Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 129 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ләкин
сән кешегә бар донъяһын оноттороп ләззәтләндереп, хыялын әллә ҡайҙарға алып китер үҙенә бер төрлө ҡөҙрәте булыр. Ғ. Хөсәйенов.
ЛӘЗЗӘТЛӘНЕҮ (ләззәтлән ) (Р.: наслаждаться; И.: enjoy; T.: lezzetlenmek) ҡ.
Ләззәт алып, рәхәтләнеү. □ Наслаждаться. // Наслаждение. Ләззәтләнеп ҡарау. Ләззәтләнеп йөрөу. Ләззәтләнеп туя алмау. ■ [Бейеш] ҡыйынлыҡ менән ярҙан төшөп тоноҡ кулгә сумғас, ләззәтләнеп аһылданы. Я. Хамматов. Ә ысын музыканы тыңлап, кеше ләззәтләнергә, кинәнес алырға, ял итергә тейеш. Д. Бүләков.
ЛӘЗИЗ [ғәр. (Р: изысканный; И.: high-tony; T.: leziz) с. иҫк.
1. Бик тәмле итеп бешерелгән. □ Изысканный (о еде).
2. кусм. Татлы, тәмле; ләззәтле. □ Сладостный, приятный. Ләзиз минуттар. ■ Барҙы онотор, юҡты тентер мәғнә сонтор тел ләзиз. Ш. Бабич.
ЛӘИМ [ғәр. (Р: подлый; И.: vile; Т.: alçak) с. иҫк.
Ерәнгес, ҡәбәхәт, хәшәрәт. □ Подлый, мерзкий, гнусный. Ләим дошман.
ЛӘЙҠӘТЛЕ с. ҡар. лайҡатлы.
ЛӘЙЛӘН [ғәр. сЦ] (Р: ночью; вечером; И.: at night; T.: geceleyin)р. иҫк.
Төнө менән, төнөн; кис менән, кискеһен. □ Ночью; вечером. Ләйлән ямғыр яуҙы.
ЛӘЙСӘН [фарс. û-н] (Р: первый весенний дождь; И.: first spring rain; T: leysen, Nisan yağmuru) и.
Яҙын яуған тәүге йылы ямғыр; йәйсән. □ Первый весенний дождь. Ләйсән һыуы.
Бөтә ил буйынса ләйсән утте .. әле бына, тик таң алдынан. М. Кәрим. Аҡ ләйсәндәр яуһын ер йөҙөнә, терелһендәр ҡыҙыл уләндәр. М. Ғәли. • Ләйсән һыуын ете йыл һаҡлаһаң, ынйыға әйләнә. Мәҡәл.
ЛӘЙСӘН ЯМҒЫРЫ и.
1. ҡар. ләйсән. Ләйсән ямғыры бик йылы була. Ләйсән ямғыры яуа. ■ Кешеләр, ләйсән ямғырының шифаһын һеңдереп ҡалыу өсөн, кәпәстәрен һалдылар. Н. Мусин.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, бәхет, һаулыҡ, ырыҫ, уңдырыш
лылыҡ килтереүсе, күктән Алла тарафынан ебәрелгән беренсе яҙғы ямғыр. □ Первый весенний дождь (связан с небом, небесными силами). ■ Беҙ бәләкәй саҡта: ^Башығыҙ ауырымаҫ, тиҙерәк үҫерһегеҙ», — тип ялан баш шул ләйсән ямғыры аҫтында торорға ҡуша торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
ЛӘЙӘҠЫЛ [ғәр. >М| р. ҡар. лаяҡыл. Ләйәҡыл булыу. Ләйәҡыл йөрөу.
ЛӘКИН [ғәр. иЧ (Р: но; И.: but; T: lâkin) терк.
1. Мәғәнә яғынан бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған ике һөйләмде йәки һөйләм киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла; ә, әммә, әммә ләкин. □ Но, однако (соединяет предложения или члены предложения, выражая противопоставление, ограничение). Көттөк-көттөк, ләкин күрә алманыҡ. ■ Әйткәнемсә, эште әхлаҡи яҡтан ҡарарға кәрәк, ләкин, күренеүенсә, комитет ағзаларын әле ул яҡ ҡыҙыҡһындырмай. Р. Солтангәрәев. Ур тамағына ҡала ҡорорға самалауын да беләләр, ләкин бының Рәсәй сиктәрен нығытыу икәнен иҫәпләп тормайынса, беҙҙе бер ҡайҙа йөрөмәҫлек итеп, шунда бикләп ҡуйыр, тамам ауыҙлыҡлап алынырбыҙ, тип ҡурҡалар. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡайһы бер башҡа ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре менән бергә килеп, ҡаршы ҡуйыу мәғәнәһен көсәйтә; әммә, шулай ҙа, шуға ҡарамаҫтан. □ Но, однако (употребляясь с другими противительными союзами, усиливает значение противопоставления). Тырышып ҡараны, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, бер нисек тә булдыра алманы. ■ Уның шулай яңғыҙ моңайып йәшәуенә йәнем әсей, уға ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтергә ынтыла инем мин. Әммә ләкин сараһын белмәйем, ҡоро ыуаланыуҙан ни файҙа? Н. Мусин.
3. Ваҡыт рәүеше һәм ваҡытты белдергән һүҙҙәр менән килеп, эҙмә-эҙлелек тәртибендә бәйләнгән һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бергә теркәү өсөн ҡулланыла. □ Но, однако (соединяет последовательные предложения или члены предложения). ■ Бына шунан шикләнгән аҡ
5 - 1.0062.14
129