылсыҡтар ғына ҡалды. И. Насы-ри. [Гайморзин:] Ул сағында, Ямал еңгә, бына бынауы бәрҙеләрҙе һайлап ал. Уларҙың энәһе лә, ҡылсығы ла юҡ. М. Тажи. • Балыҡты ҡылсығы менән йотмайҙар. Мәҡәл.
722