Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V. 723 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠЫЛТАЙЫУ
ҠЫЛСЫҠЛАНЫУ (ҡылсыҡлан-) (Р.: образовать ость; И.: form the spine; T: kılçık oluşturmak) ҡ.
Ҡыяҡлы игендәрҙең башағында ҡылсыҡтар барлыҡҡа килеү. □ Образовать ость. Ҡылсыҡлана барыу. Ҡылсыҡланып бөтөу. Ҡылсыҡланып ултырыу.
ҠЫЛСЫҠЛЫ (Р.: с ворсинками; с остью; с косточками; И.: with hairs; T: kıllı) с.
Ҡылсығы күп булған. □ С ворсинками; с остью; с косточками. Ҡылсыҡлы балыҡ. Ҡылсыҡлы арыш. Ҡылсыҡлы тире. ■ Ғыш-тырлатып беренсе усманы ҡырҡыу иң ләззәтле мәл булды Мотаһарға. Оҙон ҡылсыҡлы башаҡтарҙы битенә ҡыҫып һөйҙө, сәнсеу-ҙәренән кинәнес табып көлдө. Й. Солтанов. Уның куҙ алдында, ҡара балсыҡҡа буталып кугәргән ас башаҡтар тугел, һап-һары ҡамыл төбөндә йымылдашҡан, оҙон ҡылсыҡлы, туҡ бөртөклө һимеҙ башаҡтар һибелде. М. Кәрим. Шофёр янған шырпыһын юл буйына ташлаған икән, еткән, бешкән ҡыҙыл ҡылсыҡлы бойҙай дөрләп яна башлаған. А. Таһиров.
ҠЫЛСЫҠҺЫҘ (Р: без ворсинок; безостый; без костей; И.: without hairs; T.: kılçıksız) с
Ҡылсығы булмаған, ҡылсығы булмай торған. □ Без ворсинок; безостый; без костей. Ҡылсыҡһыҙ тире. Ҡылсыҡһыҙ балыҡ. Ҡылсыҡһыҙ башаҡ. • Бойҙай ҡылсыҡһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
ҠЫЛСЫЛДАТЫУ (ҡылсылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡылсылдау, понуд. от ҡылсылдау. Ат ауыҙлығын ҡылсылдата. Ҡылсылдатып тешләу.
ҠЫЛСЫЛДАУ (ҡылсылда-) (Р: издавать звук; И.: emit a sound; T.: şangırdatmak) ҡ.
Ҡылс-ҡылс итеү. □ Издавать звук (схожий с тем, который возникает при покусывании удил). ■ Ҡылсылдама, турат, ҡылсылдама, ҡыл дилбегәңде лә өҙөрһөң. Халыҡ йырынан.
ҠЫЛСЫН и. диал. ҡар. күҙәгә. Ҡылсын-ға һыу тултырыу.
ҠЫЛТ I (Р: тик; И.: tick-(tack); T.: şak) оҡш.
Эләгеп торған ҡаты нәмә ҡапыл ысҡынғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Тик (подражание звуку, например, ключа, замка или тиканью часов). Ҡылт итеп ҡалыу. ■ Фатир эсендә ҡылт иткән дә тауыш ишетелмәне. Н. Ғәйетбаев. Ҡурәһең, насостар эшләмәй. Был дөм ҡараңғы тынлыҡ эсендә Рәмигә саҡ ҡына ҡылт иткән тауыш та мылтыҡ атылған кеуек тәьҫир итә. X. Мохтар. Үҙе [Булат] йырлап ултыра, ә куҙҙәренән бите буйлап йәш аға, һөртмәй уны, тамағына тығылған төйөндө ҡылт иттереп йотоп ебәрә лә ҡарлыҡҡан тауыш менән дауам итә. Ғ. Хисамов.
ҠЫЛТ II р. диал. ҡар. шып. Ҡылт туҡтау. ■ Лира, ауыҙын турһайтып, ҡылт ҡына боролдо ла шаҡ-шоҡ баҫып китеп барҙы. Й. Солтанов. Үҙен ҡыуалай башлағаны өсөн йәберһенгән Аҫылбикә, тештәрен ҡыҫып, ҡылт боролдо ла, тәңкәләрен зеңкелдәтеп, аласыҡҡа табан ыңғайланы. Ғ. Ибраһимов. Ныязғол, эсенә һыймаған асыуы ыңғайына елтерәп атлап бара торғас, уйына килгән бер яңылыҡтан ҡапыл шатланып китеп, ҡылт туҡтаны. Һ. Дәүләтшина.
ҠЫЛТАЙҒАН с. диал.
1. ҡар. иркә. Ҡылтайған ҡыҙ. Ҡылтайған егет.
2. ҡар. ҡыйшандаҡ. Ҡылтайған ҡатын.
ҠЫЛТАЙТЫУ (ҡылтайт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡылтайыу, понуд. от ҡылтайыу. Кешене ҡылтайтыу.
ҠЫЛТАЙЫУ (ҡылтай-, ҡылтая) (Р: резко обидеться; И.: take offence suddenly; T.: darılmak) ҡ.
Ҡапыл үсегеү, үпкәләү. □ Резко обидеться. Ҡылтая биреу. Ҡылтайып алыу. Ҡылтайып китеу. Ҡылтайып ҡуйыу. Ҡылтайып тороу. Ҡылтайып барыу. Ҡылтайып барыу-сан кеше. Бала ҡылтайып китте. ■ Байҙың
723