ЛӘҒНӘТ УҠЫУ
һала, йоҡла, тип күҙҙәргә шунда һуҙ һала. Күҙҙәрем йоҡлап китә ләбәйкә, тип. Ш. Бабич.
ЛӘҒЕҮ [ғәр. (Р.: бессмысленный; И.: senselesshess; T.: anlamsız) с.
Мәғәнәһеҙ, буш. □ Бессмысленный. Лә-ғеү һүҙ. ■ Ләғеү һөйләр уңында һәм һулында. М. Өмөтбаев.
ЛӘҒИЛ [ғәр. J*l] (Р: драгоценный камень розового цвета; И.: rosy jewel; T.: kıymetli taş) u.
Алһыу төҫтәге аҫыл таш. □ Драгоценный камень розового цвета. Ләғил менән биҙәлгән.
ЛӘҒИН [ғәр. û^*l] (Р: проклятый; И.: damned; T.: lanetli) с. иҫк.
1. Ҡарғыш алған; ҡарғышлы. □ Проклятый, заклятый. Ләғин тормош. Ләғин яҙмыш. ■ Мәғәнәһеҙ ҙә һуң әммә был тормош ләғин. М. Ғафури.
2. күсм. Яман, яуыз. □ Злой, зловредный. Ләғин уй. Ләғин кеше.
3. әрл. Әрләгәндә әйтелә. □ Проклятый. ■ [Арыҫлан батыр:]Ләғин! — тип ҡәһәрләне ул. — Һатлыҡ йән, ҡурҡаҡ!.. Ғ. Ибраһимов. Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп, ашҡынып шатлыҡ көтәм. Инде, әй, хәсрәт ләғиндәр, һеҙгә ҡурҡаҡлыҡ көтәм. Ш. Бабич.
ЛӘҒИР [фарс. (Р: худой; И.: lean; hareboned; T.: zayıf; arık) c.
Көс-хәлһеҙ; кәгез. □ Худой, слабый. Ләғир ат. Ләғир бала. ■ Туйға бараһы am ләғир булырға тейеш түгел!Т. Ғарипова. Үгәй инәйҙең ҡултығына, ҡуйынына ҡыҫтырған, арҡаһына аҫҡан нәмәләре ике-өс ләғир бейәһенә торошло ине. Ғ. Ишбулатов.
ЛӘҒИРЛӘНЕҮ (ләғирлән-) (Р: ослабевать; И.: languish; T.: zayıflamak) ҡ.
Ләғиргә әйләнеү, ләғир булыу. □ Ослабевать. Ҡаты ауырыуҙан һуң ләғирләнеү.
ЛӘҒНӘТ [ғәр.
Ҡарғыш, ҡәһәр. □ Проклятие, зложела-ние. Ләғнәт төшөү. Ләғнәт уҡыу. Ләғнәт яуҙырыу. ■ һүҙҙә ләғнәт, күҙҙә хәсрәт, эстә дәһшәт ҡалтыраш. Ш. Бабич. Был йыртҡыслыҡтарҙы эшләгән дошмандарға ҡарата
кешеләрҙең йөрәгендә тыуған ләғнәт һәм нәфрәттән дә көслөрәк нәмә булырға мөмкин һуң? Ғ. Хөсәйенов.
♦ Ләғнәт төшкөрө {йәки һуҡҡыры, орһон, яуғыры, яуһын, төшһөн) ҡарғағанда әйтелә. □ Будь проклят. ■ [Иштуған:] Эй, Хоҙайым, танымаҫлыҡ хәлгә килгән дәһә! Аһ, был ләғнәт төшкөрө һуғыш! Ниндәй ирҙәрҙе ни хәлгә ҡалдырмай бит!.. 3. Биишева. Мәсет манаралары, манара аралары. Ҡәһәр һуҡһын, ләғнәт төшһөн, ярашмай батшалары. Таҡмаҡтан.
ЛӘҒНӘТ АЛЫУ (ләғнәт ал-) (Р: быть проклятым; И.: be damned; T: lânete uğramak) ҡ. ҡар. ҡарғалыу.
Кемдер тарафынан ҡарғалыу, ҡарғап әйтелгән һүҙҙәр ишетеү. □ Быть проклятым.
ЛӘҒНӘТЛЕ (Р: проклятый; И.: anathematized; T: lânetli) с.
Ләғнәтләнгән, ҡәһәрле, ҡарғышлы. □ Проклятый. Ләғнәтле үлем. Ләғнәтле дошман. ■ [Айһылыу:] Әйтәйек, хәҙер мин, бына тиҙҙән был ләғнәтле һуғыш туҡтар, беҙ ауылыбыҙға ҡайтырбыҙ, тигән өмөт менән йәшәйем. 3. Биишева. Хәҙер инде штабс-капитан Андреевтың исеме бөтә полк өсөн ләғнәтле исемгә әйләнде. Д. Юлтый.
ЛӘҒНӘТЛӘНЕҮ (ләғнәтлән-) ҡ. төш. ҡар. ләғнәтләү, страд, от ләғнәтләү. ■ Сыҡтылар бәйғәт биреп, ләғнәтләнеп. Ш. Бабич.
ЛӘҒНӘТЛӘҮ (ләғнәтлә-) (Р: проклинать; И.: damn; T: lânetlemek) ҡ.
Ләғнәт уҡыу, бик ныҡ ҡарғау. □ Проклинать, послать проклятия. // Проклятие. Һуғышты ләғнәтләү. Кешене ләғнәтләү.
ЛӘҒНӘТ УҠЫУ (ләғнәт уҡы ) (Р: проклинать; И.: damn; T.: lânet okumak) ҡ.
Бик ныҡ ҡарғау. □ Проклинать. ■ [Менәүәрә:] Әгәр минең йырым һеҙҙең күңелегеҙгә аҙ ғына булһа ла ял бирһә, ә һуҡыр күҙҙәрем һуғыш уты тоҡандырыусыларға ҡаршы ләғнәт уҡыу тойғоһо уятһа, мин үҙ бурысымды үтәлгән тип һанар инем. Н. Мусин. Тышҡа сығып, бер-береһенә ҡушылып, ҙур көс булып әүерелерлек хәлгә килмәгән был күп уйҙар айырым-айырым рәүештә был
127